Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Холоҡтары оҡшаш та, айырыла ла
Холоҡтары оҡшаш та, айырыла ла Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының йәш артис­тары Зилиә Хәлилова, Айнур Ситдиҡов, Лилиә Ғәлина – өсөһө лә Ҡуй йылында тыуған. Тәүге икәү матур бер ғаилә ҡороп, бөгөн бәхетле ғүмер итһә, Лилиә лә – шул уҡ Ҡуй йылында тыуған курс­ташы Хәмит Дәүләтбәков менән сәсен сәскә бәйләгән. Бер осорҙа яҡты донъяға килгән дүрт дуҫтың, ике ғаилә булып, әле сәхнә, ижад тип янып йәшәгән саҡтары.

Зилиә ХӘЛИЛОВА:
– Ирем менән икебеҙҙең бер йылда тыуыуҙың яҡшы ла, яман да яғы бар. Мин яуаплылыҡ, тәртип яратам, шулай ҙа ҡайһы саҡ үҙ һүҙле, еңмеш булыуым, ял менән эш араһында алтын урталыҡ таба алмауым ҡамасаулай. Кәзә холҡона тартылыпмы, һәр ерҙә иң беренсе булырға ынтылам. Төрлө ярыш-бәйгеләрҙә, бигерәк тә мәктәп­тә уҡыған саҡта был һыҙаттың ярҙамы тейә ине, әммә хәҙер ғаиләлә үҙеңде йүгәнлерәк, күндәмерәк тоторға кәрәклегенә төшөнәм. Мөгөҙҙәрем менән бер нәмәгә төкәлеп ал­дым икән, аҙағы ни менән бөтөрөн күҙал­лауы ҡыйын. Бындай осраҡта тормош ип­тә­шем Айнурҙың тыныс холоҡло булыуы ҡотҡара. Икебеҙ ҙә бер йылғы, шулай ҙа айыр­ма байтаҡ. Эшкә етди ҡарашлы бу­лыу, кешеләргә, хеҙмәткә, мөхәббәткә тоғ­ролоҡ берләштерә беҙҙе. Мин күберәк хис-тойғоға таянып эш итһәм, Айнур аң менән йәшәй. Сетерекле хәлдәрҙән сығыу юлын уның тыныс холҡо һәм минең илгә­ҙәклек аша табабыҙ.
Яңы йылды өйҙә, тыныс мөхиттә, атай-әсәйҙәребеҙ менән ҡаршыларға ниәт­ләйбеҙ.
Лилиә ҒӘЛИНА:
– Мәктәптә лә, академияла ла үҙем һымаҡ 1991 йылда тыуғандар менән уҡырға тура килде. Класыбыҙ бик татыу, әүҙем булды, төркөмдәштәрем дә – асыҡ күңелле, уңған кешеләр. Шәхсән үҙем ара­лашырға яратам, ғаиләлә үҙ һүҙле булдым, башҡаларҙы еңмешлегем менән еңдем. Тормош иптәшем Ҡуй йылында тыуһа ла, беҙҙең осраҡта гел ул миңә “ташлама” яһай, ысын ирҙәрсә хәл итә, ҡыуа­ныста­рымды уртаҡлаша, күңелһеҙләнгән саҡта кәйефемде күтәрергә тырыша. Ғөмүмән, кешенең ниндәй булыуында уның тыуған айы, йылы әллә ни ҙур роль уйнамай тигән фекерҙәмен. Һәр шәхестең булмышы, минеңсә, ғаи­ләнән, ата-әсә тәрбиәһенән сығып формалаша.
Яңы 2015 йылда барыһының дә кәзә кеүек әүҙем, шулай уҡ егәрле, сәләмәт һәм бәхетле булыуын теләйем.
Әлиә МӘҺӘҘИЕВА, бухгалтер:
– Ҡәҙимге тормошта бик тынысмын, әм­мә ҡайһы берҙә ныҡышмалмын, үҙем дөрөҫ тип һанаған фекерҙе һуң булһа ла әйтеп ҡуям. Был ҡылығым өсөн үкенгән саҡтар ҙа юҡ түгел. Ҡайһы йылда тыуҙың, ниндәй ай вәкилеһең тигән күренеш яңыраҡ ҡына килеп сыҡты бит, элек уға әллә ни иғтибар ҙа бирмәй йәшәнек.
Яңы йылды өйҙә, балалар менән ҡаршы­ларға йыйынабыҙ. Һәр кемебеҙгә именлек, күңел бөхтәлеге, бәхет-шатлыҡтар насип булһын.

Гөлсәсәк ҒӘБИТОВА
яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә