Уның хаҡында мин тәүге тапҡыр 1967 йылда ишеткәйнем, улай ғына түгел, хатта үҙен күрергә, уның менән бергәләшеп фотоға төшөргә лә яҙғайны. Ошо йылдың 17 ноябрендә Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә халҡыбыҙҙың милли геройы Салауат Юлаевҡа һәйкәл асылды. Уның скульпторы Сосланбәк Дафай улы Тавасиев ине. Әлбиттә, был республика өсөн генә түгел, бәлки, бөтә ил өсөн әһәмиәтле ваҡиға булғандыр, тим. Һәр хәлдә, һәйкәлде асыу тантанаһы халыҡ байрамына әүерелде, көтөп алған ваҡиға булды.Байрам ығы-зығыһы әҙерәк тымғас, С. Тавасиевты беҙ уҡыған 1-се мәктәп-интернатҡа уҡыусылар менән осрашыуға саҡырҙылар. Ул саҡтағы директорыбыҙ Т. Аслаев оло ҡунаҡты сәхнә түренә мендереп ултыртты, уның менән таныштырып үтте. Беҙҙең алда ҡуңыр йөҙлө, ҡылысыраҡ танаулы, килешеп торған мыйыҡлы Кавказ кешеһе ултыра ине. Костюм кейгән, галстук таҡҡан, күкрәгендә ниндәйҙер орден бар. Ул яйлап ҡына Салауат Юлаев һәйкәлен эшләүҙең тарихы, ни өсөн был образды һайлауы тураһында һөйләй башланы. Һуғыш осоронда Сосланбәк Стәрлебашта эвакуацияла булған икән, шунда Салауат хаҡында ишеткән һәм башҡорт батырына һәйкәл ҡуйыуҙы үҙенең төп маҡсаты итергә һүҙ биргән. 1943 йылдың йәйендә үк республика Хөкүмәтенә һәйкәлдең проектын күрһәткән. Составына партия, хөкүмәт етәкселәре, рәссамдар И. Урядов, М. Арыҫланов, режиссер Б. Имашев, яҙыусылар С. Ҡудаш, Б. Бикбай, архитекторҙар Б. Кәлимуллин, М. Сәхәүетдинова, артист А. Мөбәрәков, скульпторҙар Г. Теннор, В. Заболотный ингән комиссия, әйтелгән тәҡдимдәрҙе иҫкә алып, һәйкәлдең проектын, эскизын ҡабул итә. 1943 йылдың 18 авгусында БАССР Халыҡ комиссарҙары Советы комиссияның ҡарарын раҫлай һәм һәйкәлде Ағиҙел ярындағы Шишмә урамының (ул хәҙер юҡ инде) көньяҡ өлөшөндәге ҡая ташҡа ҡуйырға тигән ҡарар сығара. ВКП(б)-ның Башҡортостан Өлкә комитеты бюроһы бының менән ризалашып, һәйкәлдең моделен төҙөүҙе һәм архитектура эштәре проектын булдырыуҙы 1944 йылдың мартына, йәғни Башҡорт АССР-ы төҙөлөүҙең 25 йыллығына, тамамлауҙы күҙҙә тотҡан ҡарар ҡабул итә. Әммә был эш 1967 йылға тиклем һуҙыла.
Әлбиттә, беҙгә, VIII класс уҡыусыларына, С. Тавасиевтың һәйкәлде эшләүе, уның ҡуйыласаҡ урынын һайлауы, башҡа мәшәҡәттәр хаҡында һөйләүе бик мауыҡтырғыс булмағандыр. Был хаҡта мин йылдар үткәс кенә белдем, әммә шуныһы иҫтә ҡалған: ошондай рухи көс-ҡеүәткә, ныҡышмалылыҡҡа эйә булған, һүҙен һүҙ итергә күнеккән оло йөрәкле, илһөйәр кеше генә Салауатыбыҙҙы ҡыйыу ғәскәр башлығы, рухы һынмаҫ юлбашсы итеп һүрәтләй алған, батырҙың халыҡ күңелендә йәшәгән мөһабәт образын һынландырыуға өлгәшкән.
