Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Үҫмер” еңеүселәр үҫтерә
“Үҫмер” еңеүселәр үҫтерә Бында спортҡа һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә лә ҙур әһәмиәт бирәләр. Былтыр ҡалала 136 физкультура-спорт сараһы уҙғарылған, шуларҙың 31-е — республика кимәлендә. Ярыштарҙа 6500-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан. Әйткәндәй, Межгорьела халыҡтың 20 проценттан ашыуы физкультура, спорт һәм туризм менән даими шөғөлләнә.

“Үҫмер” балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе — ҡаланың ғорурлығы ла, ныҡлы ышанысы ла. Бында саңғыла уҙышыу, шайбалы хоккей, волейбол, футбол, самбо, аэробика, баскетбол, каратэ, бадминтон, тхэквондо, өҫтәл теннисы менән шөғөлләнеү мөмкинлеге бар. Секцияларға 600-ҙән ашыу кеше йөрөй. Спорт төрҙәрен үҫтереү, балаларҙы һәм йәштәрҙе физкультура менән дуҫ йәшәргә күпләп йәлеп итеү йәһәтенән мәктәпкә ҙур өмөт бағлана.
Беҙ барып төшкәндә “Үҫмер”ҙә ҡыҙҙар араһында баскетбол буйынса финал уйындары бара ине.
— Бындай бәйгеләр йыш ойошторола. Әле яңыраҡ ҡына малайҙар араһында мини-футбол буйынса ярыш үтте. Ҡыҙҙар-егеттәр секцияларға бик теләп йөрөй. Бер, ике, хатта өс спорт төрө менән шөғөлләнеүселәр бар. Иң мөһиме — беҙҙә секциялар түләүһеҙ, — тине “Үҫмер” балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең директор урынбаҫары Ольга Гелка.
“Үҫмер” еңеүселәр үҫтерәҒөмүмән алғанда, Межгорьелағы мәғариф учреждениеларында физик культура һәм спорт – даими иғтибар үҙәгендә. Мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү учреждениеларында физик тәрбиә биреү уҡыу барышында ла, дәрестән тыш та тормошҡа ашырыла. Командалар уҡыусыларҙың ҡала спар­та­киадаһы программаһында ҡаралған ярыштарҙың барыһында ла ҡатнаша.
Саңғы, хоккей, волейбол, футбол, тхэквондо, спорт аэробикаһы, бадминтон һәм самбо кеүек спорт төрҙәре айырыуса киң таралған. Йыйылма ко­ман­далар һәм айырым спортсылар республика һәм ил күләмендәге ярыштарҙа йыш ҡына яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә.
Шуныһын билдәләмәү яҙыҡ булыр: Межгорье халҡы Рәсәйҙең биатлон буйынса йыйылма командаһы ағзаһы, һуңғы Олимпия уйындарында ике көмөш миҙал яулаған яҡташтары Ольга Вилухинаның ҡаҙаныштары менән хаҡлы ғорурлана. Әле биатлон буйынса Рәсәйҙең икенсе йыйылма командаһы ағзаһы Максим Буртасов та яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Ошонда тәр­биәләнгән тағы бер яҡташыбыҙ Александр Бабчин иһә бөгөн — биатлон буйынса Белоруссияның йыйылма командаһы ағзаһы. Был спортсыларҙың еңеүҙәрендә Межгорьелағы “Үҫмер” мәктәбенең, ошонда эшләгән тренер-уҡытыусыларҙың өлөшө, һис шикһеҙ, ҙур.










Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә