Көрсөк ҡамасаулай алмаҫ09.01.2015
Быйыл пенсия йәнә индексацияланып, яҡынса 10 процентҡа артасаҡ тип күҙаллана. Пенсия фонды башлығы Антон Дроздов ошо турала белдерҙе.
Ғинуарҙа пенсия декабрҙәге кеүек буласаҡ. 1 ғинуарҙан һәр кем эш биреүсенең уның өсөн күпме иғәнә күсереүен күҙәтә ала. Пенсия фондының яңыртылған сайтында (www.pfrf.ru) һәр Рәсәй кешеһенең шәхси кабинеты булдырыла. Бының өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәлергә кәрәк. Әле 12 миллион кеше ошо хеҙмәттән файҙалана. Күҙаллауҙар буйынса, был һан киләһе йылда 20 миллионға барып етәсәк.
Тимәк, һәр кем ғинуарҙа Пенсия фонды сайтына инеп, “Страховкаланған кешенең шәхси кабинеты” төймәһен эҙләп табып, үҙенең логины һәм паролен индереп, стажы, тупланған пенсия балдары тураһында мәғлүмәт менән таныша ала. Ә балл һаны эш биреүсе түләгән страховка иғәнәләренә һәм стажға бәйле. Был хаҡтағы мәғлүмәт квартал һайын яңыртыласаҡ.
Шәхси кабинетта ойошманың исеме һәм күсерелгән иғәнәләр суммаһы ла күренеп торасаҡ. Шулай итеп, эш биреүсенең страховка иғәнәләрен күсереү-күсермәүе хаҡында ваҡытында иҫкәртеләсәкһегеҙ. Хоҡуҡтарығыҙҙың тупаҫ боҙолғанын белеү менән эш биреүсегә, ул хатаһын төҙәтергә уйламағанда, хеҙмәт инспекцияһына дәғүәгеҙҙе белдерергә кәрәк. Страховка иғәнәләренең рәсми эш хаҡынан ғына түләнеүен дә иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Әгәр ҙә һеҙгә эш биреүсе хеҙмәт хаҡын конвертта түләһә, был хәл мотлаҡ пенсияның күләмендә сағылыш табасаҡ.
Шәхси кабинет аша һорауҙар менән мөрәжәғәт итергә, ҡабул итеүгә яҙылырға, документтарға заказ бирергә, пенсия, әсәлек капиталын алыуға ғариза бирергә, тәғәйенләнгән пенсия күләмен асыҡларға мөмкин. Ҡыҫҡаһы, онлайн режимындағы был хеҙмәт бөтә граждандар өсөн дә уңайлы, файҙалы буласаҡ.
Ҡартлыҡ тураһында уйланырға ғәҙәтләнмәгән йәштәр ҙә хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң ниндәй күләмдә пенсия аласағын күҙаллай ала. Шәхси кабинеттағы “Буласаҡ пенсияны иҫәпләргә” тигән бүлек был осраҡта һеҙгә ярҙамға килер.
Әлегә Хөкүмәт пенсияға сығыу йәшен арттырыу яғында түгел. Әммә ул кешеләр пенсия йәшенә етеп тә артабан эшләһендәр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға тырыша. Яңы система буйынса пенсияға сығыуҙы кисектергән кешенең пенсия күләме һиҙелерлек ҙур буласаҡ. Тимәк, йәшең етеп тә пенсияға сыҡмай оҙағыраҡ эшләү отошло. Аңлайышлы булһын өсөн бер генә миҫал килтермәксебеҙ. 54 йәшлек Ғәлиәнең рәсми стажы — 30 йыл. Балдар һаны — 126. Әгәр ҙә ул 55 йәштә пенсияға сыҡһа, ай һайын 12 мең һум тирәһе түләү аласаҡ. Ә инде хаҡлы ялға сығыуҙы кисектереп, йәнә биш йыл эшләһә, айлыҡ түләү 17,5 мең һум тәшкил итәсәк (индексацияһыҙ). Пенсияға сығыуҙы 10 йылға кисектергәндә, страховка пенсияһы 22,5 меңгә етәсәк.
Былары — яҡын киләсәктә. Ә хәҙерге пенсионерҙарға ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа нисек йәшәргә һуң? Инфляция фаразланғандан ике тапҡырға артты. Вице-премьер Ольга Голодец белдереүенсә, страховка пенсиялары — 1 февралдән, ә социаль пенсиялар 1 апрелдән мотлаҡ индексацияланасаҡ. Ҡаҙнала аҡса наҡыҫ булһа ла, Резерв фондында өс триллион һум ятыуы социаль йөкләмәләрҙең тулы күләмдә үтәлеүенә ышаныс бирә.