Мөхәббәт билдәһе – мандолина24.12.2014
Ауылымда тыуған яҡты өйрәнеү музейы асылған, тип ишеткәйнем инде, тик уның менән танышырға форсат сыҡмай торҙо. Ниһайәт, теләгемә өлгәштем. Мине алсаҡ йөҙ менән ҡаршыланылар. Ҙур ғына залда тарихи ҡомартҡылар, боронғо тормош-көнкүреш әйберҙәре, шәжәрәләр, төрлө экспонаттар теҙелгән, үҙем ҡасандыр танып белгән кешеләрҙең фотолары эленгән. Бына халыҡ музыка ҡоралдары: ҡырлы ҡурай, ҡумыҙҙың төрлөһө, һыбыҙғы һәм башҡалар. Ситтәрәк – мандолина. Уны ҡулыма алдым. Таныш һымаҡ тойолдо. Уйып яҙылған “Б.Т.” тигән ике хәрефте күреп, тәндәрем семерләп киткәндәй булды. “Һине кем килтергән музейға?!” Күҙҙәрем йәшләнде.

– Апай, экспонаттарҙы ҡулға алырға ярамай, – тине музей хеҙмәткәрҙәре.
– Мин был мандолинаны яҡшы беләм, кемдеке икәнен дә әйтә алам, – тинем.
– Беҙгә мәғлүмәт бик кәрәк. Улайһа, һеҙҙән яҙып алайым, һөйләгеҙ әле, – тип үтенде ҡыҙ.
– Әйҙә, – тип мандолинаны ҡулыма ал­дым да аулағыраҡ урынға йүнәлдем. Үҙем ҡо­март­­ҡыны һый­пайым: бу­яу­ҙары тоноҡланған, ҡыл­дары теүәл түгел, сат­наған урындары ла бар. Күпме хәтирә һаҡлай ул, теле булһа һөйләр ине...
– Был – минең уҡытыусым Бибинур апайҙың мандо­лина­һы, – тип һүҙ баш­ланым. – Ә уны апайға һөйгән егете Тәлғәт Ырым­бурҙан һатып алып ҡайтҡан. Бибинур апай ул ваҡытта педучилищела уҡып йөрөгән, мандолинала уйнаған. Шуға ла яратҡан кешеһе уға музыка ҡоралын бүләк иткән. Мәң­гелек мөхәббәт билдәһе итеп, ошо хәрефтәрҙе уйып яҙған: “Б” – Бибинур, “Т” – Тәлғәт. Тәлғәт ағай ши­ғырҙар ҙа яҙған. Апайҙың иҫтәлек дәфтәрендә уҡыным. Нисек яратҡан ул Бибинурын!
Ул саҡта буласаҡ уҡытыусыларҙы мандолинала уйнарға өйрәткәндәр. Миңә белем биргән ағай-апайҙарҙың барыһы ла тиерлек мандолинала уйнай торғайны. Бибинур апай уҡыуын тамамлауға Тәлғәт ағай менән өйләнешәләр. Апай мәктәптә балалар уҡыта башлай. Тиҙҙән ағайҙы әрме хеҙмәтенә саҡыралар. Офи­церҙар әҙерләү курсына ебәрер алдынан Тәлғәт ағай кәләше янына ҡайтып китә. Был саҡта Бибинур апай йөклө була. Тиҙҙән улдары тыуа.
