Сибайҙағы “Строймеханизация” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Нур Тажетдинов менән сираттағы тапҡыр Белем көнө алдынан ҡаланың Көнсығыш биҫтәһендә “Ҡурай” балалар баҡсаһы асылған көндә осраштыҡ. Балалар баҡсаһында урын етешмәүе, әсәләрҙең декрет ялынан һуң сабыйын ҡайҙа урынлаштырырға белмәй яфаланыуы хаҡында күп һөйләйбеҙ, күп яҙабыҙ. Был ҡырҡыу мәсьәлә Хөкүмәт кимәлендә лә өйрәнелде, мөһим ҡарарҙар ҡабул ителде. 2015 йыл аҙағына балалар баҡсаларына сират мәсьәләһен хәл итеү — көнүҙәк бурыс. Сибай яҡтарында иһә был проблема “Строймеханизация” йәмғиәтенең тырышлығы менән ыңғай хәл ителә.Һуңғы өс йыл эсендә генә төҙөлөш ойошмаһы Сибайҙа бишенсе “ҡурай”ын төҙөп тапшырған. Бынан тыш, Учалыла ла 220 урынға иҫәпләнгән баҡса сафҡа ингән. Әле Сибай янындағы Алтын ҡасабаһында 115 урынлыҡ тағы бер балалар баҡсаһы төҙөйҙәр. 2015 йылға тапшырырға ниәттәре.
– Ҡаҙаныштарҙы барлағанда республика Хөкүмәтенең ярҙамын да билдәләп үтергә кәрәк. Өс йылда биш балалар баҡсаһы төҙөү – тәү сиратта эшлекле хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһе, – ти йәмғиәт етәксеһе.
– Һеҙҙең ойошма балалар баҡсалары төҙөү менән генә сикләнмәй шикелле? – тип һорайбыҙ Нур Азамат улынан.
– Йыл аҙағына тиклем 24 фатирлы алты йортто тапшырыу күҙаллана. Уларға башлыса авария хәлендәге өйҙәрҙә йәшәүселәр күсенәсәк. Бынан тыш, һатыуға ла төҙөйбөҙ. Дөйөм алғанда, һуңғы дүрт йылда ошондай типтағы 24 йорт сафҡа инде. Әле бына тағы алтауға нигеҙ һалып торабыҙ, киләһе йәйгә өлгөртөргә иҫәп. Әлбиттә, һәр башланғыста яҡшы дуҫтар, уңған хеҙмәткәрҙәр булыуы шарт. Коллективымдан уңдым.
— Ҙур коллективтың киләсәккә пландары ла шәптер, моғайын?
— Пландарыбыҙ ҙа, маҡсаттарыбыҙ ҙа ҙур. Яңыраҡ Ырымбур өлкәһендә тимер юл вокзалын төҙөкләндерә башланыҡ. Бер нисә бригадабыҙ Орск ҡалаһында эшләй. Магнитогорск ҡалаһында һатыуға йорт төҙөйбөҙ. “Бирҙәүеш” станцияһындағы тимер юл вокзалын төҙөкләндерәбеҙ. Әле яңыраҡ Баймаҡ районында балалар баҡсаһы һәм мәктәп төҙөү бурысын йөкмәттеләр. Силәбе яҡтарынан да заказдар бар. Бер һүҙ менән әйткәндә, тырышып эшләргә лә эшләргә.