Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡыш бабай бүләге кемгә булыр?
Ҡыш бабай бүләге кемгә булыр? Башҡортостандың һәр районы үҙенсәлекле. Мишкә лә — бәрәкәтле төбәктәрҙең береһе. Ошо яҡтан сыҡҡан затлы тоҡом Бабичевтарҙы, яҙыусылар Али Карнайҙы, Флорид Бүләковты, йырсы Шамил Хәмәҙинуровты, мари әҙәбиәте классигы Яныш Ялкайн кеүек шәхестәрҙе телгә алғанда ла, райондың ырыҫын күҙалларға була!
Спорт өлкәһендә лә райондың шәхестәрен бөтә донъя белә хәҙер. 2005 йылда Рәсәйҙең саңғы һәм биатлон буйынса йыйылма командаһы сос­тавына ингән Кирилл Михайлов 2006 йылда Туринда үткән Паралимпия уйындарында алтын һәм бронза миҙалдар яуланы. Ә инде 2010 йылда Ванкуверҙа яҡташыбыҙ өс “алтын” һәм ике “көмөш” эйәһе булды.


Ошо көндәрҙә Мишкә районы үҙәгендә Ҡыш бабай бүләгенә саңғы ярышы үтте. Байрамдың көтөп алынған ҡунағы өс йәшенән саңғыла йөрөй башлаған Кирилл Михайлов булды. Буран уйнап торһа ла, сәмләнеп ярыш­ҡа килгән балаларҙы район хаки­миә­тенең физик культура, спорт, ту­ризм һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе Роман Ямаев ҡотлап:
– Һәр берегеҙгә уңыш теләйем! Һеҙ­ҙең кеүек ҡыҙҙарҙан һәм малайҙарҙан үҫеп сыға чемпиондар! Миҫал эҙләп алыҫ китәһе түгел, Кирилл Михайлов арағыҙҙа баҫып тора. Бөтәгеҙ ҙә беләһегеҙ, ул — Мишкә районы егете! – тине.
Ҡыш бабай бүләге кемгә булыр?Бер, өс, биш километрға саңғы ярыштарына старт бирелеү менән, йылдам малайҙар бер-бер артлы тау үренә артылды, ҡыҙҙар ҙа уларҙан ҡалышманы. Ҡайһы берҙәре саңғыла шундай етеҙ шыуҙы, ҡышҡы буран да уларҙы ҡыуып тота алмаҫ төҫлө тойолдо. Әйткәндәй, трасса төҙөлөш эш­тәре барған Паралимпия үҙәге май­ҙа­ны тирәләй уҙҙы. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов шәхсән күҙәтеү аҫтына алған был объект киләһе йыл сафҡа инергә тейеш.
Мишкә районында күмәк халыҡты спортҡа йәлеп итеү өсөн байтаҡ эш башҡарыла. Әйтәйек, һәр йылдың авгусында Кирилл Михайлов бүләгенә еңел атлетика буйынса ярыш ойошторола. Паралимпия чемпионы был сарала еңеүселәргә шәхсән бүләктәрен тапшыра.
Саңғы ярышына әйләнеп ҡайтайыҡ. Шулай итеп, 2004 йылғы малайҙар араһында бер километрға уҙышыуҙа Иҫке Күлсебайҙан Эрнест Микаев беренсе урынға сыҡһа, ҡыҙҙарҙан шул ауылдан Ангелина Янсубаеваны ҡы­уып етеүсе булманы. Ә инде 2002-2003 йылғыларҙан өс километрға ярышта Баймырҙа ауылынан Виталий Аптыкаев, ҡыҙҙар араһынан ике кило­метрға уҙышыуҙа Иҫке Күлсебайҙан Элина Камаева беренселеккә сыҡты. 2000-2001 йылғы үҫмерҙәр араһынан биш километр арауыҡта Ҡайраҡтан Владлен Баязитов, өс километрға уҙышҡан ҡыҙҙарҙан Иҫке Күлсебайҙан Анита Андреева беренсе килде.
Бына шулай башлап ебәрҙе саңғы миҙгелен мишкәләр. Йыл әйләнәһенә төрлө спорт ярыштары ойошторолоп торғанда, был төбәктән киләсәктә лә чемпиондар үҫеп сығасағына шик юҡ!



Автор: Лариса АБДУЛЛИНА Район: Мишкә районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә