Башҡортостандың һәр районы үҙенсәлекле. Мишкә лә — бәрәкәтле төбәктәрҙең береһе. Ошо яҡтан сыҡҡан затлы тоҡом Бабичевтарҙы, яҙыусылар Али Карнайҙы, Флорид Бүләковты, йырсы Шамил Хәмәҙинуровты, мари әҙәбиәте классигы Яныш Ялкайн кеүек шәхестәрҙе телгә алғанда ла, райондың ырыҫын күҙалларға була!
Спорт өлкәһендә лә райондың шәхестәрен бөтә донъя белә хәҙер. 2005 йылда Рәсәйҙең саңғы һәм биатлон буйынса йыйылма командаһы составына ингән Кирилл Михайлов 2006 йылда Туринда үткән Паралимпия уйындарында алтын һәм бронза миҙалдар яуланы. Ә инде 2010 йылда Ванкуверҙа яҡташыбыҙ өс “алтын” һәм ике “көмөш” эйәһе булды.Ошо көндәрҙә Мишкә районы үҙәгендә Ҡыш бабай бүләгенә саңғы ярышы үтте. Байрамдың көтөп алынған ҡунағы өс йәшенән саңғыла йөрөй башлаған Кирилл Михайлов булды. Буран уйнап торһа ла, сәмләнеп ярышҡа килгән балаларҙы район хакимиәтенең физик культура, спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе Роман Ямаев ҡотлап:
– Һәр берегеҙгә уңыш теләйем! Һеҙҙең кеүек ҡыҙҙарҙан һәм малайҙарҙан үҫеп сыға чемпиондар! Миҫал эҙләп алыҫ китәһе түгел, Кирилл Михайлов арағыҙҙа баҫып тора. Бөтәгеҙ ҙә беләһегеҙ, ул — Мишкә районы егете! – тине.
Бер, өс, биш километрға саңғы ярыштарына старт бирелеү менән, йылдам малайҙар бер-бер артлы тау үренә артылды, ҡыҙҙар ҙа уларҙан ҡалышманы. Ҡайһы берҙәре саңғыла шундай етеҙ шыуҙы, ҡышҡы буран да уларҙы ҡыуып тота алмаҫ төҫлө тойолдо. Әйткәндәй, трасса төҙөлөш эштәре барған Паралимпия үҙәге майҙаны тирәләй уҙҙы. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов шәхсән күҙәтеү аҫтына алған был объект киләһе йыл сафҡа инергә тейеш.
Мишкә районында күмәк халыҡты спортҡа йәлеп итеү өсөн байтаҡ эш башҡарыла. Әйтәйек, һәр йылдың авгусында Кирилл Михайлов бүләгенә еңел атлетика буйынса ярыш ойошторола. Паралимпия чемпионы был сарала еңеүселәргә шәхсән бүләктәрен тапшыра.
Саңғы ярышына әйләнеп ҡайтайыҡ. Шулай итеп, 2004 йылғы малайҙар араһында бер километрға уҙышыуҙа Иҫке Күлсебайҙан Эрнест Микаев беренсе урынға сыҡһа, ҡыҙҙарҙан шул ауылдан Ангелина Янсубаеваны ҡыуып етеүсе булманы. Ә инде 2002-2003 йылғыларҙан өс километрға ярышта Баймырҙа ауылынан Виталий Аптыкаев, ҡыҙҙар араһынан ике километрға уҙышыуҙа Иҫке Күлсебайҙан Элина Камаева беренселеккә сыҡты. 2000-2001 йылғы үҫмерҙәр араһынан биш километр арауыҡта Ҡайраҡтан Владлен Баязитов, өс километрға уҙышҡан ҡыҙҙарҙан Иҫке Күлсебайҙан Анита Андреева беренсе килде.
Бына шулай башлап ебәрҙе саңғы миҙгелен мишкәләр. Йыл әйләнәһенә төрлө спорт ярыштары ойошторолоп торғанда, был төбәктән киләсәктә лә чемпиондар үҫеп сығасағына шик юҡ!