Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Ватанға тоғролоҡто һаҡлайыҡ”
Хеҙмәт алдынғыларын Яңы йыл алдынан ҡотлау айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Быны залда йыйылған һәр кем билдәләне. Киләһе йылда йәнә лә һөҙөмтәлерәк эшләү, яңынан-яңы үрҙәр яулау теләген тыуҙырҙы был тантана.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәр кемде яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамы менән тәбрикләп, ғаилә именлеге һәм эштәрендә уңыштар теләне.
– Был наградаларҙы фиҙакәр хеҙмәтегеҙ менән яулаған­һығыҙ. Эшегеҙ менән йәмғиәткә өлгө күрһәтәһегеҙ, – тине Рөстәм Зәки улы. – Әле илебеҙ ҡатмарлы осор кисерә. Шуға ҡарамаҫтан, Ватанға хеҙмәт итеүебеҙҙе дауам итәйек. Берҙәм көс менән генә был ҡыйын осорҙо лайыҡлы үтеп сығасаҡбыҙ.
Сарала күптән түгел үткән Энергетиктар көнө айҡанлы ошо тармаҡта оҙаҡ йылдар эшләгән хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде. Рәсәй Президенты Указы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Фәнзил Хәмиҙуллинға “Рәсәйҙең атҡаҙанған төҙөүсеһе” тигән маҡтаулы исем бирелде.
Тәбрикләнеүселәр араһында таныш йөҙҙәрҙе күреү һәр саҡ һөйөнөслө. Мәҫәлән, был юлы “Башҡортостан ҡыҙы” журна­лының ижтимағи-сәйәси тормош, социаль мәсьәләләр бүлеге мөхәррире Әлмира Кирәеваға “Башҡортостан Республи­каһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән исем бирелеүен, гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы, Респуб­ликаның Хәрби Дан музейының ғилми хеҙмәткәре Илдар Шәйәхмәтовтың “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булыуын ҡыуанып ҡабул иттек.


Автор: Л. НУРЕТДИНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә