Арҙаҡлы яҡташыбыҙ, летчик-штурмлаусы, отставкалағы полковник, Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латипов – бөгөн дә алдынғылыҡты бирмәҫ шәхес. Былтыр 90 йәшен тултырһа ла, үҙен ныҡлы тотоуы, ғорур баҫып атлауы, төплө фекер йөрөтөүе менән һоҡландыра. Ул Бөйөк Ватан һуғышы осоронда дошмандарҙы ҡаһармандарса тар-мар итһә, тыныс тормошта бынамын тигән балалар тәрбиәләгән. Евгений, Валерий, Салауат исемле улдары, ҡыҙы Руфина, юғары белем алып, тормошта үҙ юлын тапҡан. Башҡортостандан 280 кеше яуҙа оло батырлығы өсөн “Советтар Союзы Геройы” тигән юғары исемгә лайыҡ булған. Ҡотдос Ҡәниф улы — шулар араһынан әлеге ваҡытта берҙән-бер иҫән Герой.
Ҡотдос Латипов һуғыш осоронда 134 тапҡыр уңышлы хәрби осош яһай. Ҡаршы көстөң ҡеүәтен кәметерлек ҙур батырлыҡтар күрһәтә. Фашистарҙың 22 танкын, бер бронетранспортерын, 40 автомашинаһын, биш самолетын, туғыҙ артиллерия батареяһын, ҡораллы ике эшелонын юҡ итә. СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1946 йылдың 15 майындағы Указына ярашлы, Ҡотдос Ҡәниф улы Латиповҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
Мәскәү ҡалаһында йәшәгән ил ағаһы тыуған төйәге менән бәйләнеште өҙмәй. Быйыл ул гәзитебеҙ редакцияһында ҡунаҡта булды. Ихлас аралашыуҙа замандашыбыҙ күптәрҙе борсоған проблемалар тураһында әсенеп һөйләне, киләсәгебеҙ хаҡында уйланыуҙары менән уртаҡлашты.
– Башҡортостаным менән һәр саҡ бәйләнештәмен, – ти арҙаҡлы замандашыбыҙ. – Уның яңылыҡтары, шатлыҡлы ла, көйөнөслө лә хәбәрҙәре менән ҡыҙыҡһынып торам. Тыуған төйәгемә ҡайтһам, үҙемдә көс артҡандай була. Миңә республикабыҙҙың күп кенә арҙаҡлы шәхестәре менән аралашырға тура килде. Мәҫәлән, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев менән йыш осраштыҡ. Ул Мәскәүгә килһә, мотлаҡ күрешә инек. Берәй кафеға инеп, күҙмә-күҙ ихлас һөйләшеп ултырған мәлдәребеҙ аҙ булманы. Халыҡ шағиры Мостай Кәрим менән дә аралашып йәшәнем. Бик аҡыллы, кешелекле ине ул. Шундай хозур ерҙә тыуғаныма, тормош мине арҙаҡлы шәхестәр менән осраштырғанға бәхетлемен.
Әйткәндәй, Ҡотдос Латипов әҙәбиәт һөйөүселәргә урыҫ телендә донъя күргән “Витязи крылатые”, “Может ли голубь ястребом стать?” исемле китаптары аша ла яҡшы таныш. Яңыраҡ иһә уның Бөйөк Ватан һуғышына арналған “Будь резвый, беззаветный, сокол ясный!” тигән повесы баҫылып сыҡты.