Автобус яна! Кем ғәйепле?20.12.2014
Өфө ҡала маршруттарындағы транспорттың торошо, халыҡты хеҙмәтләндереү кимәле күптәрҙе борсой. Күберәк табыш алыу маҡсатынан автобус водителдәре аҙым һайын ҡағиҙәне боҙа: тиҙлекте арттыра, бер-береһенең юлын киҫә, рөхсәт ителмәгән урында пассажирҙарҙы төшөрә... Кисә генә үҙем күңелһеҙ ваҡиғаның шаһиты булдым.
Иртәнге сәғәт 8-ҙә Сипайлово биҫтәһенән телеүҙәккә йөрөгән 255а маршрутының “ПАЗ” автобусына ултырҙым. Салонда халыҡ шығырым тулы. Өс туҡталыш уҙғандан һуң автобуста газ еҫе һиҙелә башланы. Кемдер, быға түҙә алмай, тәҙрәне асыуҙы үтенде. Ләкин еҫ бөтмәне. “Нур” театры” туҡталышынан ҡуҙғалып киткәндә хәл киҫкен ине.
– Автобусты туҡтатығыҙ! Мин сығам! – тип ҡысҡырҙым ахырҙа.
– Саҡ ҡына түҙә алмайһыңмы? Хәҙер “Ростов урамы”нда төшөрһөң, – тип екеренде водитель.
– Хәҙер үк туҡтатығыҙ! Тын алыуы ҡыйын! – тигәс, ул автобустың тормозына баҫты. Шул саҡ пассажирҙар кемуҙарҙан йүгереп салондан сыға һалды. Инде бөтәһе лә сығып бөткәс, нимәлер шартланы ла “тимер ат” гөлтләп яна башланы. “Һә” тигәнсә автобусты көслө ялҡын ялмап алды. Тирә-яҡҡа ҡуйы ҡара төтөн таралды...
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай күңелһеҙ осраҡ Өфөлә тәүгеһе түгел. Йә тегендә автобустың бәрелеүе, йә бында юл уртаһында янып китеүе тураһында йыш ишетеп, күреп торабыҙ. Шуныһы эсте бошора: аҙым һайын ҡағиҙәне боҙған эшҡыуарҙарға ҡарата бер ниндәй ҙә етди сара ҡулланылмай. Ҡала маршруттарын йөрөткән малтабарҙар халыҡ хәүефһеҙлеген хәстәрләп бармай. Уларҙың төп маҡсаты – күберәк килем алыу. Водителдәрҙең арып, хәрәкәт барышында йоҡлап киткән осраҡтары ла булғылай. Автобустың техник торошон да күҙәтеүсе юҡ.
Өфөлә халыҡты ташыған эшҡыуарҙарҙың был башбаштаҡлығына күптән нөктә ҡуйырға кәрәк. Әллә тәртип булдырыу өсөн фажиғәлә кешеләрҙең мотлаҡ күпләп үлеүе кәрәкме?!