Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Иң тәмле икмәк — Ҡырмыҫҡалыныҡы
Рәүис Хажиев етәкселек иткән ун йылдан ашыу ваҡыт эсендә Ҡырмыҫҡалы ҡулланыусылар йәмғиәте бик йылдам үҫеш кисерҙе. Оҫта ойоштороусы булараҡ, етәксе табышлы тармаҡтарҙы, тырыш белгестәрҙе үҫтерә, заманса технологияларға ҙур иғтибар бирә, ихтыяжды иҫәпкә алып, яңы баҙарҙарға сығыуҙы хәстәрләй.

Һуңғы йылдарҙа предприятиены төҙөкләндереүгә, технологик ҡорамалдарҙы яңыртыуға 25 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. Икмәк ризыҡтары етештереү буйынса Ҡырмыҫҡалы ҡулланыусылар йәмғиәте “Башпотребсоюз” селтәрендә беренсе урынды биләй.
Башҡортостандың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре Әлфирә Богданова йәмғиәттә 20 йылдан ашыу эшләй, шуның тиҫтә йылында икмәк комбинатына етәкселек итә. Бында бешерелгән ризыҡ менән тотош район тәьмин ителә, шулай уҡ продукция көн дә республиканың төрлө тарафтарындағы 600-ләп сауҙа нөктәһенә оҙатыла. “Пятерочка”, “Байрам” кеүек ҡеүәтле сауҙа селтәрҙәренең Ҡырмыҫҡалы икмәгенә өҫтөнлөк биреүе юҡҡа түгел. 2007 йылда Ҡырмыҫҡалы комбина­тының бойҙай икмәге “Башҡортостандың иң яҡшы 100 тауары” һәм “Рәсәйҙең иң яҡшы тауарҙары” конкурстары лауреаты булды. Бында икмәктең ете, ҡаластың — ҡырҡ, перәниктең һәм туҡмастың ун төрөн сығаралар.
Йәмғеһе 94 төрлө продукция етештерелә! Бынан тыш, айына 17 тонна тәмле-татлы ризыҡ яһаған кондитер цехы бар. Яңы икмәк бешереү цехы сафҡа ингәндән һуң эштәр тағы ла көйләнде. Кирбестән һалынған мейестә, ҡомалаҡтан үҙҙәре әҙерләгән сүпрәне ҡушып, элекке йолаларҙы һаҡлап бешергән икмәктәре һәр кемдең күңеленә хуш килде. Өс сменала эшләүсе оҫталар тәүлегенә 13 тонна икмәк бешерә. Район халҡы өсөн дә отош­ло был: эш урындары арта. Киләсәктә булка-ҡалас, кондитер изделиелары етештереүҙе тағы ла арттырмаҡсылар.
Шуныһы һөйөнөслө: күптән түгел Ҡырмыҫҡалы ҡулланыусы­лар йәмғиәте рәйесе Рәүис Әбү­зәр улы Хажиев “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сау­ҙа эшмәкәре” тигән юғары исемгә лайыҡ булды.


Район: Ҡырмыҫҡалы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә