“Һеҙҙең өсөн дә доға ҡылырмын...”26.12.2014
Бөйөк Ватан һуғышы фажиғәһенең шаңдауы йылдан-йыл йырағая бара. Был шанлы йылдарҙы үҙ күҙҙәре менән күргәндәр, ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнағандар арабыҙҙан китә. Еңеү яҙы алып килгән ветерандарҙың имәндәй ныҡтары ла бар. Шуларҙың береһе – Өфө районының Әсән ауылында йәшәгән Хәмзә Шәрәфетдинов.
Хәмзә Усман улы хәрби хеҙмәткә 1940 йылда алына. Баҡы ҡалаһында хеҙмәт итә. 239-сы артиллерия полкы составында һуғышҡа инә. Һуңынан Хәмзә Шәрәфетдинов хеҙмәт иткән ғәскәрҙе Каспий, Ҡара диңгеҙ буйҙарын дошмандан һаҡларға ебәрәләр. Керчь ярымутрауында һуғышалар.
1942 йылдың марты яугирҙең хәтерендә иң ҡурҡыныс мәл булып уйылып ҡалған. Ошо уҡ йылдың февралендә Совет Армияһы Вермахтың 18-се пехота дивизияһын ҡыйрата. Ә марттан беҙҙең ғәскәрҙәр Тамань ярымутрауына сигенә. Был мәлдә дошман көслөрәк тә, яҡшыраҡ та ҡоралланған була. Дивизия ҡамауҙа ҡала. Әсиргә эләгеү уның тормошондағы иң ауыр һынау булғанғалыр, был хаҡта ветеран һөйләргә яратмай...
Һуғыштан Хәмзә Шәрәфетдинов 1945 йылдың декабрендә ҡайта. Ғүмер буйы Кушнаренко районының “Маяҡ” колхозында эшләй. “Советтар Союзының атҡаҙанған колхозсыһы” исемен ала.
Хәмзә Усман улы ғүмер буйы умарта тотҡан. Күстәрен бөтөргәнгә биш йыл самаһы ғына. Һәр ваҡыт дин юлында булған. Ауылдың иң матур урынында, тау башында ул төҙөткән мәсет ултыра. Мәсеттең имам-хатибы — Хәмзә бабай үҙе. Бәлки, уның йөҙйәшәрлек сере иманлы булыуындалыр?
Ҡатыны Ғилминиса менән ете балаға ғүмер биргәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ветерандың тоғро тормош юлдашы былтыр яҡты донъянан киткән. Уларҙың 17 ейәне һәм 24 бүләһе бар. Әле Хәмзә бабай яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп йәшәй.
I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, Жуков миҙалы һәм башҡа наградалар менән бүләкләнгән ветеран беҙҙе оҙатҡанда исем-шәрифтәребеҙҙе яҙып алды. “Һеҙҙең өсөн дә доға ҡылып торормон”, – тип изге теләктәрен әйтеп ҡалды.