“Ватанға тоғролоҡто һаҡлайыҡ”31.12.2014
Хеҙмәт алдынғыларын Яңы йыл алдынан ҡотлау айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Быны залда йыйылған һәр кем билдәләне. Киләһе йылда йәнә лә һөҙөмтәлерәк эшләү, яңынан-яңы үрҙәр яулау теләген тыуҙырҙы был тантана.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәр кемде яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамы менән тәбрикләп, ғаилә именлеге һәм эштәрендә уңыштар теләне.
– Был наградаларҙы фиҙакәр хеҙмәтегеҙ менән яулағанһығыҙ. Эшегеҙ менән йәмғиәткә өлгө күрһәтәһегеҙ, – тине Рөстәм Зәки улы. – Әле илебеҙ ҡатмарлы осор кисерә. Шуға ҡарамаҫтан, Ватанға хеҙмәт итеүебеҙҙе дауам итәйек. Берҙәм көс менән генә был ҡыйын осорҙо лайыҡлы үтеп сығасаҡбыҙ.
Сарала күптән түгел үткән Энергетиктар көнө айҡанлы ошо тармаҡта оҙаҡ йылдар эшләгән хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде. Рәсәй Президенты Указы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Фәнзил Хәмиҙуллинға “Рәсәйҙең атҡаҙанған төҙөүсеһе” тигән маҡтаулы исем бирелде.
Тәбрикләнеүселәр араһында таныш йөҙҙәрҙе күреү һәр саҡ һөйөнөслө. Мәҫәлән, был юлы “Башҡортостан ҡыҙы” журналының ижтимағи-сәйәси тормош, социаль мәсьәләләр бүлеге мөхәррире Әлмира Кирәеваға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән исем бирелеүен, гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы, Республиканың Хәрби Дан музейының ғилми хеҙмәткәре Илдар Шәйәхмәтовтың “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булыуын ҡыуанып ҡабул иттек.