Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Һеҙҙең өсөн дә доға ҡылырмын...”
Бөйөк Ватан һуғышы фажиғәһенең шаңдауы йылдан-йыл йырағая бара. Был шанлы йылдарҙы үҙ күҙҙәре менән күргәндәр, ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнағандар арабыҙҙан китә. Еңеү яҙы алып килгән ветерандарҙың имәндәй ныҡтары ла бар. Шуларҙың береһе – Өфө районының Әсән ауылында йәшәгән Хәмзә Шәрәфетдинов.

Хәмзә Усман улы хәрби хеҙ­мәткә 1940 йылда алына. Баҡы ҡалаһында хеҙмәт итә. 239-сы артиллерия полкы составында һуғышҡа инә. Һуңынан Хәмзә Шәрәфет­динов хеҙмәт иткән ғәскәрҙе Каспий, Ҡара диңгеҙ буйҙарын дошмандан һаҡларға ебәрәләр. Керчь ярымутрауында һуғышалар.
1942 йылдың марты яугирҙең хәтерендә иң ҡурҡыныс мәл булып уйылып ҡалған. Ошо уҡ йылдың февралендә Совет Армияһы Вермахтың 18-се пехота дивизия­һын ҡыйрата. Ә марттан беҙҙең ғәскәрҙәр Тамань ярымутрауына сигенә. Был мәлдә дошман көс­лөрәк тә, яҡшыраҡ та ҡоралланған була. Дивизия ҡамауҙа ҡала. Әсиргә эләгеү уның тормошондағы иң ауыр һынау булғанғалыр, был хаҡта ветеран һөйләргә яратмай...
Һуғыштан Хәмзә Шәрәфет­динов 1945 йылдың декабрендә ҡайта. Ғүмер буйы Кушнаренко районының “Маяҡ” колхозында эшләй. “Советтар Союзының атҡа­ҙанған колхозсыһы” исемен ала.
Хәмзә Усман улы ғүмер буйы умарта тотҡан. Күстәрен бөтө­ргән­гә биш йыл самаһы ғына. Һәр ваҡыт дин юлында булған. Ауыл­дың иң матур урынында, тау башында ул төҙөткән мәсет ултыра. Мәсеттең имам-хатибы — Хәмзә бабай үҙе. Бәлки, уның йөҙйә­шәр­лек сере иманлы булыуындалыр?
Ҡатыны Ғилминиса менән ете балаға ғүмер биргәндәр. Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, ветеран­дың тоғро тормош юлдашы былтыр яҡты донъянан киткән. Уларҙың 17 ейәне һәм 24 бүләһе бар. Әле Хәмзә бабай яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп йәшәй.
I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, Жуков миҙалы һәм башҡа наградалар менән бүләкләнгән ветеран беҙҙе оҙатҡанда исем-шәриф­тәребеҙҙе яҙып алды. “Һеҙҙең өсөн дә доға ҡылып торормон”, – тип изге теләктәрен әйтеп ҡалды.



Район: Өфө районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә