“Башҡортостан”дың дуҫтары араһында төрлө кешеләр, төрлө шәхестәр бар. Гәзитте берәүҙәре яңыраҡ ҡына алдыра башлаған, ә икенселәренең был баҫманан ғүмере буйы айырылғаны юҡ. Стәрлетамаҡ районының Мәҡсүт ауылында йәшәгән Басир Ишембаевты лайыҡлы рәүештә гәзиттең Почет таҡтаһына индерергә булыр ине.Басир ағай ғүмере буйы “Башҡортостан”ды яратып уҡый, алдыра. Өс йылға ғына унан айылырып торған, ул да булһа 1957—1960 йылдарҙа, хәрби бурысын үтәгән саҡта. Шуны алдан әйтеп ҡуяйыҡ: Басир Сәмирхан улы уҡытыусы түгел, ә малсы. Юҡһа, күптәрҙә “педагогтар ғына ғүмер буйы гәзит алдыра” тигән хаталы фекер йәшәп килә бит. Бөтә тормошон ошо өлкәгә, уны күтәреүгә арнаған. Заманында ферма мөдире лә булған ул, зоотехник, ветеринар-табип вазифаларын да башҡарған. Иң мөһиме — бер ҡасан да ауылдан ситкә китмәгән.
— Ошонда үҫтем, эшләнем, йәшәнем һәм ҡартлығым да тыуған еремдә, — ти. Ҡартлыҡ тигәндән, 75-ен тултырған Басир ағай үҙен йәштәрсә тоя – тыуған ауылының яҙмышы, уның киләсәге хаҡында борсолоп йәшәй. Илдә ҙур-ҙур хужалыҡтарҙың юҡҡа сығыуына, ошо арҡала урындағы йәшәйештең һүрелеүенә йәне әрней. Шул уҡ ваҡытта Басир Сәмирхан улы милләт, рух һымаҡ төшөнсәләргә лә битараф түгел.
— Ниңә беҙҙең районда башҡортса гәзит сыҡмай йә, исмаһам, булғаны тәржемә ителмәй? – тип уфтана ул. Әйткәндәй, был һорауҙы етәкселек алдында ла күтәргән, тик яуап “аҡса юҡ”тан уҙмаған. Район гәзите башҡортса сыҡмаһа ла, аҡһаҡал үҙ телендә нәшер ителгән республика баҫмаһын кинәнеп уҡый.