Етмештәге лә сабый, етеләге лә сабыйБалалар менән “мәж” килеп ашарға бешерәбеҙ, улым картуф әрсегән арала мәктәп яңылыҡтарын һөйләй, ҡыҙым кишер ҡыра, мин ит турайым. Шул саҡ күршелә йәшәгән Заһира инәй ҡобараһы осоп, “ах” та “ух” килеп инде.
– Лилиә, улым аварияға эләккән тип шылтыраттылар. Хәле насар, ти, мә һөйләш әле, – тип инәй ултырғысҡа ултырҙы ла кеҫә телефонын һондо. Мин һуңғы йыйылған һандарҙы ҡарап, шылтырата башланым. Тик бәйләнешкә инеп булмай. Инәйҙән нимә булғанын һорашам, ул ҡурҡыуҙан йүнләп бер нәмә лә әйтә алмай.
– Юлда торабыҙ, аварияға осраныҡ. 50 мең һум аҡса кәрәк, хәҙер килеп алабыҙ. Малайың аңын юғалтты, аҡса бирмәйенсә “Ашығыс ярҙам” саҡырмайбыҙ, тинеләр. Балаң үлергә ятҡанда аҡса ҡайғыһымы ни! Йыя башлаған 60 мең һум аҡсам бар. Ни килен трубкаһын алмай, ни ейәнсәрем уҡыуҙалыр инде, – тип илауланы Заһира инәй.
Ҡурҡыштан беҙ бер килке телефонға ҡарап ултырҙыҡ. Бына-бына шылтыратырҙар тип көттөк. Ул арала бер аҙ тыныслана төштөм дә инәйҙең улы Сабир ағайға шылтыратырға булдым. Уның телефонына шылтыратһаң, өҙөк тауыштар ғына ишетелә, ә бына минекенән шылтыратыу китте.
– Алло, Сабир ағай, һаумы, хәлдәрең нисек?
– Ә, Лилиә, һаумы! Хәлдәр ни, ашауға ҡарап. Былай Аллаға шөкөр. Әсәйгә бер-бер хәл булдымы әллә?
– Юҡ, ул беҙгә инде, хәҙер сәй эсәбеҙ. Һеҙ Заһира инәй менән үҙегеҙ һөйләшегеҙ, аңлатыр, – тип трубканы күршемә бирҙем. Бына-бына йығылырға торған инәйҙең йөҙөнә ҡан йүгерҙе, хәл инде. Аллаға шөкөр, улы иҫән-һау. Инәйҙе алдарға теләгән ҡәбәхәттәрҙе әрләй-әрләй сәй эстек. Тәүҙә Сабир ағай менән Заһира инәй хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә уҡталдылар ҙа һуңынан был уйҙарынан кире төңөлдө.
Алдаҡ юл менән байығырға теләүселәрҙең намыҫы бөтөнләй юҡтыр, күрәһең. Донъя хәлен кем белә, ҡайғырып, кешенең йөрәге тоторға ла мөмкин. Ғөмүмән, илдә оло кешеләрҙе алдау осраҡтары йышайғандан-йышая. Был, берҙән, өләсәй-олатайҙарыбыҙҙың совет заманында формалашҡан холоҡ-фиғеленә лә, оло йәштәгеләрҙең ышаныусан булыуына ла бәйле. Етмештәге лә — сабый, етеләге лә сабый, тип юҡҡа ғына әйтмәгән халыҡ. Оло йәштәгеләрҙе алдау осраҡтары тураһында матбуғатта күп яҙыла, хоҡуҡ һаҡлау органдары өсөн иһә был хәл күптән баш ауырыуына әйләнгән, ләкин, иҫкәртеүҙәргә, мәҡәләләр баҫылыуына ҡарамаҫтан, алданыусылар һаны кәмемәй. Байрамдар мәлендә айырыуса һаҡ булыу мөһим. Мәҫәлән, былтыр май байрамдары алдынан мутлашыусылар әүҙемләшә. Ветерандар советынан, социаль хеҙмәттән килгән кешеләрҙең документтарын мотлаҡ тикшерергә кәрәк. Иң яҡшыһы – был хеҙмәттәрҙең телефонын ҡул аҫтында тотоу һәм кешене фатирға индерер алдынан уның ниндәй районда, ҡайҙа эшләүен һорашып, телефондан ысынлап та социаль хеҙмәткәр булыу-булмауын тикшереү фарыз. Биш минут бер нәмә лә хәл итмәй.
