Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Берәгәйле һүҙ оҫтаһы
Берәгәйле һүҙ оҫтаһы Башҡортостанда ғына түгел, төр­киәт­тә, тел ғилеме өлкәһендә киң танылыу алған ғалим Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы Әхтәмовҡа 85 йәш тулды. Уҡытыусым, хеҙмәттәшем, абруйлы шәхес башҡар­ған эштәрҙе барлауҙы маҡсат итеп ҡуймайым: уның фәнни хеҙмәттәре, тел өлкәһендәге асыштары быға мохтаж түгел. Бөйөклөктөң ғи­лемдә икәнлегенә тағы ла бер ҡабат инан­дырған кеше ул Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы.

Әйт­кәндәй, байрам алдынан ғына филология фәндәре докторы М.Х. Әх­тә­мов менән физика-математика фәндәре докторы А.М. Әхтә­мовтың авторлы­ғында “Календарь һәм һына­мыштар” тигән фән­ни-популяр баҫ­ма донъя күрҙе.
“Ғалим булһаң, ға­ләм – һинеке” ти­гәндәй, Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы гиҙгән фән ғаләме иф­рат киң. Әле телгә алын­ған хеҙмәт тә шул тәрәнлекте тасуирлауы менән айырым иғти­бар­ға ла­йыҡ. Бөгөн Рәсәй фәнендә этно­лин­гвис­тика, фольклористика һәм сағыштырма-тарихи тел ғилеме берлеге төп урын биләй, көнүҙәк йүнәлештәрҙән һанала. Бындай алым халыҡ телен аралашыу сараһы ғына түгел, ә тәү сиратта милли үҙенсәлек, рухи байлыҡ булараҡ өйрә­неү маҡсатына бәйле. Шуныһы мәғлүм: тел, мәҙәниәт һәм тарих айырылғыһыҙ ҡушылма – континиум – барлыҡҡа килте­рә. Ошонан сығып ҡарағанда, һүҙҙең ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт һаҡлауы һәм тапшырыуы ғына түгел, үҙ эсенә уй, фекер, мәҙәниәт, тарих үҙенсәлектәрен дә һыйҙырыуы бәхәсһеҙ.
Кеше ғүмере буйына донъяны танып белергә тырыша, аңы аша үткәрә, үҙләштереү тәжрибәһен нығыта, уны киләсәк быуын вәкилдәренә тапшыра. Тәү ҡарашҡа беҙҙе уратып алған тирә-йүн бер төрлө кеүек: ҡояш, ай, йондоҙ­ҙар, урман, йылға… Ләкин һәр халыҡ донъяны үҙенсә ҡабул итә, күрә, ошонан сығып, теге йәки был күренешкә атама бирә, ниндәйҙер һығымталарға килә. Биләмәһе, теле, килеп сығышы уртаҡ булған кешеләр төркөмө быуаттар дауамында матди һәм рухи байлыҡ тыуҙыра, уны артабан үҫтереү, камиллаштырыу өсөн киләһе быуын­дарға тапшыра, тәжрибә уртаҡлаша. Ошо йәһәттән ҡара­ғанда, башҡорт халҡының ғорурланыр­лыҡ үҙенсәлекле тарихи ҡомартҡылары (Арҡайым, Өфө-II ҡаласыҡтары ғына ни тора!), фольклор материалдары, “Урал батыр” эпо­сы һәм башҡалар – башҡорт­тоң бик боронғо халыҡ икәнлеген иҫбатлаған, бер ниндәй бәхәскә урын ҡалдырмаған дәлил.
Ғалимдарҙың ошо ерҙе төйәк иткән халыҡтың, йәғни башҡорт ырыуҙарының тарихы Көньяҡ Урал, Башҡортостандың Европа менән Азияны тәрәнерәк танып белергә, Евразияны күҙ алдына килте­реү өсөн был төбәкте өйрәнеү мөһим тигән фекере үтә лә әһәмиәтле. М.Х. Әхтәмовтың ошо һүҙлеген ҡулла­нып, киләсәктә урал-алтай мөнәсәбәт­тәренә бәйле хеҙмәттәр ҙә донъя күрер тигән фекерҙәбеҙ.
Кешенең билдәле бер этник йәм­ғиәткә ҡарауы уның донъяны ҡабул итеү, ваҡиғаларҙы баһалау үҙенсәлегенә ты­ғыҙ бәйле. Был ғалимдар тарафынан иҫбатланған. Һүҙ мәғәнәһенең милли-мәҙәни компоненты тел кимәлдәренең барлыҡ берәмектәренә лә хас. Тап ошо күҙлектән, йәғни этномәҙәни, этнолин­г­во­мәҙәни йәһәттән ҡарағанда ла, “Ка­лен­дарь һәм һынамыштар” тигән фән­ни-популяр баҫманың әһәмиәте ба­һалап бөткөһөҙ. Ул, этнолингвистиканың танып белеү һәм аралашыу йүнәлеш­тәренә лә тулыһынса тап килеп, баш­ҡорт халҡының донъяны ҡабул итеү, күҙәтеүсәнлек тәжрибәһен киләсәк бы­уын­дарға тапшырыу кеүек ҡабатланмаҫ өлгөләрен тасуирлауға арналған.
Бындай характерҙағы хеҙмәттәрҙең методологик нигеҙен мөһим лингвофилософик тәғлимәттәр – тел һәм мәҙә­ни­әт, форма менән йөкмәткенең диалек­тик берлеге һ.б. – тәшкил итә. “Календарь һәм һына­мыштар” хеҙмә­тен­дә баш­ҡорт теле материалы этнолинг­во­мәҙәни йә­һәттән күҙәтелеп, уҡыу­сы­ларға етке­релә. Ғөмү­мән, ул – этнолингвис­тика мәсьәлә­ләре менән ҡыҙыҡһын­ған­дар өсөн бик тә кәрәкле, ваҡытлы донъя күргән әсбап. Бай һәм аныҡ мәғлүмәткә нигеҙләнгән булыуы баһаһын бермә-бер арттыра.
Ғалимдарға, студенттарға, педагог­тарға, уҡыусыларға тәғәйенләнгән “Календарь һәм һынамыштар” башҡорт теленең метеорологик лексикаһының нығынған бер күренеш булыуы, Урал тәбиғәтенең үҙенсәлеге, унда борон-борондан ғүмер кисергән башҡорт халҡы­ның хеҙмәт эшмәкәрлеге, көнкүреше һәм башҡалар тураһында бәйән итә. Ата-бабабыҙ элек-электән тәбиғәт менән тығыҙ бәйләнештә йәшәгән, шул рә­үешле телебеҙҙә миҙгел, һауа шарттарына бәйле бик күп һүҙ, атама барлыҡҡа килгән. Уларҙы этнолингвистик, этно­мәҙәни йәһәттән өйрәнеү мөһим. Ғәмәли күҙлектән сығып ҡарағанда, гидромет белдереүҙәрендә ҡулланырға кәрәклеге лә асыҡ аңлашыла. Был өлкәлә республика телевидениеһы һәм радиоһы урыҫ теленән тәр­жемә биреү менән сикләнә. Бер генә миҫал: “Календарь һәм һына­мыш­тар”ҙың бер бүлеге “Һауа торо­шоноң ынйыҡ булыу бил­дәләре”нә бағышлана (ынйыҡ – һалҡын ямғырлы, йонсоу көн, ҡара: “Башҡорт теленең аңлат­ма­лы һүҙлеге, II том). Үҙен­сәлекле хеҙмәт телебеҙҙәге һауа торошон сағыл­дырған терминдар һүҙлегенә тәғә­йен мәғлүмәт туплауы менән дә иғтибарҙы йәлеп итә.
Киләсәктә мәктәптә һәм төрлө уҡыу учреждениеларында башҡорт телен өй­рән­гәндә “Календарь һәм һына­мыш­тар” педагогтарға ла, уҡыусыларға ла таяныс булыр, быуаттарҙан килгән ха­лыҡ аҡылын һәм тәжри­бәһен файҙа­ланыу бала­ларҙы халыҡ йолалары рухында тәрбиәләүгә ярҙам итер. Тел, тарих, география, биология һәм башҡа предметтар буйынса тематик экскурстар өсөн дә баһалап бөткөһөҙ файҙалы ҡулланма ул.
“Ер күрке – иген, ир күрке – ғилем” тигәндәре хаҡ. Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы Әхтәмовтың, ихтирамлы остазыбыҙ, кү­ре­некле фән эшмәкәре, киң билдәле тел ғалимы, төркиәтсенең, күркәм байрамын ошондай тағы ла бер ҡиммәтле рухи хазина, киң ҡатлам уҡыусыларына тә­ғәйен­ләнгән әсбап менән ҡаршылауы һөйөндөрә. Хеҙмәттәрегеҙҙең халыҡсан­лығы, үҙегеҙҙең ныҡышмалығығыҙ таң ҡалдыра, Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы! Дан, шөһрәт, дәрәжә артынан ҡыумауығыҙ, тел хазинаһы менән халҡыңды ҙурла­уығыҙ, уны башҡаларға танытыуығыҙ ме­нән олпатһығыҙ, һәр хеҙмәтегеҙ һәй­кәлгә торошло, тиһәң дә яҙыҡ бул­маҫ. Яңынан-яңы китаптарығыҙ ал­дағы көн­дәрҙә лә донъя күрһен!


Зөбәржәт ШӘЙХИСЛАМОВА,
БДУ-ның башҡорт тел ғилеме һәм этномәҙәни белем биреү кафедраһы доценты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә