Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хеҙмәткә һөйөү – бәләкәстән
Хеҙмәткә һөйөү – бәләкәстән Мәғариф өлкәһендә хеҙмәт тәрбиәһе тигән төшөнсә бар. Кем нисектер, ә бына Межгорье ҡалаһында уҡытыусылар уны дөрөҫ аңлаған — мәктәптән тыш эш үҙәге ойоштороп, профилле уҡытыу буйынса махсус йүнәлеш булдырғандар. Белем усағының эш тәжрибәһе менән беҙ ҙә ҡыҙыҡһындыҡ. “Хеҙмәткә бәләкәстән һөйөү тәрбиәләйбеҙ. Ҡыҙҙар һәм егеттәр төплө белем генә алып ҡалмай, күңелдәренә ятҡан шөғөлдө лә үҙләштерә икән, был яҡшыға ғына. “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ”, тиҙәр. Беҙ был мәҡәлде үҙебеҙсә, кешегә йөҙ һөнәр ҙә күп түгел, тип яраҡлаштырып алғанбыҙ”, — ти үҙәк хеҙмәткәрҙәре. Ысынлап та, шулай. Иң мөһиме — изге башланғыстың һөҙөмтәһе бар, ул эҙһеҙ ҡалмай. Хәйер, барыһы хаҡында ла ентекләберәк.

Үҙәккә барып кереү менән матурлыҡҡа иҫең китер. Нин­дәй генә ҡул эштәре юҡ! Төрлө-төрлө бәйләмдәр, би­сер­ҙан, мәр­йендән эшләнгән суве­нирҙар, күҙҙең яуын алырҙай һүрәттәр, балалар яһаған ҡурсаҡтар... Уҡы­тыусыларҙың, мәктәптә шөғөлләнеүсе ҡыҙҙарҙың, егеттәрҙең фантазияһына ғәжәп ҡылырһың. Ошонда уҡ художество-эстетик, физкультура-спорт, хәрби-патриотик, социаль-педагогик, ғилми-техник, вокаль-инструменталь йүнәлештәргә көйләнгән түңәрәктәр булдырылған. Һәр ҡайһыһына ҡыҙҙар һәм малайҙар теләп йөрөй.
— Дәрестәрҙән һуң үҙәк умарта күсен хәтерләтә — кем ҡул эшен үҙләштерә, кем спорт менән шөғөлләнә. Теләгәндәр хатта музыка ҡорал­дарында ла уйнарға өйрәнә, — ти мәктәптән тыш эш үҙәге директоры Наталья Горелова.
— Балалар үҙәктә нисә йәшкә тиклем шөғөлләнә ала? — тип һорайбыҙ Наталья Кәтип ҡыҙынан.
— XI класс уҡыусылары ла килә.
— Түңәрәктәр түләүлеме?
— Юҡ. Автомобиль йөрөтөүгә уҡыу өсөн генә түләргә кәрәк.
— Әллә водитель таныҡлығы ла алып сығалармы?
— Эйе, өлкән класс уҡыусылары өсөн махсус ойошторҙоҡ. Бынан тыш, Берҙәм дәүләт имтихандарына өҫтәмә әҙерлек булһын тип, информатика буйынса махсус курстар булдырҙыҡ. Киләсәген медицина өлкәһендә күрергә теләгәндәр “Гиппократ” түңә­рәгендә шөғөлләнә. “Бейеклек” эҙлә­неүселәр отряды хаҡында ла әйтеп үтер инем. Егеттәрҙе ылыҡтырған, ҡыҙыҡһындырған шөғөлдәрҙең береһе ул.
Мәктәптән тыш эш үҙәгенең ойошторолоуына – ун йылдан ашыу. Ошо ваҡыт эсендә әллә күпме ҡыҙ һәм егетте һөнәрле иткән ул. Иманым камил, бында шөғөлләнгән һәр бала хеҙмәт, матурлыҡ, ижад төшөнсәһенә ҡағылмай ҡалмағандыр. Башҡаса мөмкин дә түгел.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә