Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Район баҫмаһы Ниңә башҡортса сыҡмай?”
“Район баҫмаһы Ниңә башҡортса сыҡмай?” “Башҡортостан”дың дуҫтары араһында төрлө кешеләр, төрлө шәхестәр бар. Гәзитте берәүҙәре яңыраҡ ҡына алдыра башлаған, ә икенселәренең был баҫманан ғүмере буйы айырылғаны юҡ. Стәрлетамаҡ районының Мәҡсүт ауылында йәшәгән Басир Ишембаевты лайыҡлы рәүештә гәзиттең Почет таҡтаһына индерергә булыр ине.

Басир ағай ғүмере буйы “Башҡортостан”ды яратып уҡый, алдыра. Өс йылға ғына унан айылырып торған, ул да булһа 1957—1960 йылдарҙа, хәрби бурысын үтәгән саҡта. Шуны алдан әйтеп ҡуяйыҡ: Басир Сәмирхан улы уҡытыусы түгел, ә малсы. Юҡһа, күптәрҙә “педагогтар ғына ғүмер буйы гәзит алдыра” тигән хаталы фекер йәшәп килә бит. Бөтә тормошон ошо өлкәгә, уны күтәреүгә арнаған. Заманында ферма мөди­ре лә булған ул, зоотехник, ветеринар-табип вазифаларын да баш­ҡарған. Иң мөһиме — бер ҡасан да ауылдан ситкә китмәгән.
— Ошонда үҫтем, эшләнем, йәшәнем һәм ҡартлығым да тыуған еремдә, — ти. Ҡартлыҡ тигәндән, 75-ен тултырған Басир ағай үҙен йәштәрсә тоя – тыуған ауылының яҙмышы, уның киләсәге хаҡында борсолоп йәшәй. Илдә ҙур-ҙур хужалыҡтарҙың юҡҡа сығыуына, ошо арҡала урындағы йәшәйештең һүрелеүенә йәне әрней. Шул уҡ ваҡытта Басир Сәмирхан улы милләт, рух һымаҡ төшөнсәләргә лә битараф түгел.
— Ниңә беҙҙең районда баш­ҡортса гәзит сыҡмай йә, исмаһам, булғаны тәржемә ителмәй? – тип уфтана ул. Әйткәндәй, был һорау­ҙы етәкселек алдында ла күтәргән, тик яуап “аҡса юҡ”тан уҙмаған. Район гәзите башҡортса сыҡмаһа ла, аҡһаҡал үҙ телендә нәшер ителгән республика баҫмаһын кинәнеп уҡый.



Район: Стәрлетамаҡ районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә