Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәшәгән урыныбыҙ бөхтә булһын
Йәшәгән урыныбыҙ  бөхтә булһын Өфө районының Николаевка ауылы баш ҡаланан 30 саҡрым алыҫлыҡта ғына урынлашһа ла, бындағы һиллек таң ҡалдырҙы. Төҙөк йорттар теҙелгән ыҡсым ауылдың майҙанына килеп туҡтаныҡ. Шул саҡ мәктәптә ҡыңғырау шылтыраны ла, уҡыусылар эркелеп тышҡа атылды. Майҙандағы боҙ ҡаласығы күҙ асып йомған арала бала-саға менән тулды.


Был ауылда һәр тармаҡтың үҙ эшен белеп, еренә еткереп баш­ҡарыуы күҙгә салына. “Николаевка” идарасы компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән таны­шырға индек. Етәксеһе Әсхәт Зәки улы Мостафин ихлас ҡаршыланы.
– Беҙҙә 46 кеше эшләй, ете берәмек техника ҡуртымға алынған. Күп фатирлы 37 йортто, бынан тыш, шәхси ихаталарҙың һыу, канализация торбаларын хеҙмәтләндерәбеҙ. Нөрлө ауылы ла беҙҙең ҡарамаҡта. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйып, полигонға оҙатабыҙ. Совет заманында, уҙған быуаттың 60-70-се йылдарында, төҙөлгән ауы­лыбыҙ. Шуға, аңлап тораһығыҙ, торбалар иҫке, һыу үткәреү һәм таҙартыу системаһы насар. Ошо проблемаларҙы яйлап ҡына хәл итәбеҙ. Торбаларҙы алмаштырыу бурысы тора. Ҡышҡа ентекле әҙерләндек, өҙөклөктәр булмаҫ тип ышанабыҙ. Күптән түгел Николаевка ауылының Совет урамындағы 31-се, 33-сө йорттарҙа капиталь ремонт башланыҡ. Икеһенең дә ҡыйығын тулыһынса төҙөкләндерҙек. Тағы бер-ике йортта подъездарҙы ремонтлап сығырға кәрәк, – тип эш барышы менән таныштырҙы ул.
Тағы ла шуны билдәләп үтергә кәрәк: Өфө районының башҡа коммуналь хужалыҡ предприятиеларынан айырмалы, Николаевкала ком­муналь түләүҙәрҙе ауыҙлыҡлап тотоу юлын тапҡандар. Уларҙа хаҡ бөтөн райондағы менән сағыш­тырғанда осһоҙораҡ һәм йылына ни бары бер тапҡыр ғына күтәрелә.
Тышҡа сыҡҡанда тау шыуып ары­ған балалар ҡайтыр юлға ыңғай­лағайны.
– Йыл һайын ауыл Советы менән берлектә ошондай матур ҡаласыҡ төҙөп ҡуйырға тырышабыҙ. Йәшәгән урыныбыҙ матур, бөхтә булһа, күңел дә күтәренке, – тип оҙатып ҡалды беҙҙе Әсхәт Зәки улы.


Автор: Л. НУРЕТДИНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә