Был донъяла ир-ат өс ғәмәл үтәргә тейеш: ул үҫтерергә, ағас ултыртырға һәм йорт һалырға. Тирә-яҡҡа баҡһаң, һуңғы ғәмәл бигерәк тә яҡшы үтәлә – береһенән-береһе матур, мөһабәт йорттар ҡалҡа. Ләкин был мәсьәлә еңел генә хәл ителмәй икән. Атап әйткәндә, өй һалыу өсөн ағас табыу ауырлаша, ти халыҡ. Ошоға бер аҙ асыҡлыҡ индереү маҡсатында “Маҡар урмансылығы” дәүләт бюджет учреждениеһы етәксеһе Марат ҒӘЛӘҮЕТДИНОВҡа мөрәжәғәт иттек.— Марат Нәжметдин улы, кеше туҡтауһыҙ төҙөй, донъяһын ҡора. Ағасҡа мохтажлыҡ тыуып ҡына тора. Әгәр кемдер өй һалырға теләй икән, уға ағас алыу мөмкинлеге бармы, һәм бының өсөн нимә эшләргә?
— “Башҡортостан Республикаһында урман мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законы бар. Уға ярашлы, граждандар үҙ кәрәк-ярағы өсөн ағас әҙерләү хоҡуғына эйә. Бындай ихтыяждарға шәхси торлаҡ йорт төҙөү, уны ремонтлау һәм реконструкциялау, йорт-ҡаралты төҙөү һәм ремонтлау, торлаҡты, ҡаралтыларҙы йылытыу инә. Мәҫәлән, әгәр кемдер өй һалырға теләй икән, участкаһы һәм төҙөлөшкә рөхсәте булһа, ул 25 йылға бер тапҡыр торлаҡ төҙөү өсөн 150 кубометр ағас алыу хоҡуғына эйә. Торлаҡ йортто ремонтлау һәм реконструкциялау өсөн биш йылға бер тапҡыр 50 кубометр, ҡаралты төҙөү өсөн шул уҡ күләмдә ағас ала алһа, йылытыу өсөн йыл һайын 20 кубометр ҡаралған.
Ишембайҙар үҙҙәренең был хоҡуҡтары менән файҙалана. Бының өсөн урмансылыҡҡа ғариза яҙалар һәм тейешле документтар килтерәләр. Артабан комиссия ағзалары участканың бармы-юҡмы икәнлеген барып тикшерә. Һуңынан был исемлек Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығына ебәрелә, министр тарафынан раҫлана. Быйыл ғына 300-ҙән ашыу кеше ағас алыу өсөн ғариза менән мөрәжәғәт итте. Бер кемдең дә хоҡуғын сикләмәйбеҙ.
Әлбиттә, уларҙың һорауын ҡәнәғәтләндереүҙә ауырлыҡтар ҙа бар. Барыһы ла ҡарағай һорай. Ә уны ҡырҡыуға беҙҙең районда лимит аҙ. Шуға ла уҫаҡ, ҡайын, йүкә тәҡдим итәбеҙ. Шуныһын да әйтергә кәрәк: хәҙер күптәр өйөн дә, бәҙрәфен дә ҡарағайҙан төҙөй башланы, ә ҡаралты өсөн башҡа төр ағас та файҙаланырға була бит.
— Тәбиғәт ҡазаһына эләгеп йәки янғын сығып йортһоҙ ҡалған осраҡтар ҙа булмай тормай бит әле…
— Әлбиттә. Был ваҡытта урмансылыҡҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ул кешегә мотлаҡ рәүештә ағас бүленәсәк. Хатта быға тиклем алған осраҡта ла.
— Янғын тигәндән, улар урман өсөн дә оло хәүеф тыуҙыра. Уттың бик аҙ ваҡыт эсендә ҙур майҙанды һәләк итеүе ихтимал. Бәләне булдырмау өсөн ниндәй саралар күрелә?
— Янғынға ҡаршы көрәш осоро беҙҙә 15 апрелдә башлана һәм 15 октябргә тиклем дауам итә. Урмандар буйлап патруллек, дежур итеү ойошторола. Шуныһы ҡыуаныслы: быйыл Ишембай урмандарында янғын булманы. Шулай ҙа халыҡҡа теләк: тәбиғәт ҡосағында усаҡ яҡһалар, яҡшылап һүндереп китһендәр ине, уттың усаҡтан үләнгә, һуңынан ағасҡа күсеү хәүефе ҙур. Урман үҫтереүе еңел түгел. Бер ҡарағай ағасы өлгөргәнсе 80 – 100 йыл ваҡыт кәрәк. Шулай уҡ тәбиғәттә сүп-сар ташлап китеү ғәҙәтенән дә арынайыҡ.
— Һуңғы йылдарҙа ағастарҙың ҡороуын күҙәтергә тура килә. Был нимәнән?
— Сәбәптәр төрлө. Мәҫәлән, 2010 йылдағы ҡоролоҡ һөҙөмтәһендә айырыуса ҡайын ағастары ҡороно. Был урындарҙа беҙ санитар таҙартыу үткәрәбеҙ. Урынына яңыларын ултыртыу хәстәре күрелә. Ҡыҫҡаһы, эш бара.
Әңгәмәне Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА ҡорҙо.