Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Автобус яна! Кем ғәйепле?
Өфө ҡала маршруттарындағы транспорттың торошо, халыҡты хеҙмәтләндереү кимәле күптәрҙе борсой. Күберәк табыш алыу маҡсатынан автобус водителдәре аҙым һайын ҡағиҙәне боҙа: тиҙлекте арттыра, бер-береһенең юлын киҫә, рөхсәт ителмәгән урында пассажирҙарҙы төшөрә... Кисә генә үҙем күңелһеҙ ваҡиғаның шаһиты булдым.
Иртәнге сәғәт 8-ҙә Сипайлово биҫтә­һе­нән телеүҙәккә йөрөгән 255а маршру­тының “ПАЗ” автобусына ултырҙым. Салонда халыҡ шығырым тулы. Өс туҡталыш уҙғандан һуң автобуста газ еҫе һиҙелә башланы. Кемдер, быға түҙә алмай, тәҙрәне асыуҙы үтенде. Ләкин еҫ бөтмәне. “Нур” театры” туҡталышынан ҡуҙғалып киткәндә хәл киҫкен ине.
– Автобусты туҡтатығыҙ! Мин сығам! – тип ҡысҡырҙым ахырҙа.
– Саҡ ҡына түҙә алмайһыңмы? Хәҙер “Ростов урамы”нда төшөрһөң, – тип екеренде водитель.
– Хәҙер үк туҡтатығыҙ! Тын алыуы ҡыйын! – тигәс, ул автобустың тормозына баҫты. Шул саҡ пассажирҙар кемуҙарҙан йүгереп салондан сыға һалды. Инде бөтәһе лә сығып бөткәс, нимәлер шартланы ла “тимер ат” гөлтләп яна башланы. “Һә” тигәнсә автобусты көслө ялҡын ялмап алды. Тирә-яҡҡа ҡуйы ҡара төтөн таралды...
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай күңелһеҙ осраҡ Өфөлә тәүгеһе түгел. Йә тегендә автобустың бәрелеүе, йә бында юл ур­та­һында янып китеүе тураһында йыш ишетеп, күреп торабыҙ. Шуныһы эсте бо­шо­ра: аҙым һайын ҡағиҙәне боҙған эшҡыуар­ҙар­ға ҡарата бер ниндәй ҙә етди сара ҡул­ланылмай. Ҡала маршруттарын йө­рөт­кән малтабарҙар халыҡ хәүеф­һеҙ­ле­ген хәстәрләп бармай. Уларҙың төп маҡ­саты – күберәк килем алыу. Води­телдәрҙең арып, хәрәкәт барышында йоҡ­лап киткән осраҡтары ла булғылай. Автобустың техник торошон да күҙәтеүсе юҡ.
Өфөлә халыҡты ташыған эшҡыуар­ҙарҙың был башбаштаҡлығына күптән нөктә ҡуйырға кәрәк. Әллә тәртип булдырыу өсөн фажиғәлә кешеләрҙең мотлаҡ күпләп үлеүе кәрәкме?!




Автор: И. ҒӘЙНУЛЛИН. Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә