Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Әҙәбиәт йылынан нимә көтәһегеҙ?
Рита ФӘТҠУЛЛИНА:
– Әҙәбиәт йылы ҙур өмөттәр уята. Беренсенән, әҙәби ижад бигерәк тә ижадсыларҙың йәшерәк быуыны өсөн хобби кимәлендә ҡалмаһын, дәүләт тарафынан хеҙмәт булараҡ баһаланһын ине.
Әҙәбиәт үҫешһен өсөн был – бик мөһим шарт. Ошо маҡ­сатта элеккеләй ижад йорттары асыу, унда яҙыу­сыларҙың аралашыу мөмкинлеген тыуҙырыу, йәштәр өсөн төрлө оҫталыҡ дәрестәрен ойоштороу ҙа мөмкин.
Йәштәр менән эште, әлбиттә, дауам итәсәкбеҙ. БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында яҙын студенттарҙың һәм уҡыусыларҙың Әҙә­биәт йылына бағышланған ижади эштәр конкурсын, көҙөн йәш ғалим­дар­ҙың Бөтөн Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһын уҙғарырға планлаштырғанбыҙ.
Ғөмүмән, әҙәби процесты күсәгилешлелек тәьмин итә. Шуға ла йәш быуынды әҙәбиәткә ылыҡтырған, ижади эшмәкәрлеккә булышлыҡ иткән һәр сара Яңы йылда бик мөһим әһәмиәткә эйә булыр, тип уйлайым.

Азамат ЮЛДАШБАЕВ:
– Йылдан-йыл төрлө даирәлә, төрлө рәүештә бер үк хәбәрҙе ишетергә тура килә, “имеш, уҙған осор ауыр бул­ды...” Асылда беҙ бер нәмәне аңламайбыҙ – йылдарҙың бында һис тә ғәйебе юҡ. Кешеләргә, йәмғиәткә йә һауа торошона бәйле ғәйептәрҙе тағабыҙ уларға... Иманым камил: үткән йылға ла дәғүә табылыр: тәбиғәттең дә көйө китеп бара, иҡтисадты ла “тулғаҡ тота”, донъяуи сәйәсәттә лә “һалҡын һуғыш” шәүләһе йөрөй... Шәхсән минең өсөн 2014 йыл һәр йәһәттән иҫтәлекле лә, ваҡиғаларға бай ҙа, кисерештәргә тулы ла булды. Алыр йә бирер бурысым да, үпкәм дә юҡ был йылға. Ғилман дуҫымдың һүҙҙәре менән әйткәндә, “...үтмәнең буш, рәхмәт һәм хуш!”
Әле башланып торған йыл буйынса байтаҡ бәхәс бар. Һарыҡ йылымы ул, әллә Кәзәме? Кемдер “ҡуй йылы” тип дөрөҫләй. Биғәйбә, кемгә нисек хуп... Ә минең өсөн 2015 – Әҙәбиәт йылы. Әҙәбиәт нимә ул? Ул – изгелек, матурлыҡ, дуҫлыҡ, кешелеклелек. Быйыл ошо изге төшөнсәләр дәүләт сәйәсәте кимәленә үк күтәрелмәһә лә, йәмғиәттә бер ни тиклем резонанс тыуҙырыр тигән өмөт бар. Матурлыҡ үҙенән-үҙе донъяны ҡотҡармаҫ, ә шул матурлыҡты күрә, баһалай, һанлай, данлай белеү, уны тыуҙырыу­сыларға ихтирам һәм хөрмәт күрһәтә белеү – бына нимә ҡотҡарасаҡ донъя­ны... Шиғыр яҙған кешеләр һирәк, ә берҙе генә булһа ла шиғыр уҡып ҡарамағандар юҡ. Уны ижад итеүсе генә түгел, ә шул шиғырҙы уҡыусы ла донъяны сафландырыуға үҙ өлөшөн индерә. Тимәк, Әҙәбиәт йылы – ул тотош халыҡ йылы, милләт йылы.

Зарина БАҒЫШАЕВА:
– 2015 йылдан ижади артылыштар, яңырыуҙар, емешле хеҙмәт көтәм. Барлыҡ ҡәләмдәштәремдең дә ижади офоҡтары киңәйеүен, бергәләп дәртләнеп, ҡанатланып, илһамланып эшләүебеҙҙе, фәһемле әҙәби кисәләрҙең күберәк уҙғарылыуын теләйем.
Әҙәбиәт йылы һәр башланғысҡа ҡот-бәрәкәт, йәм бир­һен ине. Китап сығарыу мөмкинлектәре лә күберәк булһа, шул тиклем яҡшыраҡ. Ҡәләм тирбәткән кешегә ҡулына үҙ китабын алыуҙан да ҙурыраҡ һөйөнөс юҡ бит.
Был йылда кешеләрҙә әҙәбиәткә, ижадҡа ҡарата иғтибар, ихтирам артыр тигән өмөттәмен. Кемгәлер яҙып-һыҙыу буш эш һымаҡ күренһә лә, минеңсә, уның мәртәбәһе ҙур: ижадсылар халыҡҡа рухи байлыҡ, изгелек ҡалдыра.
Л. АБДУЛЛИНА яҙып алды.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә