Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хоҙайҙан бирелгән һәләт
Хоҙайҙан бирелгән һәләт Әлмира Иҫәнбаева өсөн уҡытыусылыҡ – һөнәр генә түгел, Хоҙайҙан бирелгән һәләт тә. “Ғилем донъяһына сорналған, китап, дәфтәр еҫе аңҡыған, аҡбур төҫө һеңгән ошо мөхиткә бәләкәйҙән тартылып үҫтем. Әле булһа хәтеремдә, ҡурсаҡтарымды теҙеп ултыртып ҡуйыр ҙа яҙырға, һыҙырға, уҡырға өйрәтер инем. Үҫә төшкәс, хыялымдағы уҡытыусы апай образының яҙмышым бүләге икәнлегенә төшөндөм, ғүмерлек һөнәр итеп һайланым. Мин көн дә мәктәбемә талпынып киләм, уҡыусыларымды бер көн күрмәй торһам да һағынам. Шул тиклем яратам эшемде”, — ти ул. Хәйер, балаларҙы, мәктәпте яратмаһаң, уҡытыусы булып эшләү мөмкин дә түгелдер, был һөнәрҙең кәрәге лә, файҙаһы ла ҡалмайҙыр.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлмира Иҫәнбаеваны тыңлаған һайын, уның буласаҡ һөнәрен дөрөҫ һайлауына нығыраҡ инанам. Уҡытыусыларға ғына хас тыйнаҡлыҡ, сабырлыҡ, баҫалҡылыҡ, шул уҡ ваҡытта үткер һәм һынаулы ҡараш танышы­уыбыҙҙың тәүге минуттарынан уҡ һине әсир итә, ниндәйҙер кимәлдә хатта көсөргәнештә тота.
Әлмира Рауил ҡыҙы – Ҡырмыҫҡалы районының Ибраһим ауылынан. Межгорье ҡалаһының 2-се мәктәбендә эш башлауына тиҙҙән 15 йыл була.
— Иң тәүҙә телде үҙеңә яратырға кәрәк. Шунда ғына уҡыусы күңелендә лә телгә ҡарата ихтирам, иғтибар тәрбиәләргә мөмкин. Килешәм, бөгөн башҡорт телен уҡытыу буйынса ниндәй генә алымдар юҡ. Инновациялы технологияларға таянып эшләгәне лә, методик ысулдарға нигеҙләнгәне лә бихисап. Әммә фәҡәт белем менән генә ысын шәхес тәрбиәләп булмай ул, был айырыуса тел уҡытыусыларына ҡағыла. Күңелдән, йөрәгеңдән, хатта ябай ғына телмәреңдән ағылырға тейеш ул белем, — ти Әлмира Рауил ҡыҙы.
Әлмира ханым бөтә күңелен, һәләтен, ваҡытын балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнай. Педагогик эшенең төп маҡсаты итеп әхлаҡлы, туған телен һәм мәҙәниәтен белгән, уны һаҡлай, үҫтерә алған шәхес тәрбиәләүҙе ҡуйған. Шуға ла ҡала, республика кимәлендә ойошторолған һәр сараға етди ҡарай, педагогика һәм методика өлкәһендәге бер генә яңылыҡ та уның иғтибарынан ситтә ҡалмай, шулай уҡ дәрестәрендә халыҡ педагогикаһын һәм матбуғат баҫмаларын оҫта ҡуллана. Уҡыу­сыларҙың ижади әүҙемлеген, үҙаллы фекерләү һәләтен үҫтереү — уҡытыу системаһында иң мөһиме тигән фекерҙә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә