Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
ҺУҢҒЫ ГЕРОЙ Арҙаҡлы яҡташыбыҙ, летчик-штурмлаусы, отставкалағы полковник, Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латипов – бөгөн дә алдынғылыҡты бирмәҫ шәхес. Былтыр 90 йәшен тултырһа ла, үҙен ныҡлы тотоуы, ғорур баҫып атлауы, төплө фекер йөрөтөүе менән һоҡландыра. Ул Бөйөк Ватан һуғышы осоронда дошмандарҙы ҡаһармандарса тар-мар итһә, тыныс тормошта бынамын тигән балалар тәрбиәләгән. Евгений, Валерий, Салауат исемле улдары, ҡыҙы Руфина, юғары белем алып, тормошта үҙ юлын тапҡан.

Башҡортостандан 280 кеше яуҙа оло батырлығы өсөн “Советтар Союзы Геройы” тигән юғары исемгә лайыҡ булған. Ҡотдос Ҡә­ниф улы — шулар араһынан әлеге ваҡытта берҙән-бер иҫән Герой.
Ҡотдос Латипов һуғыш осоронда 134 тапҡыр уңышлы хәрби осош яһай. Ҡаршы көстөң ҡеүәтен кәметерлек ҙур батырлыҡтар күр­һәтә. Фашистарҙың 22 танкын, бер бронетранспортерын, 40 авто­ма­шина­һын, биш самолетын, туғыҙ артиллерия батареяһын, ҡораллы ике эшелонын юҡ итә. СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1946 йылдың 15 майындағы Указына ярашлы, Ҡотдос Ҡәниф улы Латиповҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
Мәскәү ҡалаһында йәшәгән ил ағаһы тыуған төйәге менән бәй­лә­неште өҙмәй. Быйыл ул гәзитебеҙ редакцияһында ҡунаҡта булды. Ихлас аралашыуҙа замандашыбыҙ күптәрҙе борсоған проблемалар тураһында әсенеп һөйләне, киләсәгебеҙ хаҡында уйланыуҙары менән уртаҡлашты.
– Башҡортостаным менән һәр саҡ бәйләнештәмен, – ти арҙаҡлы за­мандашыбыҙ. – Уның яңылыҡтары, шатлыҡлы ла, көйөнөслө лә хә­бәр­ҙәре менән ҡыҙыҡһынып торам. Тыуған төйәгемә ҡайтһам, үҙемдә көс артҡандай була. Миңә республикабыҙҙың күп кенә арҙаҡлы шәхестәре менән аралашырға тура килде. Мәҫәлән, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев менән йыш осраштыҡ. Ул Мәскәүгә килһә, мотлаҡ күрешә инек. Берәй кафеға инеп, күҙмә-күҙ ихлас һөйләшеп ултырған мәл­дәребеҙ аҙ булманы. Халыҡ шағиры Мостай Кәрим менән дә аралашып йәшәнем. Бик аҡыллы, кешелекле ине ул. Шундай хозур ерҙә тыуғаныма, тормош мине арҙаҡлы шәхестәр менән осраштырғанға бәхетлемен.
Әйткәндәй, Ҡотдос Латипов әҙәбиәт һөйөүселәргә урыҫ телендә донъя күргән “Витязи крылатые”, “Может ли голубь ястребом стать?” исемле китаптары аша ла яҡшы таныш. Яңыраҡ иһә уның Бөйөк Ватан һуғышына арналған “Будь резвый, беззаветный, сокол ясный!” тигән повесы баҫылып сыҡты.



Район: Мәскәү ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә