Ауылымда тыуған яҡты өйрәнеү музейы асылған, тип ишеткәйнем инде, тик уның менән танышырға форсат сыҡмай торҙо. Ниһайәт, теләгемә өлгәштем. Мине алсаҡ йөҙ менән ҡаршыланылар. Ҙур ғына залда тарихи ҡомартҡылар, боронғо тормош-көнкүреш әйберҙәре, шәжәрәләр, төрлө экспонаттар теҙелгән, үҙем ҡасандыр танып белгән кешеләрҙең фотолары эленгән. Бына халыҡ музыка ҡоралдары: ҡырлы ҡурай, ҡумыҙҙың төрлөһө, һыбыҙғы һәм башҡалар. Ситтәрәк – мандолина. Уны ҡулыма алдым. Таныш һымаҡ тойолдо. Уйып яҙылған “Б.Т.” тигән ике хәрефте күреп, тәндәрем семерләп киткәндәй булды. “Һине кем килтергән музейға?!” Күҙҙәрем йәшләнде.
– Апай, экспонаттарҙы ҡулға алырға ярамай, – тине музей хеҙмәткәрҙәре.
– Мин был мандолинаны яҡшы беләм, кемдеке икәнен дә әйтә алам, – тинем.
– Беҙгә мәғлүмәт бик кәрәк. Улайһа, һеҙҙән яҙып алайым, һөйләгеҙ әле, – тип үтенде ҡыҙ.
– Әйҙә, – тип мандолинаны ҡулыма алдым да аулағыраҡ урынға йүнәлдем. Үҙем ҡомартҡыны һыйпайым: буяуҙары тоноҡланған, ҡылдары теүәл түгел, сатнаған урындары ла бар. Күпме хәтирә һаҡлай ул, теле булһа һөйләр ине...
– Был – минең уҡытыусым Бибинур апайҙың мандолинаһы, – тип һүҙ башланым. – Ә уны апайға һөйгән егете Тәлғәт Ырымбурҙан һатып алып ҡайтҡан. Бибинур апай ул ваҡытта педучилищела уҡып йөрөгән, мандолинала уйнаған. Шуға ла яратҡан кешеһе уға музыка ҡоралын бүләк иткән. Мәңгелек мөхәббәт билдәһе итеп, ошо хәрефтәрҙе уйып яҙған: “Б” – Бибинур, “Т” – Тәлғәт. Тәлғәт ағай шиғырҙар ҙа яҙған. Апайҙың иҫтәлек дәфтәрендә уҡыным. Нисек яратҡан ул Бибинурын!
Ул саҡта буласаҡ уҡытыусыларҙы мандолинала уйнарға өйрәткәндәр. Миңә белем биргән ағай-апайҙарҙың барыһы ла тиерлек мандолинала уйнай торғайны. Бибинур апай уҡыуын тамамлауға Тәлғәт ағай менән өйләнешәләр. Апай мәктәптә балалар уҡыта башлай. Тиҙҙән ағайҙы әрме хеҙмәтенә саҡыралар. Офицерҙар әҙерләү курсына ебәрер алдынан Тәлғәт ағай кәләше янына ҡайтып китә. Был саҡта Бибинур апай йөклө була. Тиҙҙән улдары тыуа.
1941 йылда һуғыш башлана. Бибинур апай тыуған ауылына әсәһе, ҡустыһы янына ҡайта. Мәктәптә уҡытып та, колхозда хисапсы булып та эшләй, ғаиләһен аҫрай. Ҡапыл әсәһе вафат була. Ун ете йәшлек ҡустыһы үҙ теләге менән һуғышҡа китә. Ул йылдарҙы хәтерләгәндә уҡытыусым өндәшмәй ултыра ла: “Иҫләһәң, иҫең китер”, – ти торғайны. Мин уның менән осрашып торҙом. Түрҙә торған мандолина бик тә ҡәҙерле тойола ине, сөнки ул миңә бала сағымды хәтерләтә. Апайыбыҙ йыр дәресенә гел генә мандолинаһын алып инә. Үҙе матур йырлай, уйнай, беҙ уға эйәреп йырлайбыҙ. Иҫемдә, грузин йыры “Сулико”ны башҡортса йырлай торғайныҡ: “Ҡайҙа һин, минең Сулико-о-о...” Клуб сәхнәһендә лә мандолинаға ҡушылып “Япраҡтары йәшел аҡ ҡайындың”, “Шәл бәйләнем” һәм башҡа йырҙарҙы атҡарҙыҡ.
Уҡытыусыбыҙ беҙҙе бейетә лә торғайны. Дәрестә унан күҙемде лә алмайым. Сәсен тура ярып, икенән үреп, матур итеп башына урап ҡуя. Килешле итеп яулыҡ ябына. Шуны әйтәм: беҙҙе гел яулыҡлы апайҙар уҡытты, асыҡ түшле күлдәк кеймәнеләр. Был башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының әҙәпле булыуынандыр. Бибинур апай бейек үксәле туфлиҙа йөрөнө. Шым ғына уның артынан эйәрәм, эҙҙәренә баҫырға тырышам. Их, шулай ҡупшы кейенеп йөрөһәң ине, тип хыялланам. Беҙ, ауыл балалары, йәй буйы ялан аяҡ йөрөп, табандарыбыҙ ҡатып бөтә, таш йәки быяла ҡырҡһа, тупраҡ һибәбеҙ – ҡанамай. Мәктәпкә лә кемдең ниндәй кейеме бар – шуны кейҙе. Туфлиҙы бер-ике үлсәмгә ҙурҙы алалар. Миңә генә түгел, барыһына ла шулай итәләр ине. Әммә шул саҡтарҙы алтын бала сағым тип һағынып иҫкә алам.
Йылдар үткәс, Бибинур апайҙың хәлен белергә барҙым. Әле лә төҫ ташламаған уҡытыусымдан:
– Хәҙер ҙә мандолинала уйнайһығыҙмы? – тип һораным.
– Һуңғы ваҡытта уйнағаным юҡ. Мандолинам иҫкерҙе, үҙем ҡартайҙым инде, – тип йылмая. Шунда һораштым мин уйылып яҙылған был хәрефтәрҙең тарихын. Хәҙер үҙе вафат булғанға ла тиҫтә йылдар үткәс, был хәтирәне бәйән итергә булдым. Бибинур апай миңә түбәндәге тарихты һөйләне.
...Тәлғәттең тәүҙә хаттары килгеләне, аҙаҡ туҡтаны. Һуғыш бөттө, һалдаттар ҡайта башланы, ул юҡ. Мин көтәм. Военкоматта ла аныҡ ҡына яуап ала алманым.
Шулай көндәр, айҙар үтә торҙо. Бер кис шәм яҡтыһында күрше инәйгә аяҡ машинкаһында күлдәк тегеп ултырам. Ишек шаҡыйҙар, асһам – ҡыҙҙар килеп инде.
– Апай, әйҙә клубҡа барайыҡ. Мандолинала уйнап, беҙҙе бейет әле, – тип ялыналар.
– Эшем күп, улым йоҡлай, ҡурҡыр, бара алмайым, — тиһәм дә, былар өҙмәй ҙә ҡуймай.
– Мин ҡарап торам баланы, һеҙ барығыҙ, – ти күрше ҡыҙы.
– Хәҙер кейенәм дә барырмын, – тинем.
Бибинур апайҙың һылыулығына, ҡупшылығына ҡарап, ауылда уны “таш ҡурсаҡ” тип йөрөткәндәр. Шул кисте ул үҙе лә хәтерҙә ҡалдырған. Аҡ блузка, ҡара атлас итәк, үҙе элмәк менән бәйләгән аҡ берет, аҡ ойоҡ, ҡара ялтыр туфли кейеп клубҡа килеп ингәс, йәш-елкенсәк шымып ҡала. Бибинур апай – абруйлы уҡытыусы, уны бөтә ауыл халҡы ихтирам итә. Апайға ситтәнерәк ултырғыс та әҙерләп ҡуйғандар. Мандолинаһын алдына ҡуя ла уйнай башлай. Тәүҙә “Наза”ны бейейҙәр, унан “Золотой ритайым”, аҙаҡ парлы бейеү, ҡапма-ҡаршы йырлашып бейеү, “Өс таған” һәм башҡа уйындар ҡыҙа бара.
Шул мәл ишектән мыҡты кәүҙәле офицер формаһындағы бер егет килеп инә. Уның күкрәген ике орден һәм миҙалдар биҙәй. Фронтовик икәне күренеп тора. Был ауылдыҡы түгел, еңгәһе ҡыҙ күҙләргә алып килгән булған. Һуғышты башынан аҙағына тиклем кискән командир икән. Ауылда еткән һылыу ҡыҙҙар күп, ә егеттәр һирәк-һаяҡ ҡына. Фронтовик матур ҡыҙҙарға һоҡланып ҡарап тора.
– Йә, кемеһе оҡшай? – ти еңгәһе. – Быныһы Ғәбиҙә, апаһы Зәлифә, тегеһе Мөслимә, һайла, бынамын тигән егәрле, донъя көтөрҙәй ҡыҙҙар.
Егерме биш йәштә генә булһа ла, сәсе саллана башлаған егет ашыҡмай ғына тора бирә. Бына мандолина туҡтай. Ҡыҙҙар Бибинур апайҙы уратып ала:
– Апай, тағы саҡ ҡына уйна инде.
– Юҡ, ҡыҙҙар, иртәгә дәрескә, улым уянғандыр, – тип ул сығып китә.
Егет уның артынан йүнәлә. Ҡатын еңел генә атлап урам буйлап китә. Кейеме генә ағарып күренә. Егет еңгәһенән был ҡыҙҙың кемлеге хаҡында һорай.
– Һиңә ҡулай түгел. Бисә кеше, малайы бар, иренән хәбәр юҡ, – ти еңгәһе, – Ана, ҡыҙҙарҙы күҙлә.
Егет ҡайтыу яғына ыңғайлай. Йоҡларға ятҡас та теге аҡ беретлы матур ҡатын күҙ алдынан китмәй. Ҡыҙҙар бейей, ә ул уйсан ҡарашын иҙәнгә төбәгән дә мандолина ҡылдарын сиртә генә, бармаҡтары йүгереп тора. “Их, була бит шундай ҡатындар!” – тип ҡуя ул. Иртәнсәк еңгәһенә: “Мине кисәге мандолинасы ҡатын менән таныштыр”, – ти. Еңгәһе ҡәйнешен әрләп ташлай: “Ул һиңә кәрәкмәй, олораҡ та, балаһы бар, ире ҡайтып төшөр...”
Бер көн Бибинур апайҙың өйөнә теге еңгәй килеп инә һәм уға хат тоттора. Яңы уҡыу йылы башланыуға иһә тәүәккәл яугир Бибинур апайҙы үҙенең ауылына алып ҡайта. Бына шулай итеп беҙҙең ауылдың ете йыллыҡ мәктәбенә яңы уҡытыусы килде. Ул бер нисә фәнде алып барҙы. Йәш ғаилә мәктәптең бер яҡ башындағы бүлмәлә йәшәй башланы. Тиҙҙән уларҙың игеҙәк ҡыҙҙары тыуҙы. Бер мәл балаларын алып Бибинур апай тыуған яғына ҡунаҡҡа ҡайта. Уны яҡын әхирәте Шәмсиямал үҙҙәренә саҡыра. “Әхирәт, Тәлғәт килеп китте бит”, – тип шаҡ ҡатырғыс яңылыҡ әйтә Шәмсиямал. “Нисек, ҡасан?!” – Бибинур ни әйтергә лә белмәй телһеҙ ҡала.
– Һине эҙләп килгән. Оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Кейәүгә сыҡҡаныңды ишеткән, шулай ҙа килгән. Алыҫ Көнсығышта хеҙмәттә булған, хат яҙған ул, яуап алмаған. Аҙаҡ мөмкинлеге булмаған, һиңә хат яҙғайны, мине әсәйем тыйҙы, кешенең тормошон бутама, тип.
– Хат ҡайҙа?
– Әсәйем тартып алып утҡа ташланы. Тәлғәт һине онотмаған, һаман ярата. Ике балаһы булһа ла кире алам, малайым үҙемдеке бит, – ти.
Бибинур апайҙың башы шаңҡып ултыра ла ултыра. Их, яҙмыш! Бына нисек килеп сыға бит...
– Хәҙер ул район үҙәгендә военкоматта эшләй. Әхирәт, нимә уйлайһың?
– Иремде яу йәрәхәттәре ыҙалата. Әле ул ҡала дауаханаһында ята. Минән башҡа яҡын кешеһе юҡ, – ти ул. Битенән күҙ йәштәре тәгәрәй.
Өйөнә ҡайтҡас, Бибинур апай мандолинаһын ҡосаҡлап оҙаҡ ултыра. Уйып яҙылған хәрефтәрҙе һыйпай...
Йылдар үтә тора. Бибинур апайҙың дүрт балаһы булып китә. Өлкән улы Булат үҫеп етә, армияға ла ваҡыт. Әхирәте Шәмсиямал Булат менән килеп китеүен үтенеп хәбәр ебәрә.
– Әхирәт, атаһы Булатты күрергә теләй, – ти хужабикә улар килеп инеү менән.
– Шәмси, ниңә уны алдан әйтмәнең?
Тәлғәт әйтергә ҡушманы, килмәҫ тигәндер.
Күмәкләп сәй эскәс, Шәмсиямал йомош табып сығып китә. Тәлғәт ағай:
– Булат улым, һин матур егет булып үҫкәнһең, әсәйеңә ҙур рәхмәт, һине тәрбиәләгән. Минең ҡатнашлығым булманы, әсәйеңдең икенсе ире рөхсәт бирмәне, – ти.
Бибинур апай менән Тәлғәт ағайҙың йәшлек мөхәббәттәрен хәтерләп, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй.
– Биби, ниңә мине көтмәнең? Теге саҡтағы фотоңды күкрәк кеҫәмдә йөрөтәм, һин һаман да элеккесә матурһың. Донъяла ҡатын-ҡыҙ етерлек, тик һин берәү генәһең, онота алмайым үҙеңде, – тип өҙгөләнә ир кеше. Ул да өйләнгән, ике балаһы бар икән. Шулай йәнәшә ултырып таң аттыралар.
– Һинең бүләк – мандолинаң әле лә бар. Тауышы моңло, зыңлап тора, – тип йылмая Бибинур апай.
– Ул бит минең һағышлы күңелем моңо, – ти Тәлғәт ағай хушлашҡанда.
Улар башҡаса күрешә алмай...
– Артабан ни булды? – тип һорай музейҙа эшләгән ҡыҙыҡай түҙемһеҙлек менән.
– Улар барыһы ла яҡты донъянан киткән инде. Ә бына мандолина бар...
Заманында күпме тойғо, уй-хистәрҙе нәҙек кенә ҡылдар зыңлауы аша донъяға һөйләгәндер тип, ике йөрәктең мәңгелек мөхәббәте билгеһе итеп уйып яҙылған хәрефтәрҙе һыйпайым: “Б.Т.”