Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Үркәстән үрнәк алырлыҡ
Үркәстән үрнәк алырлыҡ Ниндәй генә ауылды алып ҡараһаң да, күңелдәргә илһам биреүсе, халҡыбыҙҙың боронғо шөғөл-кәсептәрен һаҡлаусы, быуындарыбыҙҙы барлар, киләсәккә өмөт уятыр ихлас, дәртле, алсаҡ халҡына һоҡланмау мөмкин түгел. Бигерәк тә төбәгебеҙҙең төпкөл ауылдарында йәшәүселәргә. Шундайҙарҙың береһе – Йылайыр районының Ҡыҙҙарбиргән ауылы. Халыҡ уны Үркәс тип йөрөтә.
Ауыл район үҙәгенән 110 саҡрым йыраҡлыҡта урынлашҡан, ә күрше ятҡан Бөрйәнгә – 50, Күгәрсенгә — 60 километр. Шуға күрә үркәстәр, Йылайырға һирәк йөрөһә лә, сиктәш ятҡан райондарҙа йыш була. Күптәр балаларын Күмертау, Мәләүез ҡалаларына уҡырға ебәрә.
Һәр төбәктең үҙенә генә хас тәбиғәт ҡомартҡылары була. Йы­лайырҙар үҙҙәренең районында үҫкән меңйәшәр ҡарағас менән ғорурланырға хаҡлы. Үркәстән ике саҡрым алыҫлыҡтағы ҡарт ағас – Көньяҡ Уралдағы ылыҫлылар дендрологияһы һәм фитогео­графияһы өсөн бик үҙенсәлекле күренеш. Бейеклеге – 28 метр, йыуанлығы 1 метр 80 сантиметр булған тәбиғәт ҡомартҡыһы былтыр ауыл хакимиәте башлығы Данил Алғазиндың тырышлығы менән ҡайтанан матур итеп кәртәләп алынған. Ситтән килеүселәр өсөн ял урындары булдырылған, мәғлүмәт таҡтаһы ҡуйылған. Күптәр меңйәшәр ҡарағас янына килеп, изге теләктәрен әйтә, уны ҡосаҡлап, төрлө ауырыу-зәхмәттәрҙән ҡотолоу юлын табырға тырыша. Уның хаҡында ишетеүселәр йылдан-йыл күбәйә, ҡарт ҡарағасты күрергә теләүселәр арта бара.
Шанлы һәм данлы тарихыбыҙҙың тере шаһиты булған, киләсәк быуынға оло аманат булыр тәбиғәт мөғжизәһенең бер нисә ботағының ҡороп, һынырға тороуы бошондора үркәстәрҙе. Шулай ҙа ғорур ҡарағас әле бирешерлек түгел. Эргәһендә морон төрткән кескәй үҫентеләре лә уға көс-ғәйрәт өҫтәгән кеүек.
Ауыл халҡына килгәндә, үркәстәр дәртле һәм сәмле. Ҡура тултырып мал-тыуар аҫрай, ҡош-ҡорт үрсетә улар. Һәр йортта тиерлек бал ҡорто тоталар: хатта 80 йәшен үткән Әсмә Ғәйнуллинаның да биш умартаһы бар. “Баллы” инәй ҡартының шөғөлөн дауам итә, умарталарын бөтөрһәм, уның рухы рәнйер кеүек, ти.
Ҡарағас һағыҙын ҡайнатыусыларҙы ла осратырға мөмкин бында. Уны хатта сауҙаға сығаралар, халыҡ яратып һатып ала.
Әйткәндәй, ауылда тулы булмаған урта мәктәп, клуб, фельдшер-акушерлыҡ пункты, балалар баҡсаһы эшләй.



Район: Йылайыр районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә