Рита ФӘТҠУЛЛИНА:– Әҙәбиәт йылы ҙур өмөттәр уята. Беренсенән, әҙәби ижад бигерәк тә ижадсыларҙың йәшерәк быуыны өсөн хобби кимәлендә ҡалмаһын, дәүләт тарафынан хеҙмәт булараҡ баһаланһын ине.
Әҙәбиәт үҫешһен өсөн был – бик мөһим шарт. Ошо маҡсатта элеккеләй ижад йорттары асыу, унда яҙыусыларҙың аралашыу мөмкинлеген тыуҙырыу, йәштәр өсөн төрлө оҫталыҡ дәрестәрен ойоштороу ҙа мөмкин.
Йәштәр менән эште, әлбиттә, дауам итәсәкбеҙ. БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында яҙын студенттарҙың һәм уҡыусыларҙың Әҙәбиәт йылына бағышланған ижади эштәр конкурсын, көҙөн йәш ғалимдарҙың Бөтөн Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһын уҙғарырға планлаштырғанбыҙ.
Ғөмүмән, әҙәби процесты күсәгилешлелек тәьмин итә. Шуға ла йәш быуынды әҙәбиәткә ылыҡтырған, ижади эшмәкәрлеккә булышлыҡ иткән һәр сара Яңы йылда бик мөһим әһәмиәткә эйә булыр, тип уйлайым.
Азамат ЮЛДАШБАЕВ:– Йылдан-йыл төрлө даирәлә, төрлө рәүештә бер үк хәбәрҙе ишетергә тура килә, “имеш, уҙған осор ауыр булды...” Асылда беҙ бер нәмәне аңламайбыҙ – йылдарҙың бында һис тә ғәйебе юҡ. Кешеләргә, йәмғиәткә йә һауа торошона бәйле ғәйептәрҙе тағабыҙ уларға... Иманым камил: үткән йылға ла дәғүә табылыр: тәбиғәттең дә көйө китеп бара, иҡтисадты ла “тулғаҡ тота”, донъяуи сәйәсәттә лә “һалҡын һуғыш” шәүләһе йөрөй... Шәхсән минең өсөн 2014 йыл һәр йәһәттән иҫтәлекле лә, ваҡиғаларға бай ҙа, кисерештәргә тулы ла булды. Алыр йә бирер бурысым да, үпкәм дә юҡ был йылға. Ғилман дуҫымдың һүҙҙәре менән әйткәндә, “...үтмәнең буш, рәхмәт һәм хуш!”
Әле башланып торған йыл буйынса байтаҡ бәхәс бар. Һарыҡ йылымы ул, әллә Кәзәме? Кемдер “ҡуй йылы” тип дөрөҫләй. Биғәйбә, кемгә нисек хуп... Ә минең өсөн 2015 – Әҙәбиәт йылы. Әҙәбиәт нимә ул? Ул – изгелек, матурлыҡ, дуҫлыҡ, кешелеклелек. Быйыл ошо изге төшөнсәләр дәүләт сәйәсәте кимәленә үк күтәрелмәһә лә, йәмғиәттә бер ни тиклем резонанс тыуҙырыр тигән өмөт бар. Матурлыҡ үҙенән-үҙе донъяны ҡотҡармаҫ, ә шул матурлыҡты күрә, баһалай, һанлай, данлай белеү, уны тыуҙырыусыларға ихтирам һәм хөрмәт күрһәтә белеү – бына нимә ҡотҡарасаҡ донъяны... Шиғыр яҙған кешеләр һирәк, ә берҙе генә булһа ла шиғыр уҡып ҡарамағандар юҡ. Уны ижад итеүсе генә түгел, ә шул шиғырҙы уҡыусы ла донъяны сафландырыуға үҙ өлөшөн индерә. Тимәк, Әҙәбиәт йылы – ул тотош халыҡ йылы, милләт йылы.
Зарина БАҒЫШАЕВА:– 2015 йылдан ижади артылыштар, яңырыуҙар, емешле хеҙмәт көтәм. Барлыҡ ҡәләмдәштәремдең дә ижади офоҡтары киңәйеүен, бергәләп дәртләнеп, ҡанатланып, илһамланып эшләүебеҙҙе, фәһемле әҙәби кисәләрҙең күберәк уҙғарылыуын теләйем.
Әҙәбиәт йылы һәр башланғысҡа ҡот-бәрәкәт, йәм бирһен ине. Китап сығарыу мөмкинлектәре лә күберәк булһа, шул тиклем яҡшыраҡ. Ҡәләм тирбәткән кешегә ҡулына үҙ китабын алыуҙан да ҙурыраҡ һөйөнөс юҡ бит.
Был йылда кешеләрҙә әҙәбиәткә, ижадҡа ҡарата иғтибар, ихтирам артыр тигән өмөттәмен. Кемгәлер яҙып-һыҙыу буш эш һымаҡ күренһә лә, минеңсә, уның мәртәбәһе ҙур: ижадсылар халыҡҡа рухи байлыҡ, изгелек ҡалдыра.
Л. АБДУЛЛИНА яҙып алды.