Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Рух һәм ҡеүәт биргән Ишбирҙе
Рух һәм ҡеүәт биргән Ишбирҙе Ошо көндәрҙә 80 йәшен билдәләгән ғалим-төркиәтсе, филология фәндәре докторы, профессор Эрнст Ишбирҙин – данлы Баймаҡ яғынан. Ишбирҙе ауылында ишле ғаиләлә бишенсе бала булып донъяға килә ул. Күңелендә бәләкәй Ватаны хаҡында ифрат йылы хистәр һаҡлай.

Буласаҡ ғалим тыуған ауы­лындағы ете йыллыҡ мәктәптә уҡығандан һуң, 1949 – 1952 йыл­дарҙа Баймаҡ балалар йортонда тәрбиәләнә, ҡаланың 1-се урта мәктәбен уңышлы тамамлай. Ғи­лем­гә ынтылған һәләтле егет бе­лем алыуын Темәс педагогия училищеһында дауам итә.
Диплом алғас, йәш педагог дәртләнеп эшкә тотона. Дүрт йыл­дан белемен артабан камиллаштырыу теләге Э. Ишбир­ҙин­де БДУ-­ның тарих-филология факультетына алып килә.
Уны тамамлағас, йәш белгесте Баймаҡ мәктәп-интернатына урыҫ теле һәм әҙә­биәте уҡы­тыусыһы итеп эшкә ебәрә­ләр. Был һынауҙы ла лайыҡлы үтә Эрнст Фәй­зрах­ман улы. Тик кү­ңеле һаман да юғарыға әйҙә­үен дауам итә. Һөҙөмтәлә Иш­бир­ҙин СССР Фән­дәр ака­д­емияһы Өфө ғилми үҙә­ге­нең Тарих, тел һәм әҙәбиәт инс­­титуты аспи­рантураһына уҡыр­ға инә. Уны уңышлы тамамлап, профессор Н.Х. Мәҡсүтова етәк­селе­гендә “Башҡорт телен­дә йәнлек һәм ҡош атамалары” темаһына диссертация яҡлай. Ошо урында шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: халыҡ Эрнст Фәйзрахман улын уның “Башҡортостан ҡош­тары” тигән китабы аша яҡшы белә. Шуға ла күптәр Э. Иш­бирҙинде биолог тип уйлай. Тө­шөргән һү­рәт­тәрен күреп, һәләтле рәссам, ул төҙөгән йортҡа һоҡ­ланып, танылған балта оҫтаһы тип әйткәндәр ҙә бар. Был – күп яҡлы талант эйәһенә бирелгән баһа. “Шөғөлдәре араһында ға­лим­лыҡ ҡеүәһе, башҡорт хал­ҡы­ның тел-лөғәтенә, мәҙә­ниә­тенә һәм тарихына ҡарата мөнәсә­бәт, уларҙы төплө өйрәнергә ынтылыш өҫтөнлөк ала. Һө­ҙөмтәлә бөгөн беҙ Эрнст Фәй­зрахман улы йөҙөндә Баш­ҡорт­­останда ғына түгел, бәлки тотош Рәсәйҙә, шулай уҡ сит илдәр кимәлендә төркиәт ғилеме өлкәһендә танылған башҡорт телсеһен күрәбеҙ”, – тип яҙған филология фәндәре докторы, профессор Кәрим Ишбаев һабаҡ­ташы тураһында.
Олуғ ғалим, данлыҡлы педагог булыу өсөн туҡтауһыҙ эшләр­гә, эҙләнергә, һайлаған һө­нә­ре­ңә тоғро булырға, уның хаҡына хатта ниҙелер ҡорбан итер­гә кәрәклеген был өлкәлә хеҙмәт иткәндәр бик яҡшы аңлайҙыр. Эрнст Ишбирҙин Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында (хәҙер – БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы) уҡытҡан дәүерендә лә, хаҡлы ялға сыҡ­ҡансы Рәсәй Фәндәр академия­һы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр, диалектология һәм тел тарихы бүлеге мөдире вазифаларын башҡар­ған­да ла хеҙ­мәтенә ҙур яуапл­ылыҡ менән ҡарай, ҡатмарлы, тәрән ғилми-тик­шеренеү эштәре алып бара. 1989 йылда “Баш­ҡорт теле лексика­һының тарихи үҫеше” тигән темаға докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. Эрнст Фәйзрахман улы – 150-нән ашыу ғилми хеҙмәт авторы.
