Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Көрсөк ҡамасаулай алмаҫ
Быйыл пенсия йәнә индексацияланып, яҡынса 10 процентҡа артасаҡ тип күҙаллана. Пенсия фонды башлығы Антон Дроздов ошо турала белдерҙе.

Ғинуарҙа пенсия декабрҙәге кеүек буласаҡ. 1 ғинуарҙан һәр кем эш биреүсенең уның өсөн күпме иғәнә күсереүен күҙәтә ала. Пенсия фондының яңыртылған сайтында (www.pfrf.ru) һәр Рәсәй кешеһенең шәхси кабинеты булдырыла. Бының өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәлергә кәрәк. Әле 12 миллион кеше ошо хеҙмәттән файҙалана. Күҙаллауҙар буйынса, был һан киләһе йылда 20 миллионға барып етәсәк.
Тимәк, һәр кем ғинуарҙа Пенсия фонды сайтына инеп, “Страховкаланған кешенең шәхси кабинеты” төймәһен эҙләп табып, үҙенең логины һәм паролен индереп, стажы, тупланған пенсия балдары тураһында мәғлүмәт менән таныша ала. Ә балл һаны эш биреүсе түләгән страховка иғәнә­ләренә һәм стажға бәйле. Был хаҡтағы мәғлүмәт квартал һайын яңыртыласаҡ.
Шәхси кабинетта ойошманың исеме һәм күсерелгән иғәнәләр суммаһы ла күренеп торасаҡ. Шулай итеп, эш биреүсенең страховка иғәнәләрен күсереү-күсермәүе хаҡында ваҡытында иҫкәрте­ләсәкһегеҙ. Хоҡуҡтарығыҙҙың тупаҫ боҙолғанын белеү менән эш биреүсегә, ул хатаһын төҙәтергә уйламағанда, хеҙмәт инспекцияһына дәғүәгеҙҙе белдерергә кәрәк. Страховка иғәнәләренең рәсми эш хаҡынан ғына түләнеүен дә иҫегеҙгә төшө­рәбеҙ. Әгәр ҙә һеҙгә эш биреүсе хеҙмәт хаҡын конвертта түләһә, был хәл мотлаҡ пенсияның күләмендә сағылыш табасаҡ.
Шәхси кабинет аша һорауҙар менән мөрәжәғәт итергә, ҡабул итеүгә яҙылырға, документтарға заказ бирергә, пенсия, әсәлек капиталын алыуға ғариза бирергә, тәғәйенләнгән пенсия күләмен асыҡларға мөмкин. Ҡыҫҡаһы, онлайн режимын­дағы был хеҙмәт бөтә граждандар өсөн дә уңайлы, файҙалы буласаҡ.
Ҡартлыҡ тураһында уйланырға ғәҙәтләнмәгән йәштәр ҙә хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң ниндәй күләмдә пенсия аласағын күҙаллай ала. Шәхси кабинеттағы “Буласаҡ пенсияны иҫәпләргә” тигән бүлек был осраҡта һеҙгә ярҙамға килер.
Әлегә Хөкүмәт пенсияға сығыу йәшен арттырыу яғында түгел. Әммә ул кешеләр пенсия йәшенә етеп тә артабан эшләһендәр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға тырыша. Яңы система буйынса пенсияға сығыуҙы кисектергән кешенең пенсия күләме һиҙелерлек ҙур буласаҡ. Тимәк, йәшең етеп тә пенсияға сыҡмай оҙағыраҡ эшләү отошло. Аңлайышлы булһын өсөн бер генә миҫал килтермәксебеҙ. 54 йәшлек Ғәлиәнең рәсми стажы — 30 йыл. Балдар һаны — 126. Әгәр ҙә ул 55 йәштә пенсияға сыҡһа, ай һайын 12 мең һум тирәһе түләү аласаҡ. Ә инде хаҡлы ялға сығыуҙы кисектереп, йәнә биш йыл эшләһә, айлыҡ түләү 17,5 мең һум тәшкил итәсәк (индексацияһыҙ). Пенсияға сығыуҙы 10 йылға кисектергәндә, страховка пенсияһы 22,5 меңгә етәсәк.
Былары — яҡын киләсәктә. Ә хәҙерге пенсио­нерҙарға ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа нисек йәшәргә һуң? Инфляция фаразланғандан ике тап­ҡырға артты. Вице-премьер Ольга Голодец белдереүенсә, страховка пенсиялары — 1 фев­ралдән, ә социаль пенсиялар 1 апрелдән мотлаҡ индексацияланасаҡ. Ҡаҙнала аҡса наҡыҫ булһа ла, Резерв фондында өс триллион һум ятыуы социаль йөкләмәләрҙең тулы күләмдә үтәлеүенә ышаныс бирә.


Автор: А. РӘХИМОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә