Һинең менән һәм һинһеҙ...20.12.2014
Һинең менән һәм һинһеҙ... Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, журналист-публицист, яҙыусы Рәүеф Насировтың вафатына ете ай булды. Бергә ғүмер ите­үе­беҙгә 55 йыл тулырға бер ай ҙа өс көн ҡалғас, ба­ҡый­лыҡҡа күстең. Бе­рәүҙең ғүмере­нә тиң ва­ҡытты парлы йәшәп, ба­­ла­лар үҫтереп, ҡарт­лыҡты үткәр­гәндә һине юғалтыу ауыр кисерелде. Ярай әле, уй ти­гән нәмә бар, уның яр­ҙамында бер­гә саҡ­тың бәхетле мәл­дәрен гиҙәм.
Бына әле лә, йәшлек осорона ҡай­тып, ярты быуаттан ашыу ғүмерҙе күҙ алдынан үткәреп ултырам. Ул саҡта һинең тормош багажыңда өс йыл әрме хеҙмәте ме­нән урта, ә мин­дә — туғыҙ класс белем. Ике­беҙгә йәм­ғеһе – ете йыл хеҙмәт стажы. Ғаилә тормошон шулай ҡороп ебәр­ҙек. Уҡырға теләге­беҙ ҙур ине, шун­лыҡ­тан ике балалы булғас, һин Стәр­летамаҡ педагогия институтына инеп, өсөнсө курс­тан һуң Свердлов­скиҙағы М. Горький исемен­дәге Урал дәүләт универси­тетының журналистика факультетына күстең. Мин киске мәктәптә урта белем алып, Мәскәү ҡала­һына уҡырға барҙым. Сессия ваҡытта­рында һин — Екатеринбургта, мин — илдең баш ҡала­һында, балалар ауыл­дағы ҡар­тай-ҡәртнә­йҙә­рендә булды. Бер-беребеҙҙе, бала­лар­ҙы һа­ғынып, әл­лә күпме мәғлүмәт алып ҡайтып, тәьҫорат­тар менән уртаҡлашыр инек.
Уҡыуыбыҙ артабан да туҡтаманы. Мин марксизм-ленинизм универ­сите­тының журналистика факультетын тамамланым, һине лә йыл һа­йын тиерлек төрлө курстарға (биге­рәк тә мөхәррир вазифаһын атҡарғанда) саҡырып торҙо­лар. Әү­ҙем йәмәғәтсе лә инең, оҙаҡ йылдар Учалы ҡала Советы депутаты, халыҡ суды заседателе, халыҡ контроле комитеты ағ­за­һы, ошо ҡаланың художество советы ағзаһы. Мин — төрлө йылдарҙа проф­союз комитеты ағзаһы, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйе­се, партия ойош­маһы секретары һәм башҡалар... Ҡыҙыбыҙ музыка мәктә­бендә уҡыны, улыбыҙ спорт менән шөғөлләнде. Бер һүҙ менән әйт­кән­дә, тормошобоҙ гөрләп торҙо. Ике­беҙ­гә 80 йылдан ашыу хеҙмәт стажы туплап, ярты быуаттан ашыу ваҡыт­тың уҙғанын һиҙ­мәй ҙә ҡалдыҡ.
Йәш саҡта бер хәҙрәт: “Мосолман кешеһенә тыуған көн үткәреү дөрөҫ түгел, ул йыназа уҡыу менән бер”, – тип әйткәйне. Шуғалырмы, тыуған көн­дәрҙе (балаларҙыҡын да, үҙең­декен дә) билдә­ләүгә битараф инең. Рус яҙыу­сыһы В. Короленко ла тыуған кө­нөн байрам итеүгә ҡаршы булған бит, “ундай йыйылыш үткәр­гәнсе, ултырып бер хикәйә яҙыуым еңелерәк”, тигән. Уға: “Әҫәрҙәреңде уҡы­ған уҡыусыла­рың бар, һәм улар һине күреп-белергә тейеш”, — тип аңлатҡан­дар. Ошо хаҡта минең дә әйткән саҡта­рым аҙ булманы. Күркәм юби­лей­ҙарыңды уҙғарыуға ла ауырлыҡ менән күнә инең.
Ә осрашып һөйләшер уҡыусы­ларың күп ине һинең. Халҡыбыҙ тарихында әлегә хәтлем исемдәре билдә­һеҙ, йә иһә онотолған, йәки тор­мошо­ноң байтаҡ биттәрен асыҡ­лау талап ителгән арҙаҡ­лы шәхес­тәр, аҡ тап булып ҡала килгән иле­беҙ, ер-һыуыбыҙ яҙмышына бәйле әллә күпме ваҡиға тураһында бәйән иттең. Әҙә­биәтебеҙ, мәҙәниә­тебеҙ тарихында баһалап бөткөһөҙ хеҙмәт күр­һәткән Мифтахетдин Аҡ­мулла, Зәй­нулла Рәсүлев, Фәт­ҡел­ҡадир Сө­ләймәнов, Булат Имашев, Нуриағзам Та­һиров, Ғайса Рәсүлев кеүек әҙиптәрҙең эшмә­кәр­леге тура­һында яҙған әҫәрҙә­реңде халыҡ яратып уҡыны. Учалы­ларға ғына ла дүрт Геройҙың исемен асыҡ­ланың, йәғни Михаил Ташкин, Петр Кровко һәм Алек­сандр Серебрянников тура­һын­да “Уҙаман­дарҙы эҙ­лә­йем” тигән кита­быңда яҙып сыҡтың. Ә А. Матросов (Шакирйән Мө­хә­мәт­йәнов) тура­һында ки­тап яҙыу ғына түгел, до­ку­мен­таль фильм да төшөрҙөң.
Октябрь революция­һы­нан һуңғы йылдарҙа Баш­ҡорт­остан автономия­һы өсөн көрәшкән Шәриф Ма­на­тов­тың ғаиләһен күрергә, әле бер ерҙә лә ташҡа баҫылмаған ҡулъяҙма­ларын табып бул­маҫмы тип Литваға сығып киттек. Уның ғаиләһе менән осрашып, килене, ейән­дәре менән танышып ҡайттыҡ. Ҡыҙға­нысҡа ҡар­шы, Шәриф Манатовтың ҡатыны Ғәй­шә Сәйәховна ла, улы Шамил да вафат ине инде.
Ҡаты ауырыуға дусар булып, аяҡ­һыҙ ҡаласағыңды һиҙенгәндәй, һин күберәк йәйәү йөрөргә тырыш­тың. Литваның баш ҡалаһында автобустар ул саҡта уҡ ике минут һайын туҡта­лышҡа килеп тора ине. Ләкин барыр еребеҙ алыҫ булһа ла, Виль­нюстың Альгердос, Дзуку һәм башҡа урамдарын атлап үтеүҙе хуп күрҙең.
Йәйәүләп тигәндәй йөрөп йыйған ма­териалдарыңды, ҡасан да булһа ҡул­ланылыр әле тип, һалып барҙың. Ләкин күбеһенең осона сығып өлгөр­мәнең, барыһы ла халыҡ милке бу­лып ҡалды. Геройҙарың ниндәй генә өл­кәлә эш­ләмәһен – ауыл хужа­лығын­дамы, сән­ғәт, мәҙәниәт, белем биреү, ме­ди­циналамы – барыһын да йөрә­гең аша үт­кәр­ҙең. Хәте­рем­дә, Учалынан Өфөгә кү­сеп кил­гәс тә район тор­мошон күҙә­теүҙән туҡта­ма­ның: уңыштарына шат­ландың, уңыш­һыҙ­лыҡ­та­ры өсөн көйҙөң.
Ҡулыңдан ҡәләмең төшмәне. Хат­та Учалының һәр бер колхоз һәм совхоз идаралығы, “Сельхозтехника” берек­мә­һе алдын һинең ҡулдар эшлә­гән алдын­ғыларҙың рәсем-портреттары биҙәп торор ине. “Тари­хыбыҙҙың һәр осоронда — яуҙа ла, тыныс шарттарҙа ла — һуғыштан һуң ҡағыҙ-ҡәләм бул­мағанда бала­ларға төплө белем бирә алған уҡы­тыусылар, колхоз-совхоз­дарҙың иҡти­сади хәлен яҡшыртыу өсөн бар көсөн түккән хужалыҡ етәксе­ләре, вазифаларын тоғро үтәгән табиптар ҙа бихисап”, – ти торғайның. Улар­ҙың күбеһе 14 кита­быңда са­ғылыш тапты.
Тыуымдан ҡалмағас, үлемдән ҡал­маҫ­быҙ инде. Иҫән кеше нисек тә йәшәй ул, фанилыҡтан баҡыйлыҡҡа күс­кәндәр генә кире ҡайтмай тигән саҡ­тар ҙа була ине. Шулай икән. Ҡал­ғандар өсөн тормош дауам итә – таң ата ла кис була. Һәр кемдең – үҙ мәшә­ҡәте. Шөкөр, балалар, ейән-ейән­сәрҙәр иҫән-һау, уңышлы ғына уҡып, эшләп йөрөйҙәр. Йыш осрашып тора­быҙ, һәр ваҡыт һине иҫкә төшөрәбеҙ, йылы хәтирәләргә биреләбеҙ.

Тәнзилә НАСИРОВА,
Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы.


Вернуться назад