Мәғариф өлкәһендә хеҙмәт тәрбиәһе тигән төшөнсә бар. Кем нисектер, ә бына Межгорье ҡалаһында уҡытыусылар уны дөрөҫ аңлаған — мәктәптән тыш эш үҙәге ойоштороп, профилле уҡытыу буйынса махсус йүнәлеш булдырғандар. Белем усағының эш тәжрибәһе менән беҙ ҙә ҡыҙыҡһындыҡ. “Хеҙмәткә бәләкәстән һөйөү тәрбиәләйбеҙ. Ҡыҙҙар һәм егеттәр төплө белем генә алып ҡалмай, күңелдәренә ятҡан шөғөлдө лә үҙләштерә икән, был яҡшыға ғына. “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ”, тиҙәр. Беҙ был мәҡәлде үҙебеҙсә, кешегә йөҙ һөнәр ҙә күп түгел, тип яраҡлаштырып алғанбыҙ”, — ти үҙәк хеҙмәткәрҙәре. Ысынлап та, шулай. Иң мөһиме — изге башланғыстың һөҙөмтәһе бар, ул эҙһеҙ ҡалмай. Хәйер, барыһы хаҡында ла ентекләберәк. Үҙәккә барып кереү менән матурлыҡҡа иҫең китер. Ниндәй генә ҡул эштәре юҡ! Төрлө-төрлө бәйләмдәр, бисерҙан, мәрйендән эшләнгән сувенирҙар, күҙҙең яуын алырҙай һүрәттәр, балалар яһаған ҡурсаҡтар... Уҡытыусыларҙың, мәктәптә шөғөлләнеүсе ҡыҙҙарҙың, егеттәрҙең фантазияһына ғәжәп ҡылырһың. Ошонда уҡ художество-эстетик, физкультура-спорт, хәрби-патриотик, социаль-педагогик, ғилми-техник, вокаль-инструменталь йүнәлештәргә көйләнгән түңәрәктәр булдырылған. Һәр ҡайһыһына ҡыҙҙар һәм малайҙар теләп йөрөй.
— Дәрестәрҙән һуң үҙәк умарта күсен хәтерләтә — кем ҡул эшен үҙләштерә, кем спорт менән шөғөлләнә. Теләгәндәр хатта музыка ҡоралдарында ла уйнарға өйрәнә, — ти мәктәптән тыш эш үҙәге директоры Наталья Горелова.
— Балалар үҙәктә нисә йәшкә тиклем шөғөлләнә ала? — тип һорайбыҙ Наталья Кәтип ҡыҙынан.
— XI класс уҡыусылары ла килә.
— Түңәрәктәр түләүлеме?
— Юҡ. Автомобиль йөрөтөүгә уҡыу өсөн генә түләргә кәрәк.
— Әллә водитель таныҡлығы ла алып сығалармы?
— Эйе, өлкән класс уҡыусылары өсөн махсус ойошторҙоҡ. Бынан тыш, Берҙәм дәүләт имтихандарына өҫтәмә әҙерлек булһын тип, информатика буйынса махсус курстар булдырҙыҡ. Киләсәген медицина өлкәһендә күрергә теләгәндәр “Гиппократ” түңәрәгендә шөғөлләнә. “Бейеклек” эҙләнеүселәр отряды хаҡында ла әйтеп үтер инем. Егеттәрҙе ылыҡтырған, ҡыҙыҡһындырған шөғөлдәрҙең береһе ул.
Мәктәптән тыш эш үҙәгенең ойошторолоуына – ун йылдан ашыу. Ошо ваҡыт эсендә әллә күпме ҡыҙ һәм егетте һөнәрле иткән ул. Иманым камил, бында шөғөлләнгән һәр бала хеҙмәт, матурлыҡ, ижад төшөнсәһенә ҡағылмай ҡалмағандыр. Башҡаса мөмкин дә түгел.