Заман кәсебе09.01.2015
– Арыумы әле, ҡустым?
– Һәйбәт кенә, Өлгөрбай ағай!
– Хәлдәр нисек?
– Шәп!
– Ҡайҙа китеп барыш?
– Киноға.
– Киноға? Сессия мәлендә ниндәй кино ти ул? Әйткәндәй, уҡыуҙар нисек? Ҡыйын түгелме? “Ҡойроҡ”тар юҡмы?
– Ҡайҙан “ҡойроҡ” булһын ти. Гөрләтеп тапшырабыҙ уны. Бына дүрт имтиханды бирҙем, иртәгә йәнә бер зачетты тапшырабыҙ. Унан – каникул.
– Иртәгә зачет, тиһең, ә үҙең киноға китеп бараһың. Исмаһам, әҙерләнер инең, бирә алмай ҡуйһаң, ҡыйын булыр ҙа. Эй, хәҙерге йәштәр бигерәк еңел-елпе йәшәй ҙә инде.
– Эй, Өлгөрбай ағай, юҡҡа борсолма! Мин ул фәндән уҡымаһам да бирәм.
– Нисек улай, әллә белеп тыуҙыңмы?
– Бер нәмә белмәһәм дә тапшырам.
– Аңлап бөтмәйем…
– Эй, Өлгөрбай ағай, Өлгөрбай ағай! Үҙеңдең өлгөрмәгән ерең юҡ, ә үҙең шуны ла аңламайһың! Хәҙер бүтән заман. Аҡса заманы! Кеҫәңдә “мани-мани” ғына булһын, тексәйеп, күҙ бөтөрөп, китап уҡып ултырыу ҙа кәрәкмәй. Бигерәк анһат! Хәҙер бөтә ерҙә шулай итәләр. Бер дуҫым да вузда уҡый. Ғәҙеллекте яҡларға өйрәткән профессорҙар үҙҙәре, аҡсаң булмаһа, әйләнеп тә ҡарамай, ти.
…Һай, үҙгәрҙе шул заман, үҙгәрҙе. Элек Урта Азия, Кавказ яҡтарында ғына бындай алама ғәҙәт булыуын ишетһәк, хәҙер бөтә ерҙе биләп алды. Заман кәсебен Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжында уҡытҡан Оксана Шклярук та үҙләштереп ала. Ниңә, бик шәп! Эш хаҡы ла бара, өҫтәмә рәүештә аҡса ла тамып тора! Башҡалар шулай эшләгәндә ул суфый кеше кеүек ҡарап торһонмо ни! Кемдән кәм! Юғары уҡыу йорттарында уның ҡәҙәре генә алалармы…
Шулай итеп, Шклярук 2013 йылдың декабренән 2014 йылдың май айына ҡәҙәр бөтәһе 69 мең “эшләгән”, йәмғеһе 28 студент рәхәт кенә зачет алған. Әммә сираттағы һынау уҡытыусы ханым өсөн һуңғыһы була. Бер студент теүәл 10 мең һум аҡса тотторғанда, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре уны ҡулынан эләктерә.
Хәҙер улар Оксана Шкляруктың үҙенән “имтихан” ала, тиҙәр.