Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
– Арыумы әле, ҡустым?
– Һәйбәт кенә, Өлгөрбай ағай!
– Хәлдәр нисек?
– Шәп!
– Ҡайҙа китеп барыш?
– Киноға.
– Киноға? Сессия мәлендә ниндәй кино ти ул? Әйткәндәй, уҡыуҙар нисек? Ҡыйын түгел­ме? “Ҡойроҡ”тар юҡмы?
– Ҡайҙан “ҡойроҡ” булһын ти. Гөрләтеп тапшырабыҙ уны. Бына дүрт имтиханды бирҙем, иртәгә йәнә бер зачетты тап­шырабыҙ. Унан – каникул.
– Иртәгә зачет, тиһең, ә үҙең киноға китеп бараһың. Исма­һам, әҙерләнер инең, бирә ал­май ҡуйһаң, ҡыйын булыр ҙа. Эй, хәҙерге йәштәр бигерәк еңел-елпе йәшәй ҙә инде.
– Эй, Өлгөрбай ағай, юҡҡа борсолма! Мин ул фәндән уҡы­маһам да бирәм.
– Нисек улай, әллә белеп тыуҙыңмы?
– Бер нәмә белмәһәм дә тап­шырам.
– Аңлап бөтмәйем…
– Эй, Өлгөрбай ағай, Өлгөр­бай ағай! Үҙеңдең өлгөрмәгән ерең юҡ, ә үҙең шуны ла аңла­майһың! Хәҙер бүтән заман. Аҡса заманы! Кеҫәңдә “мани-мани” ғына булһын, тексәйеп, күҙ бөтөрөп, китап уҡып ултырыу ҙа кәрәкмәй. Бигерәк ан­һат! Хәҙер бөтә ерҙә шулай итәләр. Бер дуҫым да вузда уҡый. Ғәҙеллекте яҡларға өй­рәт­кән профессорҙар үҙҙәре, аҡсаң булмаһа, әйләнеп тә ҡарамай, ти.
…Һай, үҙгәрҙе шул заман, үҙгәрҙе. Элек Урта Азия, Кавказ яҡтарында ғына бындай алама ғәҙәт булыуын ишет­һәк, хәҙер бөтә ерҙе биләп алды. Заман кәсебен Өфө статистика, информатика һәм иҫәп­ләү техникаһы колледжында уҡытҡан Оксана Шклярук та үҙләштереп ала. Ниңә, бик шәп! Эш хаҡы ла бара, өҫтәмә рәүештә аҡса ла тамып тора! Башҡалар шулай эшләгәндә ул суфый кеше кеүек ҡарап тор­һонмо ни! Кемдән кәм! Юғары уҡыу йорттарында уның ҡәҙәре генә алалармы…
Шулай итеп, Шклярук 2013 йылдың декабренән 2014 йыл­дың май айы­на ҡәҙәр бөтәһе 69 мең “эшләгән”, йәм­ғе­һе 28 студент рәхәт кенә зачет алған. Әммә сираттағы һынау уҡы­тыу­сы ханым өсөн һуңғыһы була. Бер студент теүәл 10 мең һум аҡса тотторғанда, хоҡуҡ һаҡлау хеҙ­мәткәрҙәре уны ҡулынан эләк­терә.
Хәҙер улар Оксана Шкля­руктың үҙенән “имтихан” ала, тиҙәр.



Автор: Өлгөрбай ТИКТОРМАҪОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә