Киләсәге бар26.12.2014
Был ҡала республикала ғына түгел, ил кимәлендә үҙенең үҫеше, төҙөклөгө һәм таҙалығы буйынса инде нисә йыл алдынғылар рәтендә килә. Стәрлетамаҡ быйылғы йылды ла уңышлы тамамлай.
Һуңғы осорҙа сәнәғәт өлкәһе буйынса ғына түгел, бар яҡлап та алға табан бара Стәрлетамаҡ, ҡаланың йөҙө матурлана, тип әйтергә була. Хатта үҙ бренды булдырылды, ул “3” һаны менән бәйле: ҡаланың өс төп зонаһы бар, өс үҫеш дәүерен үткән һ.б.
Ҡала йөҙөнә килгәндә, ысынлап та, юлдарҙа, йорттарҙа күпләп эш башҡарыла. Әйтәйек, бер-ике йылда ғына ла әллә нисә ҡулса сафҡа инде, был йәһәттән урамдарҙағы тығындар хәл ителде. Шулай уҡ асфальт һалыу, йәйәүлеләр өсөн юлдар булдырыу ҙа контролдә тотола. Бер генә миҫал: күптән түгел Хоҙайбирҙин урамы киңәйтелде, эш һөҙөмтәһе йәнә автоһәүәҫкәрҙәрҙең тормошон еңеләйтте, йәмәғәт автотранспортына тиҙерәк йөрөргә мөмкинлек бирҙе.
Бынан тыш, ҡаланың 2016 йылда үтәсәк 250 йыллығына әҙерлек эштәре ҡайнай. Стәрлетамаҡтың тарихи урындарының әһәмиәтен боҙмай ғына, заманса алымдар ҡулланып, матурлау планлаштырыла. Был йәһәттән шәхси инвесторҙар ярҙам итә.
Әлбиттә, 2012 йыл һөҙөмтәләре буйынса (өсөнсө тапҡыр) Рәсәйҙәге иң төҙөк ҡала булып танылған Стәрлетамаҡ инфраструктураһының үҫеше бының менән генә сикләнмәй. Ғөмүмән, 270 меңдән ашыу халҡы булған был ҡала күп йәһәттән, ысынлап та, байтаҡ муниципаль берәмектәргә һәм округтарға өлгө булырҙай.
Нисек кенә булмаһын, Стәрлетамаҡ – йәштәр ҡалаһы. Бында халыҡтың уртаса йәше – 36. Ғөмүмән, киләсәкте нисек күҙаллаһаҡ, йәш быуынды ниндәй кимәлдә ҡурсалаһаҡ, үҫтерһәк, ҡаланың иртәгәһе көнө шуға бәйле. Йәш ғаиләләргә балалар баҡсаларына, мәктәптәргә күпләп урындар кәрәк. Проблема, бәхеткә күрә, киләсәктә юҡҡа сығасаҡ. Шәхси балалар баҡсалары асылыу, яңыларын төҙөү, мәктәптәр булдырыу мәсьәләһе киләһе йыл аҙағына хәл ителәсәк. Мәҫәлән, 1000 урынлыҡ мәктәп төҙөү, киң профилле «Стәрлетамаҡ-Арена» физкультура-һауыҡтырыу комплексын сафҡа индереү, һәр мәктәптең яңыртылған йә иһә төҙөлгән спорт майҙансығы булыуы күп нәмә тураһында һөйләй.
Алдағы йылда 1600-ҙән ашыу ғаиләгә йорт төҙөү өсөн ер бүленәсәк. Теләүселәргә эш етерлек Стәрлетамаҡта. Һуңғы арала йәштәр араһында йүнселлектең үҫеүе лә, предприятие-ойошмаларға белгестәрҙең күпләп ҡайтыуы ла шатландыра. Ғөмүмән, ҡаланың киләсәге өмөтлө.