– Әйҙәгеҙ, йортобоҙға рәхим итегеҙ, – тип ихлас ҡаршы алды беҙҙе Рәмилә Йосопова. – “Ҡаҙ өмәһе” байрамын һеҙҙә ойошторайыҡ тип тәҡдим иткәйнеләр, Ғабдулла ла, мин дә бер һүҙһеҙ ризалаштыҡ та ҡуйҙыҡ. Тик әле, төрлө яҡтан мәртәбәле ҡунаҡтар килә башлағас, ҡаушабыраҡ киттем. Аш-һыу мул, уныһы өсөн йөҙ ҡыҙарырлыҡ түгел. Ярҙамсыларыбыҙ ҙа һынатмаҫ. Беҙ ни, ауыл кешеһе, эшләп өйрәнгән ул. – Быйыл 30 ҡаҙ бәпкәһе алғайныҡ, шуларҙың 27-һе көҙгә тиклем иҫән-имен йөрөнө, – тип һөйләшеүгә ҡушылды йорт хужаһы Ғабдулла Ғәлимөхәмәт улы. – Ғәҙәттә, ҡош-ҡорт тәрбиәләүҙе ҡатын-ҡыҙ эше тип иҫәпләйҙәр. Әммә беҙ йорттағы бурыстарҙы бүлешеп тормайбыҙ, кемдең ваҡыты бар – шул тотона эшкә. Сәрмәсән буйына йәм өҫтәй ҡаҙҙар. Көн дә иртән шунда ҡыуабыҙ, асыҡһалар, ҡаңғылдашып үҙҙәре ҡайта. Ихатабыҙ тулы мал-тыуар, шуның менән ҡәнәғәтләнергә лә булыр ине. Шулай ҙа йәйҙең бер йәме итеп күрәм был һыу ҡоштарын.
Халыҡ “Иртә торһаң, ит бешә”, тип юҡҡа әйтмәгән шул. Ауыл кешеһе оҙаҡ йоҡлап ята буламы ни! Шартына килтереп, билдәренә алъяпҡыс быуған ҡатын-ҡыҙҙың һәр береһе эшкә тотондо. Берәүҙәре самауыр ҡайната, икенселәре ихата эргәһенә ҡуйылған өҫтәлдәргә милли ризыҡ теҙеп, табын хәстәрләй. Урам уртаһында ҡоролған сәхнә лә буш тормай – һәүәҫкәр артистар йыр-моңдары һәм бейеүҙәре менән өмәселәрҙе дәртләндерә, тамаша ҡылырға килгән ауыл халҡында байрам кәйефе тыуҙыра. Ә инде көнө һуң! Ҡояшлы салт аяҙ күк йөҙө, аяҡ аҫтында ҡаҙ мамығындай йомшаҡ ҡар.
Йоланы атҡарыуҙы үҙ өҫтөнә алған ”Заһиҙә” башҡорт халыҡ фольклор ансамбле ағзалары йәш-елкенсәккә ҡаҙ йолҡоу серҙәрен ихлас систе, эсәк-ҡарынын алыу буйынса бай тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Ҡыҙҙар ҙа өмәгә ҡушылды – ҡаҙ ҡанаты һыҙырыуҙы уларға йөкмәттеләр. Ике арала ярыш та ойошторолдо. Өмә мулланың фатихаһы менән башланғанға күрәлер, моғайын, ҡыҙ-ҡырҡындың эше еңел дә, тиҙ ҙә барҙы. Хәйер, күмәк кешегә эш сыҙаймы ни! Шуға ла элек-электән күрше-күлән, туған-тыумаса менән бергә уҙғарыла бит өмәләр.
Ҡаҙ түшкәләрен көйәнтәләргә элеп, Таллыкүл быуаһына сайҡатырға ҡуҙғалғанда көн кискә ауышырға уйламай ҙа ине әле. Иркен итеп уйылған мәкелә яҡшылап йыуып, һарҡығансы боҙ өҫтөнә һалып тороп, күңел асып алдылар, башҡорт һәм татар халҡының ошо йоланы атҡарғанда уйнай торған уйындары ла иҫкә төшөрөлдө. Ул арала самауыр ҙа ҡайнап сыҡты, сәй эсеп йылынып алдылар.
Һыу буйынан ҡайтыуға тәбикмәк бешереп, уны ҡаҙ майы менән майлап өлгөргәйнеләр. Тамаша ҡылырға йыйылған халыҡ та ситтә ҡалманы – ойоштороусылар викторина һорауҙарына яуап таптырҙы. Ҡаҙҙарға бәйле һынамыштар ҙа байтаҡ икән – уларҙы ла ишеттерҙеләр. “Йырһыҙ ниндәй өмә булһын, йыр күтәрә байрамды”, – тип район һәм ауыл мәҙәниәт йорттары, “Килем” татар тарихи-мәҙәни, Благовар районының “Һарайлы” башҡорт-татар мәҙәни үҙәге коллективтары сәхнәлә бер-береһен алмаштырып ҡына торҙо.
Ҡыҙ-ҡырҡын боҙло һыуҙа йыуып, сайҡатып алып ҡайтҡан ҡаҙ түшкәләрен хужабикәгә тапшырғас, барыһы ла табындан урын алды. Сәксәк, ҡоймаҡ, тәбикмәк кеүек милли ризыҡтар менән бергә өҫтәлгә ҡаҙ итенән бешерелгән ҙур бәлеш тә ҡуйылды. Йосоповтарҙың иркен йорто барса ҡунаҡты ла һыйҙырҙы.
Ҡаҙ өмәһе йолаһы еренә еткереп атҡарылды. Ҡаңны-төркәйҙәрҙең “Заһиҙә” ансамбле коллективы был юлы ла һынатманы. Ауыл хакимиәте башлығы Ғәли Шәғәлиев Рәмилә менән Ғабдулла Йосоповтарҙы ихтирам яулаған өлгөлө ғаиләләрҙең береһе тип таныштырғайны. Быға үҙебеҙ ҙә күреп инандыҡ. Рәмилә Хәйзәфәр ҡыҙы ике тиҫтә йылдан ашыу фельдшер булып эшләһә, Ғабдулла Ғәлимөхәмәт улы крәҫтиән (фермер) хужалығын ойошторған. Ут күршеләре Гөлзиә Мөхәмәтшина әйтеүенсә, икеһе лә ярҙамсыл, тормошто яратып, бер-береһенең ҡәҙерен белеп йәшәй.
Ҡаңны-Төркәйҙән күңел күтәрелеп, халҡыбыҙҙың матур йолалары һаҡланыуына, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе оноттормаусылар барлығына шатланып ҡайттыҡ. Ауыл халҡының тырышып донъя көтөүе, ата-бабаларының изге төйәген йәмләп көн итеүе һөйөндөрҙө.