Алдау юлдары бихисап. Мәҫәлән, бөхтә кейенгән, күркәм ҡатын, пенсионерҙарға байрамға ҡарата 1500 һум аҡса биреү ҡаралған тип, фатирҙан фатирға йөрөгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, биш меңлектәр генә бирҙеләр, банкта аҡса юҡ, ваҡлатып бирегеҙ, тип пенсионерҙың “ҡара көнгә” тип һалып ҡуйған аҡсаһының ҡайҙа ятыуын белеп, уны албырғатып, айҙар, йылдар буйы өлкән кешенең ашарын ашамай, кейерен кеймәй йыйған аҡсаһын урлау осраҡтары йыш булған. Был схеманы уғрылар гел ҡуллана. Шуға абай булыу фарыз. Һуңынан бурҙың юлына төшөүе ҡыйын, сөнки пенсионер аҡсаһының юғалғанын шунда уҡ күрмәй һәм, бер нисә тапҡыр өйөн йыйыштырып, эҙҙәрҙе һөртөп ала, уғрының ҡиәфәтен дә яҡшылап хәтерләмәй. Хоҡуҡ һаҡлау органдарына бурҙың эҙенә төшөү күпкә ауырлаша. Ә ҡара уйлылар шунан файҙалана ла. Яңғыҙ йәшәгән өлкәндәрҙең фатирын тартып алыу осраҡтары йыш ҡабатлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙ балалары, ейәндәре тарафынан алданыусылар ҙа бар. Оло кешенең һаулығы ҡаҡшауы, бер ҡатлылығынан файҙаланып, төрлө юл менән фатирҙы һатыу, бүләк итеү, мираҫҡа ҡалдырыу документтарына ҡул ҡуйҙыралар. Һуңынан был эштең алдаҡ юл менән башҡарылғанын иҫбат итеүе ауыр, сөнки документтарҙа хужаның ысын ҡултамғаһы тора, уны бер кем дә мәжбүри ҡуйҙырмаған. Республика буйынса бындай енәйәттәр йыш күҙәтелә. Шуларҙың бер нисәһенә туҡталып китәйек.
Ҡараҡ күҙенә ҡараңғы танһыҡБаш ҡаланың Ленин районындағы һөнәрселек лицейҙарының береһендә белем алған 17 йәшлек студент пенсионер инәйҙең аҡсаһын урлай.
Сығышы менән Благовещен ҡалаһы егете Рөстәм Өфөгә тегенсегә уҡырға килә. Студент халҡының аҡсаһы ғүмерҙә лә стипендиянан стипендияға тиклем йәшәүгә етмәй, әлбиттә. Был юлы ла бер нисә көндә елгә осҡан кеүек юҡ була. Дуҫтарында оҙағыраҡ ултырып ташлаған егеттең дөйөм ятаҡҡа ҡайтып етерлек тә аҡсаһы ҡалмай. Күңелһеҙ уйҙарға бирелеп китеп барғанда, тын һәм ҡараңғы урамда яңғыҙ инәй осрай. Берәү ҙә күрмәгәндә егет тегенең ҡулынан сумкаһын эләктереп ҡаса. Инәй шунда уҡ полицияға мөрәжәғәт итә, ә бур урамда торған автомобилдәр араһына боҫа. Уны тиҙ табалар. Енәйәт эше ҡуҙғатыла, ләкин күңелһеҙ хәл бының менән генә тамамланмай. Егетте һорау алыуға йәнә эске эштәр идаралығына саҡыралар. Бында ул кискә тиклем ултыра, һорауҙарға яуап бирә, әммә һуңынан ҡайтырға ашыҡмай. Өфө урамдарын ҡыҙырып сығып китә лә йәнә бер ҡатындың сумкаһын урлай. Был юлы ла уның ҡайҙа йәшеренеүен күреүселәр табыла. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре егетте шунда уҡ ҡулға ала. Ҡулың менән эшләгәнһең, иңең менән күтәр, тиергә ҡала Рөстәмгә.
Киң күңеллелеге 300 мең һумға төшәӨфөлә йәшәүсе 72 йәшлек инәй аҙыҡ-түлек алырға тип баҙарға юллана. Ҡайтып барғанда уның менән таныш булмаған ике ир һөйләшә башлай, ауыр сумкаларын өйөнә тиклем алып барып ҡуялар.
Юл ыңғайы инәйгә ауыр хәлгә тарыуҙарын бәйән итәләр. Йәнәһе, уларға тип Өфөгә бер фура тауар алып килгәндәр. Ундағы аҙыҡ-түлек серей башлаған, ә түләргә аҡсалары етмәй. Һаҡлыҡ кенәгәләрендә аҡса бар ҙа, документтары юғалған... Кемгә мөрәжәғәт итергә белмәй “аптырай” икән коммерсанттар. Киң күңелле инәй, егеттәрҙе йәлләп, банкта ятҡан 300 мең һум аҡсаһын быларға үтескә биреп тора. Береһе ярҙамсыл инәйгә расписка ла яҙып ҡалдыра. Тик, һуңынан асыҡланыуынса, был ҡағыҙҙа үҙе тураһында бер мәғлүмәт тә ҡалдырмаған. Һөйләшелгән ваҡытта аҡса ҡайтарылмай, бурыслы коммерсанттарҙың телефоны яуап бирмәгәс, инәй хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә.