2001 – 2014 йылдарҙа Эрнст Ишбирҙин БДУ-ның башҡорт һәм дөйөм тел ғилеме, Көнсы­ғыш телдәре кафедраларында эшлә­не, курс һәм диплом эштә­ре етәксеһе булды. Әле ғалимдың ҡул аҫтында кандидатлыҡ дис­сер­тацияһын яҡлаясаҡ өс аспирант бар.
Төп хеҙмәтенән тыш, ғалим республикала тел мәсьәләләре буйынса ойош­торолған абруйлы комиссиялар составында эшләй, телевидение, радио аша сығыш яһай, дәреслектәр, энциклопедиялар тө­ҙөүҙә ҡатнаша, бик күп уҡый. Ғаилә йөгөн лайыҡлы тартырға ла өлгөрә Эрнст Фәй­зрахман улы. Ҡатыны менән бер ҡыҙ үҫтерҙеләр, хәҙер инде ике ейәнен ихлас тәрбиә­лә­шә­ләр.
Ғөмүмән, туғандары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана Эрнст ағай. Бер туған ағаһы Рим оҙаҡ йылдар тарих фәненән уҡытҡан, уның улы Айрат Ишбирҙин – билдәле биология фәндәре докторы, БДУ профессоры. Ҡасан­дыр нахаҡҡа ғәйеп­ләнеп, “халыҡ дошманы” тигән мөһөр баҫылған Баймаҡ районы башҡарма комитеты рәйесе Фәйзрахман Йәғә­фәр-Садиҡ улының балалары, тормоштоң ауыр һынауҙарын ла­йыҡлы үтеп, халыҡҡа ең һыҙғанып хеҙмәт итте, абруй ҡа­ҙанды, әле лә дәртләнеп эшләй, уларҙың башлаған эштәрен ейән-ейән­сәрҙәре дауам итә. Ғорурлан­маҫлыҡмы ни?!
Эрнст Фәйзрахман улы менән университетта 15 йылға яҡын бер коллективта эшләү дәүе­рендә бер нәмәгә иғтибар итә килдем: ситтән ҡарағанда үтә тыныс күренһә лә, тел тарихы, мәҙәниәт тураһында һүҙ сыҡһа, хеҙмәттәшем дәрт­ләнеп, илһам­ланып китә, йөҙө яҡтыра, кү­ҙен­дә осҡондар тоҡана, һәм ул ҙур ғорурлыҡ тойғоһо аша, күптәргә бығаса билдәле бул­маған дә­лил­дәр менән нигеҙләп, һүҙҙәр донъяһының яңы биттәрен аса. Ә инде ихлас, ғәҙел булыуын һәр аҙымында тойорға мөмкин. Башҡорт тел ғилеме үҫешенә тос өлөш индергән күренекле ғалим-төркиәтсене һәр тарафта ла ихтирам итәләр, ололайҙар, унан кәңәш һорайҙар, фекере менән иҫәпләшәләр. Тынғыһыҙ ватан­дашы­быҙ әле лә илһам­ланып ижад итә – башҡорт әҙәби теленең нигеҙҙәрен сағылды­р­ған “Баш­ҡортса-русса һүҙлек” төҙөй.
Башҡортостандың ат­ҡа­ҙан­ған фән эшмәкәре, Халыҡ-ара төрки академияһы ака­де­мигы, күре­некле тел ға­лимы, филология фәндәре докторы, профессор Эрнст Фәй­зрах­ман улына артабан да ялҡынлы хеҙмәт, һаулыҡ, уңыш насип булһын тип теләйбеҙ.

Фирүзә ИСҠУЖИНА,
филология фәндәре кандидаты,
БДУ доценты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә