Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кәзәнән дә болло мал юҡ!
Кәзәнән дә болло мал юҡ! “Нур” крәҫтиән (фермер) хужалығы тураһында күптән ишетеп беләбеҙ, әммә ошоғаса хужаһы Мәғсүм Фәрхетдинов менән осрашырға форсат сыҡмағайны. Ниһайәт, Ҡуй йылы яҡынлашыуын һылтау итеп, уға юлландыҡ.

Мәғсүм Мәҡбул улы – эшен мөкиббән яратҡан кеше. “Кә­зә­нең маллығы – бажаның туған­лығы”, “Кем ялҡау, шул кәзә көтә” тигән халыҡ әйтемдәренә шөғөл­гә тотонғанда иғтибар итмәгән һәм дөрөҫ эшләгән дә! Бөгөн иһә уның тураһында икеләнмәйенсә “Кем уңған, шул кәзә көтә” тип әйтергә була.
Мәғсүм Мәҡбул улы кәзә малы аҫрау, уның әһәмиәте тураһында бөтә нескәлектәрен дә һөйләй ала. Ысынлап та, был малдың һөтө, айырыуса ҡы­мыҙының шифаһы тураһында барыбыҙ ҙа белә. Кәзә һөтө һы­йыр­ҙыҡынан ҡуйыраҡ, файҙалыраҡ. Ул аллергияны дауалау көсөнә лә эйә. Голландияла ҡайһы бер фермерҙар быҙауҙарға тәүге көндән үк кәзә һөтө имеҙә башлай. Шулай эшләгәндә, малҡай һау булып үҫә, тиҙерәк ҙурая ла икән. Бынан тыш, кәзәгә аҙыҡ һыйырға ҡарағанда 30-40 процентҡа әҙерәк кәрәк. Һауын ваҡыты ла оҙағыраҡ – теүәл 11 ай.
Фермерҙың 60 гектар ере бар. Көтөүлек өсөн дә, ҡышҡылыҡҡа бесән әҙерләүгә лә етә, ти уңған хужа. Артып ҡалғанын кешегә һатырға ла форсат табалар. Мәғсүм Фәрхетдиновтың балалары ла эргәһендә. Өсөһө лә Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлаған. Илшат эшкәртеү менән булһа, Салауат һөт етештереү өсөн яуаплы. Ҡыҙҙары Гөлшат бухгалтерия нескәлектәрендә ярҙам итә.

Әле хужалыҡта 130 тирәһе баш һөт кәзәһе бар. Зааненский тоҡомло был малды Мәғсүм Мәҡбул улы 2006 йылда Краснодар крайынан алып ҡайтҡан. Эш башлауы һәр ваҡыт ауыр була. Өҫтәүенә 2010 йылда фермерҙың хужалығына ҡунған “ҡыҙыл әтәс” 200-ҙән ашыу баш кәзәне һәләк иткән...
Ауырлыҡтарға бирешмәгән “Нур” бер нисә йыл рәттән Рәсәй кимәлендә үткән күргәҙмәләрҙә еңеү яулаған, быйыл “Башҡортостан продукты” исемлегенә индерелгән. Күптән түгел грант та алып,120 баш малға иҫәпләнгән яңы корпус төҙөгәндәр. Италиянан һауын аппараты алынған. Уның ярҙамында бер һауынсы сәғәт ярымда йөҙҙән ашыу кәзәне һауа ала! Был эштең барышын күреп шаҡ ҡаттыҡ: аҡыллы мал һауынға сиратҡа баҫа, һәр береһе үҙенең кемдең артынан торғанын белә! Был сиратты бер кем дә боҙмай. Ике-өс минутта шифалы һөт ҙур шешәләргә аға. Ҡымыҙ башлыса һауыҡтырыу учреждениеларына ебәрелә.
Хужалыҡтың киләсәккә пландары ла ҙур: мал һанын арттырыуҙан һәм тауар әйләнешен күбәйтеүҙән тыш, балалар өсөн аҙыҡ-түлек етештереү цехын төҙөү. Әммә был эш долларҙың үҫеүе арҡаһында тотҡарланып ҡуймаһа ярар ине, тип борсола йүнселдәр. Ни тиһәң дә, йыһаздарҙы сит илдән алырға кәрәк, хаҡы ундағы иҡтисадҡа тығыҙ бәйле.
“Кәзәнән дә болло мал юҡ! Киләһе йылдан ҡурҡырға кәрәкмәй. Ҡуй йылы барыбыҙға ла муллыҡ, һаулыҡ насип итер. Кәзә һымаҡ аҡыллы мал ырыҫ ҡына килтерә ул”, – тип оҙатып ҡалды Мәғсүм Мәғбул улы.






Мәғсүм Фәрхетдиновтың кәзә малы тураһында һөйләгәндәренән:
* Кәзә бик талымһыҙ. Төрлө тәбиғәт һәм һауа шарттарында ла башҡа малдарҙан сыҙамлылығы менән айырылып тора.
* Йорт тирәһендә йәшәүгә ҡулайлашыуы, үҙаллылығы менән уңайлы. Уға айырым көтөүлек йә көтөү кәрәкмәй: эҙләнеп, иртә яҙҙан ҡырпаҡ ҡар яуғанға тиклем барлыҡ үләндәрҙе лә ашай. Ҡышҡылыҡҡа һыу буйында үҫкән тал, ҡайын һәм йүкә ағастарынан миндек әҙерләргә кәрәк. Шулай уҡ арпа, тары һаламы ла бик бәрәкәтле. Һоло, арпа ярмаһы кеүек туҡлыҡлы аҙыҡтарҙы ла кәрәгенсә әҙерләп ҡуйырға була. Эсәр һыуы бүлмә йылылығында булһын. Эре тоҙҙан өҙмәҫкә кәрәк.
* Инә кәзә йыш ҡына игеҙәк бәрәсләй. Быуаҙ йөрөү ваҡыты – биш ай. Бәрәсләргә ай ярым ҡалғас, һауыуҙы туҡтатырға кәрәк. Бәрәсләр мәле еткән кәзәне айырып тотоу, асыҡ һауала күберәк йөрөтөү мөһим.
* Ғалимдар тарафынан кәзә һөтөнөң әсәнекен алыштыра алыуы иҫбатланған. Бөйөк Әбүғәлисина уның балалар һәм өлкән йәштәгеләр өсөн иң файҙалы эсемлек булыуын асыҡлаған. Японияла балалар өсөн эшләнгән ҡатнашмаларға һыйыр һөтө түгел, ә кәзәнекен ҡушалар.
* Кәзә көнөнә өс - биш литр һөт бирә. Ҡуйылығы—3,5-4 процент. Һөтлөлөк дөрөҫ һауыуға һәм еленде белеп тәрбиәләүгә бәйле. Ҡышҡыһын—ике, йәйгеһен өс тапҡыр һауырға кәрәк.
* Кәзә һөтө (ҡымыҙы) бейәнекенән ҡуйыраҡ. Ул кальций, фосфор кеүек минераль матдәләргә һәм төрлө микроэлементҡа бай. Шуға ла үҫеште, һынған һөйәктәрҙең уңалыуын тиҙләтә.
* Кәзә һөтөн организм яҡшыраҡ үҙләштерә. Мәҫәлән, баланың ашҡаҙанында ни бары 40 минут эшкәртелә. Унда һөт шәкәре (лактоза) әҙерәк, аллергия булдырмай, иммунитетты нығыта. Элегерәк туберкулез ауырыуын дауалау йорттары эргәһендә кәзә тотҡандар. Ауыр операция кисергән кешегә лә, йөрәк, тын юлы ауырыуҙарынан да файҙалы. Ҡанды таҙарта, ашҡаҙан эшмәкәрлеген көйләй.
* Ите сифаты һәм тәме менән айырылып тора. Уны ашҡаҙан еңел эшкәртә. Ит өсөн ашатылған кәзәне йәш ярымдан һуйырға була. Орғасы малдың ите бигерәк тә тәмле. Ә кәзә тәкәһенең ите тәмен юғалтмаһын өсөн уны иртәрәк көйҙөртөргә кәрәк. Майын иретеп һаҡлайҙар. Кәзә майы һыуыҡ тейгәндә, үҙәк көйөүҙән яфаланғанда килешә.


Автор: Лилиә НУРЕТДИНОВА.
Фото: Эдуард Дилмөхәмәтов фотолары.
Район: Благовещен районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Батырхан
    Батырхан от 31.12.2014, 22:04
    Үәт, шәп мәҡәлә ! Бик файҙалы.Яңы йыл ижади бәхет, ғаилә бәхете насип итһен һеҙгә! Мәҡәләне ошо темаға ( ауылда аҡса эшләү ысулы тураһында ) күберәк яҙһағыҙсы. Рәхмәт төшкөрҙәре, анау аҫтағы "код"ты яҙыу (введите два слова ...) эшен ябайлаштырғанһығыҙ. Йәтеш булды әле, әтеү элегерәк кирле - мырлы яҙылған инглиз хәрефтәрен танып булмай торғайны.






Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан һәм йәшен хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан һәм йәшен хаҡында иҫкәртте 14.08.2025 // Йәмғиәт

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан һәм йәшен хаҡында иҫкәртте...

Тотош уҡырға 0

Ғафуриҙа Еҙем йылғаһы аша йәйәүлеләр күпере төҙөкләндерелә
Башҡортостанда ҡорот байрамы ойошторола

Башҡортостанда ҡорот байрамы ойошторола 14.08.2025 // Йәмғиәт

16 августа Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында «Хәйбулла ҡорото» төбәк-ара этно-фестивале уҙғарыла....

Тотош уҡырға 4

Республикала табиптарға остазлыҡ өсөн өҫтәмә аҡса түләнә
Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған

Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған 13.08.2025 // Йәмғиәт

Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған...

Тотош уҡырға 13

Башҡортостанда 31 меңдән ашыу кешегә «декрет пособиеһы» түләнә

Башҡортостанда 31 меңдән ашыу кешегә «декрет пособиеһы» түләнә 13.08.2025 // Йәмғиәт

Рәсәй Социаль фондының республика бүлексәһе эшләп йөрөгән әсәйҙәргә, ҡайһы бер осраҡтарҙа атайҙарға...

Тотош уҡырға 14

Өфө мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе

Өфө мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе 13.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң 58-се лицейын тамамлаған Тимур Ғарифуллин 2-8 августа Ҡытайҙа үткән яһалма интеллект буйынса...

Тотош уҡырға 11

Өөф мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе

Өөф мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе 13.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң 58-се лицейын тамамлаған Тимур Ғарифуллин 2-8 августа Ҡытайҙа үткән яһалма интеллект буйынса...

Тотош уҡырға 12

Республикала тағы бер ир-егет чача эсеп ағыуланған
ХМАО йәштәре Башҡортостанда милли кейемдә туй үткәргән

ХМАО йәштәре Башҡортостанда милли кейемдә туй үткәргән 13.08.2025 // Йәмғиәт

ХМАО йәштәре Башҡортостанда милли кейемдә туй үткәргән...

Тотош уҡырға 12

Шәйехзада Бабич исемендәге премияға ғаризалар ҡабул итеү ваҡыты оҙайтылды
Благоварҙа 99 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны донъя ҡуйған

Благоварҙа 99 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны донъя ҡуйған 12.08.2025 // Йәмғиәт

Благоварҙа 99 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны донъя ҡуйған...

Тотош уҡырға 15