1941 йылда һуғыш башлана. Бибинур апай тыуған ауылына әсәһе, ҡустыһы янына ҡайта. Мәктәптә уҡытып та, колхозда хисапсы булып та эшләй, ғаилә­һен аҫрай. Ҡапыл әсәһе вафат була. Ун ете йәш­лек ҡустыһы үҙ теләге менән һуғышҡа китә. Ул йылдарҙы хәтер­ләгәндә уҡытыусым өндәшмәй ултыра ла: “Иҫләһәң, иҫең китер”, – ти торғайны. Мин уның менән осрашып тор­ҙом. Түрҙә торған мандолина бик тә ҡәҙерле тойола ине, сөнки ул миңә бала сағымды хәтерләтә. Апайы­быҙ йыр дә­ресенә гел генә мандолинаһын алып инә. Үҙе матур йырлай, уйнай, беҙ уға эйәреп йыр­лайбыҙ. Иҫемдә, грузин йыры “Сулико”ны башҡортса йырлай торғайныҡ: “Ҡайҙа һин, минең Сулико-о-о...” Клуб сәхнәһендә лә мандолинаға ҡушылып “Япраҡтары йәшел аҡ ҡайындың”, “Шәл бәйләнем” һәм башҡа йырҙарҙы атҡарҙыҡ.
Уҡытыусыбыҙ беҙҙе бейетә лә торғайны. Дәрестә унан күҙемде лә алмайым. Сәсен тура ярып, ике­нән үреп, матур итеп башына урап ҡуя. Килешле итеп яулыҡ ябы­на. Шуны әйтәм: беҙҙе гел яулыҡлы апайҙар уҡытты, асыҡ түшле күл­дәк кеймә­неләр. Был башҡорт ҡатын-ҡыҙҙа­рының әҙәпле булыуы­нандыр. Бибинур апай бейек үксәле туфлиҙа йөрөнө. Шым ғына уның артынан эйәрәм, эҙҙә­ренә баҫырға тырышам. Их, шулай ҡупшы кейенеп йөрөһәң ине, тип хыялланам. Беҙ, ауыл балалары, йәй буйы ялан аяҡ йө­рөп, табандарыбыҙ ҡатып бөтә, таш йәки быяла ҡырҡһа, тупраҡ һибәбеҙ – ҡанамай. Мәк­тәпкә лә кемдең ниндәй кейеме бар – шуны кейҙе. Туфлиҙы бер-ике үлсәмгә ҙурҙы алалар. Миңә генә түгел, барыһына ла шулай итәләр ине. Әммә шул саҡтарҙы алтын бала сағым тип һағынып иҫкә алам.
Йылдар үткәс, Бибинур апайҙың хәлен бе­лергә барҙым. Әле лә төҫ ташламаған уҡы­тыусымдан:
– Хәҙер ҙә мандолинала уйнайһығыҙмы? – тип һораным.
– Һуңғы ваҡытта уйнағаным юҡ. Мандолинам иҫкерҙе, үҙем ҡартайҙым инде, – тип йылмая. Шунда һораштым мин уйылып яҙылған был хәрефтәрҙең тарихын. Хәҙер үҙе вафат булғанға ла тиҫтә йылдар үткәс, был хәтирәне бәйән итергә булдым. Бибинур апай миңә түбәндәге тарихты һөйләне.
...Тәлғәттең тәүҙә хаттары килгеләне, аҙаҡ туҡтаны. Һуғыш бөттө, һалдаттар ҡайта башланы, ул юҡ. Мин көтәм. Военкоматта ла аныҡ ҡына яуап ала алманым.
Шулай көндәр, айҙар үтә торҙо. Бер кис шәм яҡтыһында күрше инәйгә аяҡ машинкаһында күлдәк тегеп ултырам. Ишек шаҡыйҙар, ас­һам – ҡыҙҙар килеп инде.
– Апай, әйҙә клубҡа барайыҡ. Мандолинала уйнап, беҙҙе бейет әле, – тип ялыналар.
– Эшем күп, улым йоҡлай, ҡурҡыр, бара алмайым, — тиһәм дә, былар өҙмәй ҙә ҡуймай.
– Мин ҡарап торам баланы, һеҙ барығыҙ, – ти күрше ҡыҙы.
– Хәҙер кейенәм дә барырмын, – тинем.
