Иң тәмле икмәк — Ҡырмыҫҡалыныҡы26.12.2014
Рәүис Хажиев етәкселек иткән ун йылдан ашыу ваҡыт эсендә Ҡырмыҫҡалы ҡулланыусылар йәмғиәте бик йылдам үҫеш кисерҙе. Оҫта ойоштороусы булараҡ, етәксе табышлы тармаҡтарҙы, тырыш белгестәрҙе үҫтерә, заманса технологияларға ҙур иғтибар бирә, ихтыяжды иҫәпкә алып, яңы баҙарҙарға сығыуҙы хәстәрләй.
Һуңғы йылдарҙа предприятиены төҙөкләндереүгә, технологик ҡорамалдарҙы яңыртыуға 25 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. Икмәк ризыҡтары етештереү буйынса Ҡырмыҫҡалы ҡулланыусылар йәмғиәте “Башпотребсоюз” селтәрендә беренсе урынды биләй.
Башҡортостандың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре Әлфирә Богданова йәмғиәттә 20 йылдан ашыу эшләй, шуның тиҫтә йылында икмәк комбинатына етәкселек итә. Бында бешерелгән ризыҡ менән тотош район тәьмин ителә, шулай уҡ продукция көн дә республиканың төрлө тарафтарындағы 600-ләп сауҙа нөктәһенә оҙатыла. “Пятерочка”, “Байрам” кеүек ҡеүәтле сауҙа селтәрҙәренең Ҡырмыҫҡалы икмәгенә өҫтөнлөк биреүе юҡҡа түгел. 2007 йылда Ҡырмыҫҡалы комбинатының бойҙай икмәге “Башҡортостандың иң яҡшы 100 тауары” һәм “Рәсәйҙең иң яҡшы тауарҙары” конкурстары лауреаты булды. Бында икмәктең ете, ҡаластың — ҡырҡ, перәниктең һәм туҡмастың ун төрөн сығаралар.
Йәмғеһе 94 төрлө продукция етештерелә! Бынан тыш, айына 17 тонна тәмле-татлы ризыҡ яһаған кондитер цехы бар. Яңы икмәк бешереү цехы сафҡа ингәндән һуң эштәр тағы ла көйләнде. Кирбестән һалынған мейестә, ҡомалаҡтан үҙҙәре әҙерләгән сүпрәне ҡушып, элекке йолаларҙы һаҡлап бешергән икмәктәре һәр кемдең күңеленә хуш килде. Өс сменала эшләүсе оҫталар тәүлегенә 13 тонна икмәк бешерә. Район халҡы өсөн дә отошло был: эш урындары арта. Киләсәктә булка-ҡалас, кондитер изделиелары етештереүҙе тағы ла арттырмаҡсылар.
Шуныһы һөйөнөслө: күптән түгел Ҡырмыҫҡалы ҡулланыусылар йәмғиәте рәйесе Рәүис Әбүзәр улы Хажиев “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа эшмәкәре” тигән юғары исемгә лайыҡ булды.