Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һинең менән һәм һинһеҙ...
Һинең менән һәм һинһеҙ... Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, журналист-публицист, яҙыусы Рәүеф Насировтың вафатына ете ай булды. Бергә ғүмер ите­үе­беҙгә 55 йыл тулырға бер ай ҙа өс көн ҡалғас, ба­ҡый­лыҡҡа күстең. Бе­рәүҙең ғүмере­нә тиң ва­ҡытты парлы йәшәп, ба­­ла­лар үҫтереп, ҡарт­лыҡты үткәр­гәндә һине юғалтыу ауыр кисерелде. Ярай әле, уй ти­гән нәмә бар, уның яр­ҙамында бер­гә саҡ­тың бәхетле мәл­дәрен гиҙәм.
Бына әле лә, йәшлек осорона ҡай­тып, ярты быуаттан ашыу ғүмерҙе күҙ алдынан үткәреп ултырам. Ул саҡта һинең тормош багажыңда өс йыл әрме хеҙмәте ме­нән урта, ә мин­дә — туғыҙ класс белем. Ике­беҙгә йәм­ғеһе – ете йыл хеҙмәт стажы. Ғаилә тормошон шулай ҡороп ебәр­ҙек. Уҡырға теләге­беҙ ҙур ине, шун­лыҡ­тан ике балалы булғас, һин Стәр­летамаҡ педагогия институтына инеп, өсөнсө курс­тан һуң Свердлов­скиҙағы М. Горький исемен­дәге Урал дәүләт универси­тетының журналистика факультетына күстең. Мин киске мәктәптә урта белем алып, Мәскәү ҡала­һына уҡырға барҙым. Сессия ваҡытта­рында һин — Екатеринбургта, мин — илдең баш ҡала­һында, балалар ауыл­дағы ҡар­тай-ҡәртнә­йҙә­рендә булды. Бер-беребеҙҙе, бала­лар­ҙы һа­ғынып, әл­лә күпме мәғлүмәт алып ҡайтып, тәьҫорат­тар менән уртаҡлашыр инек.
Уҡыуыбыҙ артабан да туҡтаманы. Мин марксизм-ленинизм универ­сите­тының журналистика факультетын тамамланым, һине лә йыл һа­йын тиерлек төрлө курстарға (биге­рәк тә мөхәррир вазифаһын атҡарғанда) саҡырып торҙо­лар. Әү­ҙем йәмәғәтсе лә инең, оҙаҡ йылдар Учалы ҡала Советы депутаты, халыҡ суды заседателе, халыҡ контроле комитеты ағ­за­һы, ошо ҡаланың художество советы ағзаһы. Мин — төрлө йылдарҙа проф­союз комитеты ағзаһы, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйе­се, партия ойош­маһы секретары һәм башҡалар... Ҡыҙыбыҙ музыка мәктә­бендә уҡыны, улыбыҙ спорт менән шөғөлләнде. Бер һүҙ менән әйт­кән­дә, тормошобоҙ гөрләп торҙо. Ике­беҙ­гә 80 йылдан ашыу хеҙмәт стажы туплап, ярты быуаттан ашыу ваҡыт­тың уҙғанын һиҙ­мәй ҙә ҡалдыҡ.
Йәш саҡта бер хәҙрәт: “Мосолман кешеһенә тыуған көн үткәреү дөрөҫ түгел, ул йыназа уҡыу менән бер”, – тип әйткәйне. Шуғалырмы, тыуған көн­дәрҙе (балаларҙыҡын да, үҙең­декен дә) билдә­ләүгә битараф инең. Рус яҙыу­сыһы В. Короленко ла тыуған кө­нөн байрам итеүгә ҡаршы булған бит, “ундай йыйылыш үткәр­гәнсе, ултырып бер хикәйә яҙыуым еңелерәк”, тигән. Уға: “Әҫәрҙәреңде уҡы­ған уҡыусыла­рың бар, һәм улар һине күреп-белергә тейеш”, — тип аңлатҡан­дар. Ошо хаҡта минең дә әйткән саҡта­рым аҙ булманы. Күркәм юби­лей­ҙарыңды уҙғарыуға ла ауырлыҡ менән күнә инең.
Ә осрашып һөйләшер уҡыусы­ларың күп ине һинең. Халҡыбыҙ тарихында әлегә хәтлем исемдәре билдә­һеҙ, йә иһә онотолған, йәки тор­мошо­ноң байтаҡ биттәрен асыҡ­лау талап ителгән арҙаҡ­лы шәхес­тәр, аҡ тап булып ҡала килгән иле­беҙ, ер-һыуыбыҙ яҙмышына бәйле әллә күпме ваҡиға тураһында бәйән иттең. Әҙә­биәтебеҙ, мәҙәниә­тебеҙ тарихында баһалап бөткөһөҙ хеҙмәт күр­һәткән Мифтахетдин Аҡ­мулла, Зәй­нулла Рәсүлев, Фәт­ҡел­ҡадир Сө­ләймәнов, Булат Имашев, Нуриағзам Та­һиров, Ғайса Рәсүлев кеүек әҙиптәрҙең эшмә­кәр­леге тура­һында яҙған әҫәрҙә­реңде халыҡ яратып уҡыны. Учалы­ларға ғына ла дүрт Геройҙың исемен асыҡ­ланың, йәғни Михаил Ташкин, Петр Кровко һәм Алек­сандр Серебрянников тура­һын­да “Уҙаман­дарҙы эҙ­лә­йем” тигән кита­быңда яҙып сыҡтың. Ә А. Матросов (Шакирйән Мө­хә­мәт­йәнов) тура­һында ки­тап яҙыу ғына түгел, до­ку­мен­таль фильм да төшөрҙөң.
Октябрь революция­һы­нан һуңғы йылдарҙа Баш­ҡорт­остан автономия­һы өсөн көрәшкән Шәриф Ма­на­тов­тың ғаиләһен күрергә, әле бер ерҙә лә ташҡа баҫылмаған ҡулъяҙма­ларын табып бул­маҫмы тип Литваға сығып киттек. Уның ғаиләһе менән осрашып, килене, ейән­дәре менән танышып ҡайттыҡ. Ҡыҙға­нысҡа ҡар­шы, Шәриф Манатовтың ҡатыны Ғәй­шә Сәйәховна ла, улы Шамил да вафат ине инде.
Ҡаты ауырыуға дусар булып, аяҡ­һыҙ ҡаласағыңды һиҙенгәндәй, һин күберәк йәйәү йөрөргә тырыш­тың. Литваның баш ҡалаһында автобустар ул саҡта уҡ ике минут һайын туҡта­лышҡа килеп тора ине. Ләкин барыр еребеҙ алыҫ булһа ла, Виль­нюстың Альгердос, Дзуку һәм башҡа урамдарын атлап үтеүҙе хуп күрҙең.
Йәйәүләп тигәндәй йөрөп йыйған ма­териалдарыңды, ҡасан да булһа ҡул­ланылыр әле тип, һалып барҙың. Ләкин күбеһенең осона сығып өлгөр­мәнең, барыһы ла халыҡ милке бу­лып ҡалды. Геройҙарың ниндәй генә өл­кәлә эш­ләмәһен – ауыл хужа­лығын­дамы, сән­ғәт, мәҙәниәт, белем биреү, ме­ди­циналамы – барыһын да йөрә­гең аша үт­кәр­ҙең. Хәте­рем­дә, Учалынан Өфөгә кү­сеп кил­гәс тә район тор­мошон күҙә­теүҙән туҡта­ма­ның: уңыштарына шат­ландың, уңыш­һыҙ­лыҡ­та­ры өсөн көйҙөң.
Ҡулыңдан ҡәләмең төшмәне. Хат­та Учалының һәр бер колхоз һәм совхоз идаралығы, “Сельхозтехника” берек­мә­һе алдын һинең ҡулдар эшлә­гән алдын­ғыларҙың рәсем-портреттары биҙәп торор ине. “Тари­хыбыҙҙың һәр осоронда — яуҙа ла, тыныс шарттарҙа ла — һуғыштан һуң ҡағыҙ-ҡәләм бул­мағанда бала­ларға төплө белем бирә алған уҡы­тыусылар, колхоз-совхоз­дарҙың иҡти­сади хәлен яҡшыртыу өсөн бар көсөн түккән хужалыҡ етәксе­ләре, вазифаларын тоғро үтәгән табиптар ҙа бихисап”, – ти торғайның. Улар­ҙың күбеһе 14 кита­быңда са­ғылыш тапты.
Тыуымдан ҡалмағас, үлемдән ҡал­маҫ­быҙ инде. Иҫән кеше нисек тә йәшәй ул, фанилыҡтан баҡыйлыҡҡа күс­кәндәр генә кире ҡайтмай тигән саҡ­тар ҙа була ине. Шулай икән. Ҡал­ғандар өсөн тормош дауам итә – таң ата ла кис була. Һәр кемдең – үҙ мәшә­ҡәте. Шөкөр, балалар, ейән-ейән­сәрҙәр иҫән-һау, уңышлы ғына уҡып, эшләп йөрөйҙәр. Йыш осрашып тора­быҙ, һәр ваҡыт һине иҫкә төшөрәбеҙ, йылы хәтирәләргә биреләбеҙ.

Тәнзилә НАСИРОВА,
Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


  1. Рияз Мәсәлимов
    Рияз Мәсәлимов от 21.12.2014, 17:49
    Тәнзилә апайҙың үҙенең ифрат итәғәтле, бик талантлы, күренекле милли яҙыусы булған тормош иптәше хаҡында шундай йылы, шундай һағышлы яҙмаһын уҡығас, Рәүеф Хәй улы тураһында хәтирәләр иҫкә төшә. Беҙҙең Учалы төбәге, һис шикһеҙ, таланттарға бай төбәктер ул. Ләкин бына тарих фәненә хеҙмәт иткәндәре күп түгел. Ғөмүмән, рәсми рәүештә беҙҙең төбәк тарихсыларын һанға һуҡмайҙар тиһәң дә була. Ысынанан иһә, халҡыбыҙҙың раҫ тарих биттәрен яҙыусылар шул бер-нисә Учалы уҙамандары ла, башҡа төбәк вәкилдәре Билал Юлдашбаев, Дамир Вәлиев кеүек олуғ ғалимдарыбыҙ инде... Рәүеф ағай Насиров улар араһында айырым урын алып тора, сөнки ул профессиональ журналист, публицист, төбәкте өйрәнеүсе, яҙыусы, ә профессиональ ғалим түгел. Әммә ул профессиональ ғалим-тарихсыларҙан күпкә өҫтөн тора!
    Миңә Рәүеф ағай менән аралашырға бәхет тәтене. Улай ғына түгел, мин Рәүеф Хәй улынан тарихи сығанаҡтар менән һаҡ эшләргә, совет архивтары материалдарынан кәрәкле, рәсми тыйылған, йәшерелгән мәғлүмәттәр табыу буйынса уникаль методологияға өйрәндем. Минең Рәүеф ағайҙы үҙемде уҡытҡан, тарихты объектив яҡтырытыуға өйрәткән бөйөк башҡорт ғалимдары Б.Х. Юлдашбаевҡа, Ә.З. Әсфәндийәровҡа, Д.Ж. Вәлиевҡа тиңләргә хаҡым барҙыр тип уйлайым.

Комментарий өҫтәргә