Бибинур апайҙың һылыулығына, ҡупшы­лығы­на ҡарап, ауылда уны “таш ҡурсаҡ” тип йөрөт­кәндәр. Шул кисте ул үҙе лә хәтерҙә ҡалдырған. Аҡ блузка, ҡара атлас итәк, үҙе элмәк менән бәйләгән аҡ берет, аҡ ойоҡ, ҡара ялтыр туфли кейеп клубҡа килеп ингәс, йәш-елкенсәк шымып ҡала. Бибинур апай – абруйлы уҡытыусы, уны бөтә ауыл халҡы ихтирам итә. Апайға ситтәнерәк ултырғыс та әҙерләп ҡуйғандар. Мандолинаһын алдына ҡуя ла уйнай башлай. Тәүҙә “Наза”ны бейейҙәр, унан “Золотой ритайым”, аҙаҡ парлы бейеү, ҡапма-ҡаршы йырлашып бейеү, “Өс таған” һәм башҡа уйындар ҡыҙа бара.
Шул мәл ишектән мыҡты кәүҙәле офицер формаһын­дағы бер егет килеп инә. Уның күкрәген ике орден һәм ми­ҙалдар биҙәй. Фронтовик икә­не күренеп тора. Был ауыл­дыҡы түгел, еңгәһе ҡыҙ күҙләргә алып кил­гән булған. Һуғышты башынан аҙағына тиклем кискән командир икән. Ауылда еткән һылыу ҡыҙҙар күп, ә егеттәр һирәк-һаяҡ ҡына. Фронтовик матур ҡыҙҙарға һоҡланып ҡарап тора.
– Йә, кемеһе оҡшай? – ти еңгәһе. – Бы­ныһы Ғәбиҙә, апаһы Зәлифә, тегеһе Мөс­лимә, һайла, бынамын тигән егәрле, донъя көтөрҙәй ҡыҙҙар.
Егерме биш йәштә генә булһа ла, сәсе саллана башлаған егет ашыҡмай ғына тора бирә. Бына мандолина туҡтай. Ҡыҙҙар Бибинур апайҙы уратып ала:
– Апай, тағы саҡ ҡына уйна инде.
– Юҡ, ҡыҙҙар, иртәгә дәрескә, улым уян­ғандыр, – тип ул сығып китә.
Егет уның артынан йүнәлә. Ҡатын еңел генә атлап урам буйлап китә. Кейеме генә ағарып күренә. Егет еңгәһенән был ҡыҙҙың кемлеге хаҡында һорай.
– Һиңә ҡулай түгел. Бисә кеше, малайы бар, иренән хәбәр юҡ, – ти еңгәһе, – Ана, ҡыҙҙарҙы күҙлә.
Егет ҡайтыу яғына ыңғайлай. Йоҡларға ятҡас та теге аҡ беретлы матур ҡатын күҙ алдынан китмәй. Ҡыҙҙар бейей, ә ул уйсан ҡарашын иҙәнгә төбәгән дә мандолина ҡыл­дарын сиртә генә, бармаҡтары йүгереп тора. “Их, була бит шундай ҡатындар!” – тип ҡуя ул. Иртәнсәк еңгәһенә: “Мине кисәге мандолинасы ҡатын менән таныштыр”, – ти. Еңгәһе ҡәй­нешен әрләп ташлай: “Ул һиңә кәрәкмәй, олораҡ та, балаһы бар, ире ҡайтып төшөр...”
Бер көн Бибинур апайҙың өйөнә теге еңгәй килеп инә һәм уға хат тоттора. Яңы уҡыу йылы башланыуға иһә тәүәккәл яугир Бибинур апайҙы үҙенең ауылына алып ҡайта. Бына шулай итеп беҙҙең ауылдың ете йыллыҡ мәктәбенә яңы уҡытыусы килде. Ул бер нисә фәнде алып барҙы. Йәш ғаилә мәктәптең бер яҡ башындағы бүлмәлә йәшәй башланы. Тиҙҙән уларҙың игеҙәк ҡыҙҙары тыуҙы. Бер мәл балаларын алып Бибинур апай тыуған яғына ҡунаҡҡа ҡайта. Уны яҡын әхирәте Шәмсиямал үҙҙәренә саҡыра. “Әхирәт, Тәлғәт килеп китте бит”, – тип шаҡ ҡатырғыс яңылыҡ әйтә Шәмсиямал. “Нисек, ҡасан?!” – Бибинур ни әй­тергә лә белмәй телһеҙ ҡала.
– Һине эҙләп килгән. Оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Кейәүгә сыҡҡаныңды ишеткән, шу­лай ҙа килгән. Алыҫ Көнсығышта хеҙмәттә булған, хат яҙған ул, яуап алмаған. Аҙаҡ мөмкинлеге булмаған, һиңә хат яҙғайны, мине әсәйем тыйҙы, кешенең тормошон бутама, тип.
– Хат ҡайҙа?
– Әсәйем тартып алып утҡа ташланы. Тәлғәт һине онотмаған, һаман ярата. Ике бала­һы булһа ла кире алам, малайым үҙемдеке бит, – ти.
Бибинур апайҙың башы шаңҡып ултыра ла ултыра. Их, яҙмыш! Бына нисек килеп сыға бит...
– Хәҙер ул район үҙәгендә военкоматта эшләй. Әхирәт, нимә уйлайһың?
– Иремде яу йәрәхәттәре ыҙалата. Әле ул ҡала дауаханаһында ята. Минән башҡа яҡын кешеһе юҡ, – ти ул. Битенән күҙ йәштәре тәгәрәй.
Өйөнә ҡайт­ҡас, Бибинур апай мандо­ли­наһын ҡосаҡлап оҙаҡ ултыра. Уйып яҙыл­ған хә­реф­тәр­ҙе һый­пай...
Йылдар үтә тора. Бибинур апайҙың дүрт бала­һы булып китә. Өлкән улы Булат үҫеп етә, армияға ла ва­ҡыт. Әхирәте Шәмсиямал Булат менән ки­леп китеүен үте­неп хәбәр ебәрә.
– Әхирәт, атаһы Булат­ты күрергә те­ләй, – ти хужабикә улар килеп инеү менән.
– Шәмси, ни­ңә уны алдан әйтмәнең?
Тәлғәт әйтергә ҡушманы, килмәҫ тигәндер.
Күмәкләп сәй эскәс, Шәмсиямал йомош табып сығып китә. Тәлғәт ағай:
– Булат улым, һин матур егет булып үҫкәнһең, әсәйеңә ҙур рәхмәт, һине тәр­биә­ләгән. Минең ҡатнашлығым булманы, әсә­йеңдең икенсе ире рөхсәт бирмәне, – ти.
Бибинур апай менән Тәлғәт ағайҙың йәшлек мөхәббәттәрен хәтерләп, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй.
– Биби, ниңә мине көтмәнең? Теге саҡтағы фотоңды күкрәк кеҫәмдә йөрөтәм, һин һаман да элеккесә матурһың. Донъяла ҡатын-ҡыҙ етерлек, тик һин берәү генәһең, онота алмайым үҙеңде, – тип өҙгөләнә ир кеше. Ул да өйләнгән, ике балаһы бар икән. Шулай йәнәшә ултырып таң аттыралар.
– Һинең бүләк – мандолинаң әле лә бар. Тауышы моңло, зыңлап тора, – тип йылмая Бибинур апай.
– Ул бит минең һағышлы күңелем моңо, – ти Тәлғәт ағай хушлашҡанда.
Улар башҡаса күрешә алмай...
– Артабан ни булды? – тип һорай музейҙа эшләгән ҡыҙыҡай түҙемһеҙлек менән.
– Улар барыһы ла яҡты донъянан киткән инде. Ә бына мандолина бар...
Заманында күпме тойғо, уй-хистәрҙе нәҙек кенә ҡылдар зыңлауы аша донъяға һөйлә­гәндер тип, ике йөрәктең мәңгелек мөхәббәте билгеһе итеп уйып яҙылған хәрефтәрҙе һыйпайым: “Б.Т.”




Вернуться назад