Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Был ҡала республикала ғына түгел, ил кимәлендә үҙенең үҫеше, төҙөклөгө һәм таҙалығы буйынса инде нисә йыл алдын­ғылар рәтендә килә. Стәрлетамаҡ быйылғы йылды ла уңышлы тамамлай.

Һуңғы осорҙа сәнәғәт өлкәһе буйынса ғына түгел, бар яҡлап та алға табан бара Стәр­ле­тамаҡ, ҡаланың йөҙө матурлана, тип әйтергә була. Хатта үҙ бренды булдырылды, ул “3” һаны менән бәйле: ҡаланың өс төп зонаһы бар, өс үҫеш дәүерен үткән һ.б.
Ҡала йөҙөнә килгәндә, ысынлап та, юлдарҙа, йорттарҙа күпләп эш башҡарыла. Әйтәйек, бер-ике йылда ғына ла әллә нисә ҡулса сафҡа инде, был йәһәттән урамдарҙағы тығындар хәл ителде. Шулай уҡ асфальт һалыу, йәйәүлеләр өсөн юл­дар булдырыу ҙа контролдә тотола. Бер генә миҫал: күптән түгел Хоҙайбирҙин урамы киңәй­телде, эш һөҙөмтәһе йәнә автоһәүәҫкәрҙәрҙең тор­мошон еңеләйтте, йәмәғәт автотранспортына тиҙерәк йөрөргә мөмкинлек бирҙе.
Бынан тыш, ҡаланың 2016 йылда үтәсәк 250 йыллығына әҙерлек эштәре ҡайнай. Стәр­ле­та­маҡтың тарихи урындарының әһәмиәтен боҙ­май ғына, заманса алымдар ҡулланып, матурлау планлаштырыла. Был йәһәттән шәхси инвес­торҙар ярҙам итә.
Әлбиттә, 2012 йыл һөҙөмтәләре буйынса (өсөнсө тапҡыр) Рәсәйҙәге иң төҙөк ҡала булып танылған Стәрлетамаҡ инфраструктураһының үҫеше бының менән генә сикләнмәй. Ғөмүмән, 270 меңдән ашыу халҡы булған был ҡала күп йәһәттән, ысынлап та, байтаҡ муниципаль берә­мек­тәргә һәм округтарға өлгө булырҙай.
Нисек кенә булмаһын, Стәрлетамаҡ – йәштәр ҡалаһы. Бында халыҡтың уртаса йәше – 36. Ғөмүмән, киләсәкте нисек күҙаллаһаҡ, йәш быуынды ниндәй кимәлдә ҡурсалаһаҡ, үҫтерһәк, ҡаланың иртәгәһе көнө шуға бәйле. Йәш ғаилә­ләргә балалар баҡсаларына, мәктәптәргә күпләп урындар кәрәк. Проблема, бәхеткә күрә, киләсәк­тә юҡҡа сығасаҡ. Шәхси балалар баҡсалары асылыу, яңыларын төҙөү, мәктәптәр булдырыу мәсьәләһе киләһе йыл аҙағына хәл ителәсәк. Мәҫәлән, 1000 урынлыҡ мәктәп төҙөү, киң профилле «Стәрлетамаҡ-Арена» физкультура-һауыҡтырыу комплексын сафҡа инде­реү, һәр мәктәптең яңыртылған йә иһә төҙөлгән спорт майҙансығы булыуы күп нәмә тураһында һөйләй.
Алдағы йылда 1600-ҙән ашыу ғаиләгә йорт төҙөү өсөн ер бүленәсәк. Теләүселәргә эш етерлек Стәрлетамаҡта. Һуңғы арала йәштәр араһында йүнселлектең үҫеүе лә, предприятие-ойошмаларға белгестәр­ҙең күпләп ҡайтыуы ла шатландыра. Ғөмүмән, ҡаланың киләсәге өмөтлө.


Район: Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә