Өфө районының Николаевка ауылы баш ҡаланан 30 саҡрым алыҫлыҡта ғына урынлашһа ла, бындағы һиллек таң ҡалдырҙы. Төҙөк йорттар теҙелгән ыҡсым ауылдың майҙанына килеп туҡтаныҡ. Шул саҡ мәктәптә ҡыңғырау шылтыраны ла, уҡыусылар эркелеп тышҡа атылды. Майҙандағы боҙ ҡаласығы күҙ асып йомған арала бала-саға менән тулды. Был ауылда һәр тармаҡтың үҙ эшен белеп, еренә еткереп башҡарыуы күҙгә салына. “Николаевка” идарасы компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән танышырға индек. Етәксеһе Әсхәт Зәки улы Мостафин ихлас ҡаршыланы.
– Беҙҙә 46 кеше эшләй, ете берәмек техника ҡуртымға алынған. Күп фатирлы 37 йортто, бынан тыш, шәхси ихаталарҙың һыу, канализация торбаларын хеҙмәтләндерәбеҙ. Нөрлө ауылы ла беҙҙең ҡарамаҡта. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйып, полигонға оҙатабыҙ. Совет заманында, уҙған быуаттың 60-70-се йылдарында, төҙөлгән ауылыбыҙ. Шуға, аңлап тораһығыҙ, торбалар иҫке, һыу үткәреү һәм таҙартыу системаһы насар. Ошо проблемаларҙы яйлап ҡына хәл итәбеҙ. Торбаларҙы алмаштырыу бурысы тора. Ҡышҡа ентекле әҙерләндек, өҙөклөктәр булмаҫ тип ышанабыҙ. Күптән түгел Николаевка ауылының Совет урамындағы 31-се, 33-сө йорттарҙа капиталь ремонт башланыҡ. Икеһенең дә ҡыйығын тулыһынса төҙөкләндерҙек. Тағы бер-ике йортта подъездарҙы ремонтлап сығырға кәрәк, – тип эш барышы менән таныштырҙы ул.
Тағы ла шуны билдәләп үтергә кәрәк: Өфө районының башҡа коммуналь хужалыҡ предприятиеларынан айырмалы, Николаевкала коммуналь түләүҙәрҙе ауыҙлыҡлап тотоу юлын тапҡандар. Уларҙа хаҡ бөтөн райондағы менән сағыштырғанда осһоҙораҡ һәм йылына ни бары бер тапҡыр ғына күтәрелә.
Тышҡа сыҡҡанда тау шыуып арыған балалар ҡайтыр юлға ыңғайлағайны.
– Йыл һайын ауыл Советы менән берлектә ошондай матур ҡаласыҡ төҙөп ҡуйырға тырышабыҙ. Йәшәгән урыныбыҙ матур, бөхтә булһа, күңел дә күтәренке, – тип оҙатып ҡалды беҙҙе Әсхәт Зәки улы.