Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡатмарлы ла тормош юлдары
Ҡатмарлы ла тормош юлдары Бөйөк Еңеүгә 70 йыл тулыр көн яҡынлашҡан һайын, һуғыш ветерандары сафы һирәгәйә бара. Әммә Еңеү өсөн бөтә кө­сөн һалған, һуғыштың ауыр мих­нәттәрен үҙ елкәһендә та­тығандар арабыҙҙа күп әле. Тап уларҙың бала сағы һуғыш йылдарына тура килә.

Шундай инәйҙәрҙең береһе – Рауза Абдуллина. Ул Баймаҡ районының Йо­маш ауылында йәшәй. Ҡатмарлы тормош юлы үтһә лә, йөҙөнән йылмайыу китмәй, балалары янында ҡәҙер-хөр­мәткә күмелеп ғүмер кисерә, ейән-ейән­сәрҙәренә үҙ елкәһендә татыған ауыр­лыҡтарҙы бәйән итә. Бө­гөн бә­хетле ағинәй, биш бала үҫтереп, 11 ейән-ейәнсәргә өләсәй булып, ете бү­лә-бүләсәрен тупылдатып һөйөп ултыра. 85 йәшлек юбилейын ҡар­шылар­ға йыйынған Рауза Рәсүл ҡыҙынан хәтер ептәрен бер аҙ таға­тырға һорағас, ул бик теләп риза булды.
– Һуғыш башланған йылда мин IV клас­ты тамамлағайным, – тип хәти­рәләргә бирелде ағинәй. – Яуҙың тәүге көндәрендә үк ике ағайымды ла фронт­ҡа оҙаттыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Миң­ле­ғәле ағайым яуҙа батырҙарса һәләк булды. Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн барыһы ла тырышты: кемдер баҫыуға эшкә сыҡһа, икенселәре урман ҡырҡты, балалар уҡыуын ташламаны, кире­һенсә, ныҡышып белем эстәне.
Мине лә күрше Юлыҡ ауылына V клас­ҡа уҡырға ебәрҙеләр. Маһира инәй­ҙең бер бүлмәһендә 14 ҡыҙ йә­шә­нек: теҙелешеп урындыҡта йоҡлайбыҙ, алмашлап утын бысабыҙ, ут яғабыҙ, һыу ташыйбыҙ. Аҙна һайын йәйәүләп ауылға ҡайтабыҙ, имеш, аҙыҡ-түлек кил­терәбеҙ. Уныһын күрһәгеҙ: ике таба сөсө икмәк, аҙ ғына ярма, майың, һөтөң булһа яҡшы әле, уныһын да самалап ҡына бирәләр. Һәр иртән мейестә ҡа­ҙан янында үҙебеҙҙең тамаҡты хәстәр­ләйбеҙ, килеүебеҙгә ярма ултыртып китә­беҙ. Шулай итеп, михнәттәр кисереп бишенсене тамамланым да ал­тынсыға бара алманым, сөнки ашарға аҙыҡ та, кейергә кейем дә булманы.
1943 йылда яҙғы сәсеү эшенә сыҡтым. Әсәйем, ҡыҙым, бәләкәйһең бит әле, тип илаулаһа ла: “Исма­һам, тамаҡ яғын йүнләрмен”, — тинем.
Яланда беҙгә 200 грамм һоло бирелә, ашнаҡсы унан ыумас ыуып, берәр сүмес һалып бирә, шулай уҡ көнөнә бер литр ҡатыҡ бүленә. Баҫыуҙа йыл әйләнәһенә эш дауам итә: сәсеү тамамланһа, ҡый утау башлана, артабан бесән мәле, көлтә бәйләү һәм башҡалар. Ҡыр эштәрендә ололар менән бер рәттән йөрөү арыта, быуын­дарыбыҙ ҙа ҡатмаған, ҡул-аяҡтар һыҙ­лай, әммә берәү ҙә бирешергә теләмәй. Йәлләнеме икән, әллә урын килеп сыҡтымы, ауыл Советы рәйесе булып эшләгән еҙнәйем Мөхәмәт Таһиров мине, дежур булырһың, почта тара­тырһың тип, эшкә алды. Әммә был хеҙмәтемде лә еңел булды тип әйтә алмайым, сөнки телефондан йыш ҡына һуғышҡа алынасаҡтарға повестка бирә­ләр, ә мин, төн уртаһы булыуға ҡара­маҫтан, уны алып барып еткерергә тейешмен. Буласаҡ һалдаттың ата-әсәһе илаша, мин дә улар менән бергә илайым.
Иң ҡыйыны – “ҡара ҡағыҙ” таратыу. Кешеләрҙең йортона инергә ҡыймай, урамды әллә күпме урап, үҙемде ҡайғы килтереүсе булараҡ тоя инем. Артабан күңел әрнеүҙәренә түҙә алмай, был эшемдән китергә тура килде. Аҙаҡ ун ҡыҙҙы ФЗО-ға уҡырға ебәрҙеләр, улар араһында мин дә бар инем. Юлға аҙыҡ-түлек хәстәрләп, бар булған кейеме­беҙ­ҙе кейеп, Мөхәмәт олатай Бик­ти­меровтың ат арбаһына тейәле­шеп, Магнитогорск ҡалаһына юллан­дыҡ. Унда беҙҙе Удмуртиянан килгән мастер ҡаршыланы, артабан бер станцияла төшкәс, баракка урынлаш­тыр­ҙылар. Яҫтыҡ менән матрас тышына һалам тултырып, үҙебеҙгә урын әҙер­ләнек. Бер генә йоҡа япма биргән булдылар. Иртәнсәк беҙҙе вагондарға бү­рәнә тейәү эшенә ҡуштылар. Бына шундай булды беҙҙең “уҡыу”. Таңғы алтыла сейле-бешле икмәк, кәбеҫтә һурпаһы бирәләр ҙә, кискә тиклем һыу ҙа ҡапмай, 5-6 саҡрым йәйәүләп барып, ҡул бысҡыһы менән ҡосаҡ етмәҫлек ҡарағайҙарҙы йығып, ботағын үртәп, ҡараңғыла ғына ҡайтып, арлы-бирле туҡланып, ял итергә ятабыҙ. Хатта өҫ кейемдәребеҙ ҙә кибеп өлгөр­мәй, иртән тағы эшкә сығабыҙ. Бында диләнкә бөткәс, беҙҙе икенсе ауылға удмурт ғаиләһенә урынлаштырҙылар. Был юлы ҡыҙҙар менән станцияға ҡалдырып киткән вагонға утын тейәнек, берәүһенә 36 кубометр һыя. Баҫҡыстан үрмәләп тейәйбеҙ, арыта. Хатта быймалар тишелеп бөттө, ахыры, беҙҙе йәлләнеләрме, калуш таратып сыҡты­лар. Бейәләйҙәр түҙмәй, тиҙ генә тишелеп сыға. Яңыһын бирмәгәстәр, иҫ­ке­һен ямайбыҙ ҙа кейәбеҙ.
Хәҙер шуларҙы уйлайым да аптырап ҡуям: һыуыҡҡа түҙеп, ас көйөнсә йәш кенә ҡыҙҙар шул тиклем ауыр эште ҡайһылайтып башҡара алдыҡ икән? Күрәһең, нисек тә Еңеүҙе яҡынайтыу, яуҙа йөрөгән һалдаттарға ярҙам итеү теләге көслө булғандыр инде. Ул саҡта миңә ни бары 15 йәш ине, мастерға шулай тип әйтһәм, ул ышанмай: “Юҡты һөйләмә, бында 15 йәшлектәр юҡ! Һиңә исемлектә 17 йәш тип ҡуйылған”, — тине.
Удмурт АССР-ына райондан 80-дән ашыу малай һәм ҡыҙ оҙатылды. Беҙҙең Йомаш ауылынан ғына Рауза Көсөк­ҡолова, Йомабикә Ниғәмәтова, Йома­бикә Һунаршина, Гөлгөнә Райманова, Шәһәрбаныу Алсынбаева, Мәфтуха Ишҡыуатова, Сәғилә Мөхәмәтйәрова, Ғәйнивафа Малгилдина, Зәйнәп Барлыбаева һәм мин булдым. Шулай уҡ Беренсе Этҡол, Таулыҡай, Ярат, Юлыҡ, Иҫке Сибай, Ишбирҙе ауылдарынан да күптәр ине...
Ошо урынға еткәс, геройым бар аҙ тулҡынланып алды. Күпме михнәт кисереп, бар ауырлыҡтарҙы үҙ иңендә күтәргән тыл батырҙарының исем-шәрифтәре “Тыл геройҙары” китабын­да күрһәтелмәүе, уларҙың хеҙмәте тейешенсә баһаланмауы Рауза инәй Абдуллинаның әле булһа йөрәген әрнетә. Хатта шул осорҙа тир түккән йылдары уларҙың хеҙмәт кенә­гәһенә лә индерелмәгән, был мәғ­лүмәт район архивында ла юҡ. Шуны­һы бигерәк үкенесле: “Улар тылда эшләне” тигән китапта, исмаһам, исем-шә­рифтәре булһасы...
Дөрөҫ, Рауза инәй быуыны үҙҙә­ренең көсө менән Еңеүҙе яҡынай­тыуына үкенмәй, киреһенсә, хаҡлы ғо­рурлана. Тик етмеш йыл буйына дөрөҫлөктөң тантана итмәүе үкенесле. Ә бит һуңынан да еме­рек­лектәрҙе бөтөрөү, яңынан төҙөү, илде төҙөк­лән­дереү тап улар иңенә төшкән. Ауыр­лыҡты ла, аслыҡ-ялан­ғаслыҡты ла һуғыштан һуң һәр ауылда осратырға мөмкин булған. Әммә һуғыш осоро балалары бирешмәне, ғаиләһен дә көттө, балалар ҙа үҫтерҙе, лайыҡлы хеҙмәт өлгөһө лә күрһәтте.
Киләһе йыл илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын ҡаршыларға йыйынған ваҡытта ошо тыл батырҙары ла ситтә ҡалмаһын ине. Уларҙың барыһы ла оло хөрмәткә, иғтибарға, ихтирамға лайыҡ.


Автор: К. ИШБУЛДИНА. Район: Баймаҡ районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте

Комментарий өҫтәргә