Бында спортҡа һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә лә ҙур әһәмиәт бирәләр. Былтыр ҡалала 136 физкультура-спорт сараһы уҙғарылған, шуларҙың 31-е — республика кимәлендә. Ярыштарҙа 6500-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан. Әйткәндәй, Межгорьела халыҡтың 20 проценттан ашыуы физкультура, спорт һәм туризм менән даими шөғөлләнә.“Үҫмер” балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе — ҡаланың ғорурлығы ла, ныҡлы ышанысы ла. Бында саңғыла уҙышыу, шайбалы хоккей, волейбол, футбол, самбо, аэробика, баскетбол, каратэ, бадминтон, тхэквондо, өҫтәл теннисы менән шөғөлләнеү мөмкинлеге бар. Секцияларға 600-ҙән ашыу кеше йөрөй. Спорт төрҙәрен үҫтереү, балаларҙы һәм йәштәрҙе физкультура менән дуҫ йәшәргә күпләп йәлеп итеү йәһәтенән мәктәпкә ҙур өмөт бағлана.
Беҙ барып төшкәндә “Үҫмер”ҙә ҡыҙҙар араһында баскетбол буйынса финал уйындары бара ине.
— Бындай бәйгеләр йыш ойошторола. Әле яңыраҡ ҡына малайҙар араһында мини-футбол буйынса ярыш үтте. Ҡыҙҙар-егеттәр секцияларға бик теләп йөрөй. Бер, ике, хатта өс спорт төрө менән шөғөлләнеүселәр бар. Иң мөһиме — беҙҙә секциялар түләүһеҙ, — тине “Үҫмер” балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең директор урынбаҫары Ольга Гелка.
Ғөмүмән алғанда, Межгорьелағы мәғариф учреждениеларында физик культура һәм спорт – даими иғтибар үҙәгендә. Мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү учреждениеларында физик тәрбиә биреү уҡыу барышында ла, дәрестән тыш та тормошҡа ашырыла. Командалар уҡыусыларҙың ҡала спартакиадаһы программаһында ҡаралған ярыштарҙың барыһында ла ҡатнаша.
Саңғы, хоккей, волейбол, футбол, тхэквондо, спорт аэробикаһы, бадминтон һәм самбо кеүек спорт төрҙәре айырыуса киң таралған. Йыйылма командалар һәм айырым спортсылар республика һәм ил күләмендәге ярыштарҙа йыш ҡына яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә.
Шуныһын билдәләмәү яҙыҡ булыр: Межгорье халҡы Рәсәйҙең биатлон буйынса йыйылма командаһы ағзаһы, һуңғы Олимпия уйындарында ике көмөш миҙал яулаған яҡташтары Ольга Вилухинаның ҡаҙаныштары менән хаҡлы ғорурлана. Әле биатлон буйынса Рәсәйҙең икенсе йыйылма командаһы ағзаһы Максим Буртасов та яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Ошонда тәрбиәләнгән тағы бер яҡташыбыҙ Александр Бабчин иһә бөгөн — биатлон буйынса Белоруссияның йыйылма командаһы ағзаһы. Был спортсыларҙың еңеүҙәрендә Межгорьелағы “Үҫмер” мәктәбенең, ошонда эшләгән тренер-уҡытыусыларҙың өлөшө, һис шикһеҙ, ҙур.