Әлмира Иҫәнбаева өсөн уҡытыусылыҡ – һөнәр генә түгел, Хоҙайҙан бирелгән һәләт тә. “Ғилем донъяһына сорналған, китап, дәфтәр еҫе аңҡыған, аҡбур төҫө һеңгән ошо мөхиткә бәләкәйҙән тартылып үҫтем. Әле булһа хәтеремдә, ҡурсаҡтарымды теҙеп ултыртып ҡуйыр ҙа яҙырға, һыҙырға, уҡырға өйрәтер инем. Үҫә төшкәс, хыялымдағы уҡытыусы апай образының яҙмышым бүләге икәнлегенә төшөндөм, ғүмерлек һөнәр итеп һайланым. Мин көн дә мәктәбемә талпынып киләм, уҡыусыларымды бер көн күрмәй торһам да һағынам. Шул тиклем яратам эшемде”, — ти ул. Хәйер, балаларҙы, мәктәпте яратмаһаң, уҡытыусы булып эшләү мөмкин дә түгелдер, был һөнәрҙең кәрәге лә, файҙаһы ла ҡалмайҙыр.Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлмира Иҫәнбаеваны тыңлаған һайын, уның буласаҡ һөнәрен дөрөҫ һайлауына нығыраҡ инанам. Уҡытыусыларға ғына хас тыйнаҡлыҡ, сабырлыҡ, баҫалҡылыҡ, шул уҡ ваҡытта үткер һәм һынаулы ҡараш танышыуыбыҙҙың тәүге минуттарынан уҡ һине әсир итә, ниндәйҙер кимәлдә хатта көсөргәнештә тота.
Әлмира Рауил ҡыҙы – Ҡырмыҫҡалы районының Ибраһим ауылынан. Межгорье ҡалаһының 2-се мәктәбендә эш башлауына тиҙҙән 15 йыл була.
— Иң тәүҙә телде үҙеңә яратырға кәрәк. Шунда ғына уҡыусы күңелендә лә телгә ҡарата ихтирам, иғтибар тәрбиәләргә мөмкин. Килешәм, бөгөн башҡорт телен уҡытыу буйынса ниндәй генә алымдар юҡ. Инновациялы технологияларға таянып эшләгәне лә, методик ысулдарға нигеҙләнгәне лә бихисап. Әммә фәҡәт белем менән генә ысын шәхес тәрбиәләп булмай ул, был айырыуса тел уҡытыусыларына ҡағыла. Күңелдән, йөрәгеңдән, хатта ябай ғына телмәреңдән ағылырға тейеш ул белем, — ти Әлмира Рауил ҡыҙы.
Әлмира ханым бөтә күңелен, һәләтен, ваҡытын балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнай. Педагогик эшенең төп маҡсаты итеп әхлаҡлы, туған телен һәм мәҙәниәтен белгән, уны һаҡлай, үҫтерә алған шәхес тәрбиәләүҙе ҡуйған. Шуға ла ҡала, республика кимәлендә ойошторолған һәр сараға етди ҡарай, педагогика һәм методика өлкәһендәге бер генә яңылыҡ та уның иғтибарынан ситтә ҡалмай, шулай уҡ дәрестәрендә халыҡ педагогикаһын һәм матбуғат баҫмаларын оҫта ҡуллана. Уҡыусыларҙың ижади әүҙемлеген, үҙаллы фекерләү һәләтен үҫтереү — уҡытыу системаһында иң мөһиме тигән фекерҙә.