Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Донъялар имен булһын, өмәләр үтеп торһон!
Донъялар имен булһын,  өмәләр үтеп торһон! – Әйҙәгеҙ, йортобоҙға рәхим итегеҙ, – тип ихлас ҡаршы алды беҙҙе Рәмилә Йосопова. – “Ҡаҙ өмәһе” байрамын һеҙҙә ойошторайыҡ тип тәҡдим иткәйнеләр, Ғабдулла ла, мин дә бер һүҙһеҙ ризалаштыҡ та ҡуйҙыҡ. Тик әле, төрлө яҡтан мәртәбәле ҡунаҡтар килә башлағас, ҡаушабыраҡ киттем. Аш-һыу мул, уныһы өсөн йөҙ ҡыҙарырлыҡ түгел. Ярҙамсыларыбыҙ ҙа һынатмаҫ. Беҙ ни, ауыл кешеһе, эшләп өйрәнгән ул.
– Быйыл 30 ҡаҙ бәпкәһе алғайныҡ, шуларҙың 27-һе көҙгә тиклем иҫән-имен йөрөнө, – тип һөйләшеүгә ҡушылды йорт хужаһы Ғабдулла Ғәлимөхәмәт улы. – Ғәҙәттә, ҡош-ҡорт тәрбиәләүҙе ҡатын-ҡыҙ эше тип иҫәпләйҙәр. Әммә беҙ йорттағы бурыстарҙы бүлешеп тормайбыҙ, кемдең ваҡыты бар – шул тотона эшкә. Сәрмәсән буйына йәм өҫтәй ҡаҙҙар. Көн дә иртән шунда ҡыуабыҙ, асыҡһалар, ҡаңғылдашып үҙҙәре ҡайта. Ихатабыҙ тулы мал-тыуар, шуның менән ҡәнәғәтләнергә лә булыр ине. Шулай ҙа йәйҙең бер йәме итеп күрәм был һыу ҡоштарын.
Донъялар имен булһын,  өмәләр үтеп торһон!Халыҡ “Иртә торһаң, ит бешә”, тип юҡҡа әйтмәгән шул. Ауыл кешеһе оҙаҡ йоҡлап ята буламы ни! Шартына килтереп, билдәренә алъяпҡыс быуған ҡатын-ҡыҙҙың һәр береһе эшкә тотондо. Берәүҙәре самауыр ҡайната, икенселәре ихата эргәһенә ҡуйылған өҫтәлдәргә милли ризыҡ теҙеп, табын хәстәрләй. Урам уртаһында ҡоролған сәхнә лә буш тормай – һәүәҫкәр артистар йыр-моңдары һәм бейеүҙәре менән өмәселәрҙе дәртләндерә, тамаша ҡылырға килгән ауыл халҡында байрам кәйефе тыуҙыра. Ә инде көнө һуң! Ҡояшлы салт аяҙ күк йөҙө, аяҡ аҫтында ҡаҙ мамығындай йомшаҡ ҡар.
Донъялар имен булһын,  өмәләр үтеп торһон!Йоланы атҡарыуҙы үҙ өҫтөнә алған ”Заһиҙә” башҡорт халыҡ фольклор ансамбле ағзалары йәш-елкенсәккә ҡаҙ йолҡоу серҙәрен ихлас систе, эсәк-ҡарынын алыу буйынса бай тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Ҡыҙҙар ҙа өмәгә ҡушылды – ҡаҙ ҡанаты һыҙырыуҙы уларға йөкмәттеләр. Ике арала ярыш та ойошторолдо. Өмә мулланың фатихаһы менән башланғанға күрәлер, моғайын, ҡыҙ-ҡырҡындың эше еңел дә, тиҙ ҙә барҙы. Хәйер, күмәк кешегә эш сыҙаймы ни! Шуға ла элек-электән күрше-күлән, туған-тыумаса менән бергә уҙғарыла бит өмәләр.
Ҡаҙ түшкәләрен көйәнтәләргә элеп, Таллыкүл быуаһына сайҡатырға ҡуҙғалғанда көн кискә ауышырға уйламай ҙа ине әле. Иркен итеп уйылған мәкелә яҡшылап йыуып, һарҡығансы боҙ өҫтөнә һалып тороп, күңел асып алдылар, башҡорт һәм татар халҡының ошо йоланы атҡарғанда уйнай торған уйындары ла иҫкә төшөрөлдө. Ул арала самауыр ҙа ҡайнап сыҡты, сәй эсеп йылынып алдылар.
Һыу буйынан ҡайтыуға тәбикмәк бешереп, уны ҡаҙ майы менән майлап өлгөргәйнеләр. Тамаша ҡылырға йыйылған халыҡ та ситтә ҡалманы – ойоштороусылар викторина һорауҙарына яуап таптырҙы. Ҡаҙҙарға бәйле һынамыштар ҙа байтаҡ икән – уларҙы ла ишеттерҙеләр. “Йырһыҙ ниндәй өмә булһын, йыр күтәрә байрамды”, – тип район һәм ауыл мәҙәниәт йорттары, “Килем” татар тарихи-мәҙәни, Благовар районының “Һарайлы” башҡорт-татар мәҙәни үҙәге коллективтары сәхнәлә бер-береһен алмаштырып ҡына торҙо.
Донъялар имен булһын,  өмәләр үтеп торһон!Ҡыҙ-ҡырҡын боҙло һыуҙа йыуып, сайҡатып алып ҡайтҡан ҡаҙ түшкәләрен хужабикәгә тапшырғас, барыһы ла табындан урын алды. Сәксәк, ҡоймаҡ, тәбикмәк кеүек милли ризыҡтар менән бергә өҫтәлгә ҡаҙ итенән бешерелгән ҙур бәлеш тә ҡуйылды. Йосоповтарҙың иркен йорто барса ҡунаҡты ла һыйҙырҙы.
Ҡаҙ өмәһе йолаһы еренә еткереп атҡарылды. Ҡаңны-төркәйҙәрҙең “Заһиҙә” ансамбле коллективы был юлы ла һынатманы. Ауыл хакимиәте башлығы Ғәли Шәғәлиев Рәмилә менән Ғабдулла Йосоповтарҙы ихтирам яулаған өлгөлө ғаиләләрҙең береһе тип таныштырғайны. Быға үҙебеҙ ҙә күреп инандыҡ. Рәмилә Хәйзәфәр ҡыҙы ике тиҫтә йылдан ашыу фельдшер булып эшләһә, Ғабдулла Ғәлимөхәмәт улы крәҫтиән (фермер) хужалығын ойошторған. Ут күршеләре Гөлзиә Мөхәмәтшина әйтеүенсә, икеһе лә ярҙамсыл, тормошто яратып, бер-береһенең ҡәҙерен белеп йәшәй.
Ҡаңны-Төркәйҙән күңел күтәрелеп, халҡыбыҙҙың матур йолалары һаҡланыуына, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе оноттормаусылар барлығына шатланып ҡайттыҡ. Ауыл халҡының тырышып донъя көтөүе, ата-бабаларының изге төйәген йәмләп көн итеүе һөйөндөрҙө.


Автор: Минзилә Ғабдрахманова Район: Бүздәк районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә