Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Урман мәңгелек байлыҡ түгел
Урман мәңгелек байлыҡ түгел Был донъяла ир-ат өс ғәмәл үтәргә тейеш: ул үҫтерергә, ағас ултыртырға һәм йорт һалырға. Тирә-яҡҡа баҡһаң, һуңғы ғәмәл бигерәк тә яҡшы үтәлә – береһенән-береһе матур, мөһабәт йорттар ҡалҡа. Ләкин был мәсьәлә еңел генә хәл ителмәй икән. Атап әйткәндә, өй һалыу өсөн ағас табыу ауырлаша, ти халыҡ. Ошоға бер аҙ асыҡлыҡ индереү маҡсатында “Маҡар урмансылығы” дәүләт бюджет учреждениеһы етәксеһе Марат ҒӘЛӘҮЕТДИНОВҡа мөрәжәғәт иттек.
— Марат Нәжметдин улы, кеше туҡтауһыҙ төҙөй, донъя­һын ҡора. Ағасҡа мохтажлыҡ тыуып ҡына тора. Әгәр кемдер өй һалырға теләй икән, уға ағас алыу мөмкинлеге бармы, һәм бының өсөн нимә эшләргә?
— “Башҡортостан Республика­һында урман мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Башҡорт­остан Республикаһы Законы бар. Уға ярашлы, граждан­дар үҙ кәрәк-ярағы өсөн ағас әҙерләү хоҡуғына эйә. Бын­дай ихтыяждарға шәхси торлаҡ йорт төҙөү, уны ре­монтлау һәм реконструкция­лау, йорт-ҡаралты төҙөү һәм ремонтлау, торлаҡты, ҡарал­тыларҙы йылы­тыу инә. Мәҫәлән, әгәр кем­дер өй һалырға теләй икән, участкаһы һәм төҙөлөшкә рөхсәте булһа, ул 25 йылға бер тапҡыр торлаҡ төҙөү өсөн 150 кубометр ағас алыу хоҡуғына эйә. Торлаҡ йортто ремонтлау һәм реконструкциялау өсөн биш йылға бер тапҡыр 50 кубометр, ҡаралты төҙөү өсөн шул уҡ күләмдә ағас ала алһа, йылы­тыу өсөн йыл һайын 20 кубометр ҡаралған.
Ишембайҙар үҙҙәренең был хоҡуҡтары менән файҙалана. Бының өсөн урмансылыҡҡа ғариза яҙалар һәм тейешле доку­менттар килтерәләр. Артабан комиссия ағзалары участканың бармы-юҡ­мы икәнлеген барып тикшерә. Һуңынан был исемлек Баш­ҡор­т­остан Республикаһының Ур­ман хужалығы министрлығына ебәре­лә, министр та­рафынан раҫ­лана. Быйыл ғына 300-ҙән ашыу кеше ағас алыу өсөн ғариза менән мөрәжәғәт итте. Бер кемдең дә хоҡуғын сикләмәйбеҙ.
Әлбиттә, уларҙың һорауын ҡә­нәғәтләндереүҙә ауырлыҡтар ҙа бар. Барыһы ла ҡарағай һорай. Ә уны ҡырҡыуға беҙҙең районда лимит аҙ. Шуға ла уҫаҡ, ҡайын, йүкә тәҡдим итәбеҙ. Шуныһын да әйтергә кәрәк: хәҙер күптәр өйөн дә, бәҙрәфен дә ҡарағайҙан төҙөй башланы, ә ҡаралты өсөн башҡа төр ағас та файҙаланырға була бит.
— Тәбиғәт ҡазаһына эләгеп йәки янғын сығып йортһоҙ ҡалған осраҡтар ҙа булмай тормай бит әле…
— Әлбиттә. Был ваҡытта ур­мансылыҡҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ул кешегә мотлаҡ рәүештә ағас бүленәсәк. Хатта быға тиклем алған осраҡта ла.
— Янғын тигәндән, улар урман өсөн дә оло хәүеф тыуҙыра. Уттың бик аҙ ваҡыт эсендә ҙур майҙанды һәләк итеүе ихтимал. Бәләне бул­дырмау өсөн ниндәй саралар күрелә?
— Янғынға ҡаршы көрәш осоро беҙҙә 15 апрелдә башлана һәм 15 октябргә тиклем дауам итә. Урмандар буйлап патрул­лек, дежур итеү ойошторола. Шуныһы ҡы­уаныслы: бый­ыл Ишембай урмандарында янғын булманы. Шулай ҙа халыҡҡа теләк: тәбиғәт ҡосағында усаҡ яҡһалар, яҡшылап һүндереп китһендәр ине, уттың усаҡтан үләнгә, һуңынан ағасҡа күсеү хәүефе ҙур. Урман үҫтереүе еңел түгел. Бер ҡарағай ағасы өлгөргәнсе 80 – 100 йыл ваҡыт кәрәк. Шулай уҡ тәбиғәттә сүп-сар ташлап китеү ғәҙәтенән дә арынайыҡ.
— Һуңғы йылдарҙа ағастар­ҙың ҡороуын күҙәтергә тура килә. Был нимәнән?
— Сәбәптәр төрлө. Мәҫәлән, 2010 йылдағы ҡоролоҡ һөҙөм­тә­һендә айырыу­са ҡайын ағастары ҡороно. Был урындарҙа беҙ санитар таҙартыу үткәрәбеҙ. Урыны­на яңыларын ултыртыу хәстәре күрелә. Ҡыҫҡаһы, эш бара.

Әңгәмәне Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА ҡорҙо.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә