Ниндәй генә ауылды алып ҡараһаң да, күңелдәргә илһам биреүсе, халҡыбыҙҙың боронғо шөғөл-кәсептәрен һаҡлаусы, быуындарыбыҙҙы барлар, киләсәккә өмөт уятыр ихлас, дәртле, алсаҡ халҡына һоҡланмау мөмкин түгел. Бигерәк тә төбәгебеҙҙең төпкөл ауылдарында йәшәүселәргә. Шундайҙарҙың береһе – Йылайыр районының Ҡыҙҙарбиргән ауылы. Халыҡ уны Үркәс тип йөрөтә.Ауыл район үҙәгенән 110 саҡрым йыраҡлыҡта урынлашҡан, ә күрше ятҡан Бөрйәнгә – 50, Күгәрсенгә — 60 километр. Шуға күрә үркәстәр, Йылайырға һирәк йөрөһә лә, сиктәш ятҡан райондарҙа йыш була. Күптәр балаларын Күмертау, Мәләүез ҡалаларына уҡырға ебәрә.
Һәр төбәктең үҙенә генә хас тәбиғәт ҡомартҡылары була. Йылайырҙар үҙҙәренең районында үҫкән меңйәшәр ҡарағас менән ғорурланырға хаҡлы. Үркәстән ике саҡрым алыҫлыҡтағы ҡарт ағас – Көньяҡ Уралдағы ылыҫлылар дендрологияһы һәм фитогеографияһы өсөн бик үҙенсәлекле күренеш. Бейеклеге – 28 метр, йыуанлығы 1 метр 80 сантиметр булған тәбиғәт ҡомартҡыһы былтыр ауыл хакимиәте башлығы Данил Алғазиндың тырышлығы менән ҡайтанан матур итеп кәртәләп алынған. Ситтән килеүселәр өсөн ял урындары булдырылған, мәғлүмәт таҡтаһы ҡуйылған. Күптәр меңйәшәр ҡарағас янына килеп, изге теләктәрен әйтә, уны ҡосаҡлап, төрлө ауырыу-зәхмәттәрҙән ҡотолоу юлын табырға тырыша. Уның хаҡында ишетеүселәр йылдан-йыл күбәйә, ҡарт ҡарағасты күрергә теләүселәр арта бара.
Шанлы һәм данлы тарихыбыҙҙың тере шаһиты булған, киләсәк быуынға оло аманат булыр тәбиғәт мөғжизәһенең бер нисә ботағының ҡороп, һынырға тороуы бошондора үркәстәрҙе. Шулай ҙа ғорур ҡарағас әле бирешерлек түгел. Эргәһендә морон төрткән кескәй үҫентеләре лә уға көс-ғәйрәт өҫтәгән кеүек.
Ауыл халҡына килгәндә, үркәстәр дәртле һәм сәмле. Ҡура тултырып мал-тыуар аҫрай, ҡош-ҡорт үрсетә улар. Һәр йортта тиерлек бал ҡорто тоталар: хатта 80 йәшен үткән Әсмә Ғәйнуллинаның да биш умартаһы бар. “Баллы” инәй ҡартының шөғөлөн дауам итә, умарталарын бөтөрһәм, уның рухы рәнйер кеүек, ти.
Ҡарағас һағыҙын ҡайнатыусыларҙы ла осратырға мөмкин бында. Уны хатта сауҙаға сығаралар, халыҡ яратып һатып ала.
Әйткәндәй, ауылда тулы булмаған урта мәктәп, клуб, фельдшер-акушерлыҡ пункты, балалар баҡсаһы эшләй.