С. Тавасиев 1894 йылдың 25 декабрендә Төньяҡ Осетияла, тау-ҡаялар араһында урынлашҡан Фаснал тигән ауылда тыуған. Ул ғаиләлә иң оло бала була, йәштән үк үҙен көслө рухлы, физик яҡтан үҫешкән кеше итеп таныта. 1915 йылда гимназияны тамамлап, Елизаветградтағы кавалерия училищеһына уҡырға инә. Унда 1917 йылға тиклем белем ала, революцион хәрәкәттә ҡатнаша башлай. Бер төркөм фекерҙәштәре менән “Кермен” исемле ойошма төҙөйҙәр. (Чермен – “Кермен” – осетин халҡының геройы, ХVII быуатта феодалдарға ҡаршы көрәшкән легендар шәхес). Был бик абруйлы ойошма булған. Һуңынан уның ағзаларын Рәсәй коммунистар партияһы сафына алалар. Полк командиры сифатында С. Тавасиев аҡтарға ҡаршы һуғыша, Кавказда Совет власын урынлаштырыуҙа әүҙем ҡатнаша, Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана.
1920 йылда С. Тавасиев Владикавказға ҡайта. Ошо осорҙа скульптура менән ҡыҙыҡһына башлай, 1923 йылда Владикавказда уҙғарылған халыҡ ижады күргәҙмәһендә ҡатнаша. Оҫтаның эштәрен С. Орджоникидзе күреп ҡалып хуплай. Уның тәҡдиме буйынса С. Тавасиевты Юғары сәнғәт институтының скульптура бүлегенә ҡабул итәләр. 1927 йылда институтты тамамлаған йәш ижадсы ең һыҙғанып эшкә тотона. Хәрби дан, ҡаһарманлыҡ уның ижадында төп темаға әүерелә. Миҫал итеп ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, генерал И.А. Плиевҡа, осетин әҙәбиәтенә нигеҙ һалған Коста Хетагуровҡа ҡуйылған һәм башҡа һәйкәлдәрҙе әйтергә мөмкин. Әйткәндәй, уның “Көнсығыш йондоҙо” тип аталған ағастан эшләнгән скульптура композицияһы Өфөләге М.В. Нестеров исемендәге художество музейында һаҡлана. Уның график эштәре, портреттары ла бихисап. Һуғыш осоронда С. Тавасиев Өфөлә йәшәй, Рәссамдар союзының яуаплы секретары була, ижад менән шөғөлләнә, С. Юлаев образы өҫтөндә эшләй. Скульптор ауыр сирҙән һуң 1974 йылдың 10 апрелендә Мәскәүҙә вафат була.
***
Беҙ, бер төркөм журналистар, 2003 йылда “Өфө – Палдиски – Өфө” маршруты буйлап сәйәхәт ҡылдыҡ. Ул милли геройыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыуға арналғайны. Артабан да журналистар, үҙҙәренең ошо йүнәлештәге эшен дауам итеп, Ырымбур, Свердловск, Пермь, Татарстан, Һамар, Мәскәү тарафтарына һигеҙ экспедиция ойошторҙо. Салауат Юлаев шәхесенә, уның хәрби юлына ҡағылған материалдар туплап матбуғатта баҫтырҙы, өс китап әҙерләп сығарҙы.
Салауат Юлаевҡа һәйкәл ҡуйыуҙың 40 йыллығын да нисектер билдәләп үтергә кәрәк ине. Беҙ Мәскәүгә, С. Тавасиев һуңғы йылдарҙа йәшәгән һәм ижад иткән Абрамцево ҡасабаһына барып материал әҙерләргә ҡарар иттек. Яйы ла табылды.
Минең икенсе тапҡыр бөйөк скульпторҙың исемен яңыртыуым һәм ижады менән яҡынданыраҡ танышыуым ошолай булды.
Ул осорҙа баш ҡалабыҙҙа матбуғат баҫмаларының күргәҙмәһе ойошторола торғайны. Башҡортостан журналистары ла унда әүҙем ҡатнашты. 2005 йылда үткәрелгән сараға ла республиканан 60-лап кеше барҙыҡ. “Китап” нәшриәтенең баш мөхәррире Ғәлиә Ғәлимова менән алдан уҡ һөйләшеп, С. Тавасиевтың йортона барыуҙы планлаштырып ҡуйғайныҡ, уның улы Ростан Сосланбәк улы менән дә телефондан аралаштыҡ, беҙҙе ҡабул итеү көнөн билдәләнек.
Ростандың улы йәш Ростан беҙҙе Бөтә Рәсәй халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе янындағы ҡунаҡхананан килеп алды. Уның машинаһында бер сәғәтләп юл үткәс, кисләтеп кенә Абрамцево ҡасабаһына барып еттек. Беҙҙе Ростан Сосланбәк улы һәм уның ҡатыны Татьяна Юрьевна ихлас ҡаршыланы.
Билдәле булыуынса, Абрамцево — музей-ҡурсаулыҡ, тарихи урын. Унда күп кенә ижадсылар йәшәгән. Бынан тыш, ул иҫтәлекле урындары, тарихи ҡомартҡылары менән дан тота, туристарҙы йәлеп иткән ижад мәккәһе булып тора. Ошонда уҡ В.М. Васнецов исемендәге данлыҡлы художество-сәнәғәт училищеһы урынлашҡан.
Тавасиевтарҙың йорто хатта музейҙы хәтерләтә, бүлмә-бүлмә картиналар, ниндәйҙер эскиздар, эшләнә башланған һындар һәм фигуралар...
Ростан Сосланбәк улы ла — һөнәре буйынса рәссам, В.И. Ленин исемендәге Мәскәү дәүләт педагогия институтының сәнғәт-графика факультетын тамамлаған. СССР Рәссамдар союзы ағзаһы тәүге шәхси күргәҙмәһен 1988 йылда уҡ ойошторған, башлыса тарихи темаларға мөрәжәғәт иткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул 2006 йылда вафат булды. Татьяна Юрьевна Якутина-Тавасиева ла – рәссам, тормош иптәшенең беренсе ярҙамсыһы һәм кәңәшсеһе, тәнҡитсеһе. Бергәләшеп сәй эскәндә уны уңған хужабикә генә түгел, һөнәри яҡтан тәрән белемле, донъяуи кимәлдә фекер йөрөткән кеше лә итеп белдек. Әйткәндәй, беҙҙең әңгәмәгә ара-тирә Сосланбәк Дафай улының ейәндәре – кесе Ростан менән Марина ла ҡушылып киткеләне. Ростан Ростан улы ла – профессиональ рәссам, С.Г. Строганов исемендәге Мәскәү дәүләт художество-сәнәғәт университетын тамамлаған. Ул күберәк арт-объекттар, инсталляциялар ижад итә. Марина үҙенең ижадында батик йүнәлешен һайлаған, төрлө күргәҙмәләрҙә, фестивалдәрҙә ҡатнашырға өлгөргән.
Әңгәмәне бүлмәнән бүлмәгә йөрөп, унда һаҡланған әйберҙәргә ҡарап, дауам иттек, С. Тавасиевтың һуңғы йылдарҙағы эшмәкәрлеге хаҡында байтаҡ мәғлүмәт алдыҡ.
Беҙҙең килеүҙең маҡсаты, әлбиттә, был ғына түгел ине. Мәшһүр скульпторҙың яҡындарынан С.Д. Тавасиев хаҡында китап-альбом сығарыуға ризалыҡ алыу, айырыуса Абрамцевола тупланған архив материалдарын өйрәнеп, уның ижады, эшмәкәрлеге хаҡында мәғлүмәт йыйыу хаҡында һөйләшеү ине бурысыбыҙ. Иншалла, килеүебеҙ бушҡа булманы, бөтәһе хаҡында ла һөйләшеп килештек. Тавасиевтар беҙҙең ниәтте хупланы, һәр яҡлап ярҙам итергә, тейешенсә булышлыҡ күрһәтергә ризалыҡ бирҙе.
Ошо һөйләшеү нигеҙендә тиҙҙән Абрамцевоға сәнғәт фәндәре кандидаты М.В. Сорокина юлланды, С. Тавасиевтың ижадын һәм тормошон өйрәнеп ҡайтты. Ошо материалдар 2007 йылда китап-альбом булып донъя күрҙе. Бай иллюстрацияларҙан торған баҫма әлегәсә беҙҙең уҡыусыға билдәһеҙ материалдарҙы үҙ эсенә алып, мәшһүр ижадсының исемен, хеҙмәтен мәңгеләштереүгә тағы бер аҙым булды, ике туғандаш халыҡтың ижади бәйләнешенең ныҡлығын тағы бер мәртәбә раҫланы.
Фәнил ҠОҘАҠАЕВ,
Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең
Журналистар союзы ағзаһы.