Хәйләкәргә ышанып, ҡатыға ултырған85 йәшлек Иван Гаев утыҙ йыл дауамында һәр пенсияһынан аҙлап ҡына булһа ла аҡса йыйып барған. Бер көн бабай магазинға китеп барғанда, уны таныш булмаған ир ҡыуып етә. Ул бабайға нимә һөйләгәндер, әммә ярты сәғәт аралашыуҙан һуң улар, күптәнге таныштар һымаҡ эскәмйәгә ҡунаҡлап, гәп һата башлай.
Был ир Өфөгә үҙенең йәшлек дуҫына килгән, йәнәһе. Кис ҡала урамдары буйлап йөрөгәндә уны талағандарын, документтарын, аҡсаһын урлауҙарын һөйләй. Бәхеткә күрә, машинаһында билдәле итальян рәссамының картинаһы бар икән. Был ҡиммәтле әйберҙе ул Өфөгә һатырға алып килгән, йәнәһе. Тик машинала һаҡлау хәүефле, танышына ҡалдырып китер ине, уныһы өйҙә юҡ.
– Әйҙә, бабай, картинаны кискә тиклем һиндә ҡалдырып торам, – ти был ир. Бабай ризалаша. Уның өйөнә китеп барғанда “ҡапыл” теге үҙенең таныштарын осрата. Улар ҙа Өфөгә эш буйынса килгән икән. Бына һиңә мә! Тау менән тау осрашмай, кеше менән кеше осраша. Билдәле бизнесмендар икән, ләкин бына ни ғәләмәт, уларҙың да аҡсалары менән документтарын урлағандар ҙа баһа! Хәҙер банк аша аҡса ебәрер өсөн һаҡлыҡ кенәгәһе булған кеше кәрәк. Берәүҙең дә ярҙам иткеһе килмәй. Заманаһы шулай шул. Бер-беребеҙгә бүрегә ҡараған һымаҡ ҡарайбыҙ, тип уфтана ирҙәр. Иван Гаев был һөйләшеүҙе тыңлап тора ла үҙен бер ҙә бүре ролендә күргеһе килмәй башлай. Ярҙам итергә әҙер булыуын белдерә. Егерме минуттан бабайҙы банк тупһаһына алып килеп тә ҡуялар. “Һинең аҡсаң менән беҙҙекен бутамайыҡ, үҙеңдекен әлегә алып тор. Һуңынан алдаҡсы сифатында ҡалып ҡуймайыҡ, һин беҙгә ярҙам итәһең, Алла һаҡлаһын, бур булып ҡалғы килмәй”, – тип ышандыралар. Банктан аҡсаһын алғас, Иван Алексеевичтың күңелендә, мине алдамайҙармы икән, тигән шик тыуа. Ул “бизнесмендар” күрмәгән арала банктан тайыу яғын ҡарай, ләкин бабайҙы тиҙ үк ҡыуып етәләр. “Ҡурҡма, беҙгә һинең аҡсаң кәрәкмәй. Иң мөһиме – үҙебеҙҙекен алыу. Оло кешенең һуңғы аҡсаһын тартып алырға беҙ һиңә хайуанмы ни”, – тип һалпы яғына һалам ҡыҫтырып, бабайҙы машинаға ултырталар. Шул саҡ “бизнесмендарға” сит илдәге партнерҙары шылтырата. Йәнәһе лә, көн кискә ауышҡан, аҡсаны ваҡытында күсереп өлгөрә алмайҙар, мөмкин булһа, кемдәндер бурысҡа аҡса алып торорға кәрәк. Ҡыҙыу-ҡыҙыу һөйләшеүҙән һуң ябай юл табалар – бабай, аҡсаңды үтескә биреп тор!
– Паспорттарығыҙҙы залогка ҡалдырығыҙ, – ти Иван Алексеевич.
– Һуң, документтарҙы урланылар тип торабыҙ бит! Беҙҙең дуҫтың ҡыйбатлы картинаһы һиндә! Шул залог булһын, – тиҙәр. Өҫтәп кемдең кәҫәһендә ниндәй алтын-көмөшө бар, шуны сисеп-йыйып бирәләр. Бабай яңы дуҫтарына ышана һәм банктан алған 175 мең һумын бурҙарға тоттора. Енәйәтселәр уны хатта өйөнә лә оҙатып ҡуймай. Бабай биргән аҡсанан таксиға тип 100 һум ғына бирәләр…
Ҡайтҡас, Иван Алексеевич хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә. Билдәле итальян рәссамының картинаһы тигәне бары тик 500 һумлыҡ репродукция, алтын-көмөш тигәндәре осһоҙ бижутерия булып сыға. Был ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Хәйләкәр уғрыларҙы табырҙар тип ышанғы килә.
Лилиә НУРЕТДИНОВА