Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Ҡурай”ҙар сәскә ата
“Ҡурай”ҙар  сәскә ата Сибайҙағы “Строймеханизация” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Нур Тажетдинов менән сираттағы тапҡыр Белем көнө алдынан ҡаланың Көнсығыш биҫтәһендә “Ҡурай” балалар баҡсаһы асылған көндә осраштыҡ. Балалар баҡсаһында урын етешмәүе, әсәләрҙең декрет ялынан һуң сабыйын ҡайҙа урынлаштырырға белмәй яфаланыуы хаҡында күп һөйләйбеҙ, күп яҙабыҙ. Был ҡырҡыу мәсьәлә Хөкүмәт кимәлендә лә өйрәнелде, мөһим ҡарарҙар ҡабул ителде. 2015 йыл аҙағына балалар баҡсаларына сират мәсьәләһен хәл итеү — көнүҙәк бурыс. Сибай яҡтарында иһә был проблема “Строймеханизация” йәмғиәтенең тырышлығы менән ыңғай хәл ителә.
Һуңғы өс йыл эсендә генә төҙөлөш ойош­маһы Сибайҙа бишенсе “ҡурай”ын төҙөп тап­шырған. Бынан тыш, Учалыла ла 220 урын­ға иҫәпләнгән баҡса сафҡа ингән. Әле Сибай янындағы Алтын ҡасабаһында 115 урынлыҡ тағы бер балалар баҡсаһы төҙөйҙәр. 2015 йылға тапшырырға ниәттәре.
– Ҡаҙаныштарҙы барлаған­да республика Хөкүмәтенең ярҙамын да билдәләп үтергә кәрәк. Өс йылда биш балалар баҡсаһы төҙөү – тәү сиратта эшлекле хеҙмәттәшлек һөҙөм­тәһе, – ти йәмғиәт етәксеһе.
– Һеҙҙең ойошма балалар баҡсалары төҙөү менән генә сикләнмәй шикелле? – тип һорайбыҙ Нур Азамат улынан.
– Йыл аҙағына тиклем 24 фатирлы алты йортто тапшырыу күҙаллана. Уларға башлыса авария хәлендәге өй­ҙәр­ҙә йәшәүселәр күсе­нәсәк. Бынан тыш, һатыуға ла төҙөй­бөҙ. Дөйөм алғанда, һуңғы дүрт йылда ошондай типтағы 24 йорт сафҡа инде. Әле бына тағы алтауға нигеҙ һалып торабыҙ, киләһе йәйгә өлгөр­төргә иҫәп. Әлбиттә, һәр баш­ланғыста яҡшы дуҫтар, уңған хеҙмәткәрҙәр булыуы шарт. Коллективымдан уң­дым.
— Ҙур коллективтың киләсәккә пландары ла шәптер, моғайын?
— Пландарыбыҙ ҙа, маҡ­сат­тарыбыҙ ҙа ҙур. Яңыраҡ Ырымбур өлкәһендә тимер юл вокзалын төҙөклән­дерә башланыҡ. Бер нисә бригадабыҙ Орск ҡалаһында эшләй. Магнитогорск ҡалаһын­да һатыуға йорт төҙөйбөҙ. “Бир­ҙәүеш” станцияһындағы ти­мер юл вокзалын төҙөк­лән­дерәбеҙ. Әле яңыраҡ Баймаҡ районында балалар баҡсаһы һәм мәктәп төҙөү бурысын йөкмәттеләр. Силәбе яҡтары­нан да заказдар бар. Бер һүҙ менән әйткәндә, тырышып эшләргә лә эшләргә.



Район: Сибай ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә