Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының йәш артистары Зилиә Хәлилова, Айнур Ситдиҡов, Лилиә Ғәлина – өсөһө лә Ҡуй йылында тыуған. Тәүге икәү матур бер ғаилә ҡороп, бөгөн бәхетле ғүмер итһә, Лилиә лә – шул уҡ Ҡуй йылында тыуған курсташы Хәмит Дәүләтбәков менән сәсен сәскә бәйләгән. Бер осорҙа яҡты донъяға килгән дүрт дуҫтың, ике ғаилә булып, әле сәхнә, ижад тип янып йәшәгән саҡтары. Зилиә ХӘЛИЛОВА:
– Ирем менән икебеҙҙең бер йылда тыуыуҙың яҡшы ла, яман да яғы бар. Мин яуаплылыҡ, тәртип яратам, шулай ҙа ҡайһы саҡ үҙ һүҙле, еңмеш булыуым, ял менән эш араһында алтын урталыҡ таба алмауым ҡамасаулай. Кәзә холҡона тартылыпмы, һәр ерҙә иң беренсе булырға ынтылам. Төрлө ярыш-бәйгеләрҙә, бигерәк тә мәктәптә уҡыған саҡта был һыҙаттың ярҙамы тейә ине, әммә хәҙер ғаиләлә үҙеңде йүгәнлерәк, күндәмерәк тоторға кәрәклегенә төшөнәм. Мөгөҙҙәрем менән бер нәмәгә төкәлеп алдым икән, аҙағы ни менән бөтөрөн күҙаллауы ҡыйын. Бындай осраҡта тормош иптәшем Айнурҙың тыныс холоҡло булыуы ҡотҡара. Икебеҙ ҙә бер йылғы, шулай ҙа айырма байтаҡ. Эшкә етди ҡарашлы булыу, кешеләргә, хеҙмәткә, мөхәббәткә тоғролоҡ берләштерә беҙҙе. Мин күберәк хис-тойғоға таянып эш итһәм, Айнур аң менән йәшәй. Сетерекле хәлдәрҙән сығыу юлын уның тыныс холҡо һәм минең илгәҙәклек аша табабыҙ.
Яңы йылды өйҙә, тыныс мөхиттә, атай-әсәйҙәребеҙ менән ҡаршыларға ниәтләйбеҙ.
Лилиә ҒӘЛИНА:
– Мәктәптә лә, академияла ла үҙем һымаҡ 1991 йылда тыуғандар менән уҡырға тура килде. Класыбыҙ бик татыу, әүҙем булды, төркөмдәштәрем дә – асыҡ күңелле, уңған кешеләр. Шәхсән үҙем аралашырға яратам, ғаиләлә үҙ һүҙле булдым, башҡаларҙы еңмешлегем менән еңдем. Тормош иптәшем Ҡуй йылында тыуһа ла, беҙҙең осраҡта гел ул миңә “ташлама” яһай, ысын ирҙәрсә хәл итә, ҡыуаныстарымды уртаҡлаша, күңелһеҙләнгән саҡта кәйефемде күтәрергә тырыша. Ғөмүмән, кешенең ниндәй булыуында уның тыуған айы, йылы әллә ни ҙур роль уйнамай тигән фекерҙәмен. Һәр шәхестең булмышы, минеңсә, ғаиләнән, ата-әсә тәрбиәһенән сығып формалаша.
Яңы 2015 йылда барыһының дә кәзә кеүек әүҙем, шулай уҡ егәрле, сәләмәт һәм бәхетле булыуын теләйем.
Әлиә МӘҺӘҘИЕВА, бухгалтер:
– Ҡәҙимге тормошта бик тынысмын, әммә ҡайһы берҙә ныҡышмалмын, үҙем дөрөҫ тип һанаған фекерҙе һуң булһа ла әйтеп ҡуям. Был ҡылығым өсөн үкенгән саҡтар ҙа юҡ түгел. Ҡайһы йылда тыуҙың, ниндәй ай вәкилеһең тигән күренеш яңыраҡ ҡына килеп сыҡты бит, элек уға әллә ни иғтибар ҙа бирмәй йәшәнек.
Яңы йылды өйҙә, балалар менән ҡаршыларға йыйынабыҙ. Һәр кемебеҙгә именлек, күңел бөхтәлеге, бәхет-шатлыҡтар насип булһын.
Гөлсәсәк ҒӘБИТОВА
яҙып алды.